Профессиональ хореографияла халыҡ бейеүе элементтары бар. Хореографтар символик рәүештә халыҡ бейеүе элементтарын, башҡорт йылғаларының, Көньяҡ Урал алды тауҙарының бөгөлдәре образдарын һ. б. индерә.
Театр сәхнәләрендә «Арҡайым», «Прометей», «Сыңрау торна», Салауат Юлаев тураһында «Тау бөркөтө» (1959 йыл, Х. Ф. Әхмәтов менән Н. Ғ. Сабитов либреттоһы һәм музыкаһы, К. Д. Карпинская хореографияһы), «Гөлнәзирә» һ.б. башҡорт балеттары ҡуйылып тора. Композитор Сабитовтың «Яратам һине, тормош!» (1967; Л. С. Бородулин хореографияһы, Арыҫланов сценографияһы) һәм «Айгөл иле» (1971; М. Кәримдең ошо уҡ исемдәге драмаһы буйынса И. М. Кