Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай[2] — Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы парламенты иң ҙуры: уның составында 110 депутат. Парламент һайлауҙары 5 йылға бер тапҡыр үтә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай статусы һәм уның хоҡуҡи нигеҙҙәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 4-се бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» Законы[2] менән билдәләнә.

Тарихы

1917 йылда I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары үтә. 1917 йылдың 10 декабрендә дәүләтселекте булдырған III Башҡорт ҡоролтайында тәүге парламент — Кесе ҡоролтай һайлана.

1920 йылдан 1937 йылғаса Советтарҙың Бөтә Башҡортостан I—X съездары үтә, уларҙа Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты составы һайлана.

1938 йылдан 1995 йылғаса 1 — 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының (1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы) сессиялары уҙғарыла.

1994 йылдың 2 мартында «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»[2] Закон ҡабул ителә, уға ярашлы парламент ике — Вәкилдәр һәм Закондар сығарыу Палатаһынан тора.

2002 йылдың 30 декабрендә «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» яңы Закон ҡабул ителә[3]. 1995—2023 йылдарҙа — 1-7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай сессиялары үтә.

  • 1995—1999 йылдар: 1-се саҡырылыш
  • 1999—2003 йылдар: 2-се саҡырылыш
  • 2003—2008 йылдар: 3-сө саҡырылыш
  • 2008—2013 йылдар: 4-се саҡырылыш
  • 2013—2018 йылдар: 5-се саҡырылыш
  • 2018—2023 йылдар: 6-сы саҡырылыш
  • 2023 йылдан: 7-се саҡырылыш

Һайлауҙар

I һәм II саҡырылыш парламенты ике палаталы һәм депутаттарҙың вәкәләте 4 йыл була.

I саҡырылышҡа һайлауҙар 1995 йылдың 5 мартында үтә. Закондар сығарыу палатаһына даими нигеҙҙә эшләгән 40 депутат һайлана. Вәкилдәр палатаһында һәр административ-территориаль берәмектән икешәр депутат була (156 кеше)[4], уларҙың 49,7 процентын — район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, 13,7 процентын Хөкүмәт вәкилдәре тәшкил итә[5].

II саҡырылышҡа һайлауҙар 1999 йылдың 14 мартында үтә. Һайлауҙар тураһында ҡануниәткә ярашлы, даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар һаны 30 кешегә тиклем кәметелә. Вәкилдәр палатаһына 144 вәкил һайлана.

III саҡырылышҡа һайлауҙар 2003 йылдың 16 мартында мажиотар система буйынса үтә. Ҡоролтай бер палаталы булып ҡала һәм депутаттар һаны 120 була, уларҙың вәкәләт мөҙҙәте 5 йылға тиклем оҙайтыла.

IV саҡырылышҡа һайлауҙар 2008 йылдың 2 мартында үтә. Парламентҡа 120 депутат ҡатнаш система буйынса һайлана. Уларҙың 60-ы — пропорциональ система буйынса, ҡалғандары бер мандатлы һайлау округтары буйынса мажиотар система буйынса һайлана. Даими нигеҙҙә 17 депутат эшләй.

V саҡырылышҡа һайлауҙар 2013 йылдың 8 сентябрендә үтә. Барлығы 110 депутат һайлана. Уларҙың яртыһы пропорциональ система, ҡалғандары бер мендатлы һайлау округтары буйынса мажитар система буйынса һайлана. Пропорциональ система буйынса Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» партияһы (76,06 процент тауыш, парламентта 49 урын) һәм КПРФ (11,7 процент һәм 6 урын) үтә. Бер мандатлы округтар буйынса партиялар буйынса урындар түбәндәгесә бүленә: «Берҙәм Рәсәй» — 88 урын, КПРФ — 10 урын, ЛДПР — 3 урын, «Рәсәй патриоттары» — 1 урын, «Йәшелдәр альянсы» — 1 урын, «Социаль теләктәшлектең Рәсәй партияһы» — 1 урын, үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр — 6 урын[6].

undefined

VI саҡырылышҡа һайлауҙар 2018 йылдың 9 сентябрендә үтә. Депутаттар составы 75 процетҡа яңыра. Парламентҡа «Берҙәм Рәсәй» (58,31 процент), КПРФ (18,80 процент), ЛДПР (9,96 процент), «Ғәҙел Рәсәй» (5,47 процент) партиялары үтә. Бер мандатлы округтар буйынса барлыҡ партиялар вәкилдәре лә үтә. Һөҙөмтәлә «Берҙәм Рәсәй» — 79, КПРФ- 15, ЛДПР — 7, «Ғәҙел Рәсәй» — 5, «Рәсәй патриоттары» — 2, «Йәшелдәр» — 1 мандатҡа эйә була. Бер урын үҙ-үҙен тәҡдим иткән вәкилгә бирелә[7].

VII саҡырылышҡа һайлауҙар 2023 йылдың 10 сентябрендә үтә. Парламентҡа «Берҙәм Рәсәй» (41 урын), КПРФ (6 урын), ЛДПР (4 кеше), «Ғәҙел Рәсәй» (4 кеше) партиялары үтә. Бер мандатлы округтар буйынса «Берҙәм Рәсәй» — 48, КПРФ (2 урын), «Ғәҙел Рәсәй» — 1 мандатҡа эйә була. Партияһыҙҙар һәм үҙ-үҙен тәҡдим иткән вәкилдәр 4 мандат ала[8].

Этник состав

1999 йылда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа башҡорттар 43,7 процент була, Закондар сығарыу палатаһында — 55 процент.[9][10]

Милләт Юғары Совет, % Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай, 1995
1980 1985 1990 Вәкилдәр палатаһы % Закондар сығарыу палатаһы %
башҡорттар 38,6 40,3 33,5 41,1 55,8
рустар 32,2 32,8 35,7 23,3 20,5
татарҙар 20,7 20,7 22,5 29,5 14,7
башҡалар 7,5 5,7 8,2 6,1 8,8

Башҡортостан Парламенты етәкселәре

undefined
1 Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (1890—1959) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе (1920).
2 Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе (1920—1921).
3 Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—1924) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе (1921—1922).
4 Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы (1888—1937) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе (1922—1929)
5 Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1937) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе (1929—1931).
6 Таһиров Авзал Мөхөтдин улы (1890—1937) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе (1931—1937).
7 Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904—1971) Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе вазифаһын башҡарыусы (1937—1838).
8 Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—1989) БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе (1946—1950).
9 Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы (1913—1975) БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе (1950—1967).
10 Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—1992) БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе (1967—1990).
11 Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы(1934—2023) Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе (1990—1993).
12 Дёмин Юрий Сергеевич (1940—2009) Рәйес вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе (1994—1995).
13 Зайцев Михаил Алексеевич (1938—2010) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе (1995—1999).
14 Толкачев Константин Борисович (1953—2026) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе (1999—2026)[11].
15 Хөсәйенов Салауат Сәхи улы (1964) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын башҡарыусы (2026 йылдың 13 майынан)[12].

Хакимиәт даирәһе

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы мәсьәләләр:
• Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға төҙәтмә һәм өҫтәлмәләр индереү;
• Башҡортостан Республикаһы хакимиәт даирәһе сиктәрендә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған мәсьәләләрҙе законға ярашлы көйләү;
• Башҡортостан Республикаһы закондарына аңлатма биреү, уларҙың үтәлешен күҙәтеп барыу;
• Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаһын раҫлау;
• Башҡортостан Республикаһының бюджетын һәм уның үтәлешен раҫлау;
• Федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһында һалым һәм башҡа йыйымдарҙы билдәләү;
• Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон булдырыу һәм уны үҙгәртеү тәртибе;
• Башҡортостан Республикаһында референдум һәм үткәреү тәртибен билдәләү, уны үткәреү көнөн тәғәйенләү;
Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән кандидатураға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен биреү тураһында ҡарар сығарыу;
• Башҡортостан Республикаһы Башлығына ышаныс (ышаныс юғалтыуҙы) белдереү тураһында ҡарар сығарыу;
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрын билдәләү буйынса килешеү;
• Башҡортостан Республикаһы Конституция Судының Рәйесен, рәйес урынбаҫарын һәм судьяларын билдәләү;
• Башҡортостан Республикаһы Прокурорын билдәләү буйынса килешеү;
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу;
• Парламент тикшереүҙәрен һәм парламент тыңлауҙарын үткәреү;
• Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тәғәйенләү һәм был вазифаларҙан азат итеү;
• Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесен тәғәйенләү һәм был вазифанан азат итеү;
мировой судьялар һайлау;
• Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын, маҡтаулы исемдәрен булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр.

Йәмәғәт палатаһы

• Йәштәр йәмәғәт палатаһы — консультатив һәм кәңәшмә органы. Парламентта йәштәрҙең ҡануниәт өлкәһендәге хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен көйләүгә ярҙам итеү өсөн булдырылған[13].

Ҡыҙыҡлы факттар

  • IV саҡырылыш Ҡоролтай депутаттарының күпселеге — дәүләт предприятиелары етәкселәре.
  • IV саҡырылыш Ҡоролтайында ни бары алты ҡатын-ҡыҙ депутат (5 %) булған: ике табип, актриса, журналист, элекке муниципаль хеҙмәткәр һәм пенсионерка.
  • Башҡортостан Республикаһы IV саҡырылыш Ҡоролтайының «Йәштәр» комитетын иң өлкән депутат — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаев (1938 йылдың 12 декабрендә тыуған) етәкләй.
  • Ҡоролтай эргәһендә Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшләй.
  • Дәүләт думаһынан айырмалы рәүештә, унда фракциянан үҙ ирке менән сығыу мотлаҡ депутат мандатынан мәхрүм итеү менән янай. Ҡоролтайҙа дисциплинаны боҙоусылар ултырыштарҙы бер ниндәй ҙә сәбәпһеҙ ҡалдырған өсөн генә вәкәләттәренән мәхрүм ителеүе мөмкин[14][15].

Иҫкәрмәләр

  1. 2013 йылдан
  2. 1 2 3 Закон Республики Башкортостан «О Государственном собрании — Курултае Республики Башкортостан»
  3. Закон «О Государственном собрании — Курултае Республики Башкортостан» от 30 декабря 2002 года
  4. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Книга 1. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — С. 261. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  5. Галлямов Р. Р. Политические элиты российских республик: особенности трансформации в постсоветский период / Университетская политология России: Сборник статей. — Москва, 1999. — С. 170.
  6. Вести. Ru: Центризбирком республики официально признал выборы состоявшимися. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2013. Архивировано 2 февраль 2017 года.
  7. Подведены итоги выборов депутатов Госсобрания Башкирии шестого созыва
  8. Стал известен состав депутатов 7 созыва Госсобрания — Курултая Башкирии
  9. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2017. Архивировано 4 сентябрь 2018 года.
  10. Научно-образовательный портал IQ – Национальный исследовательский университет «Высшая школа экономики». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2017. Архивировано 19 сентябрь 2017 года.
  11. Башҡортостан Парламенты етәкселәре
  12. Депутаты приняли постановление об исполняющем обязанности Председателя Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал) (13 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026. (рус.)
  13. Молодежная общественная палата
  14. Очень государственное собрание, МедиаКорСеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 6 сентябрь 2009 года.
  15. Каких депутатов мы видим, и каких хотим видеть в Государственном собрании Башкортостана. Версия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә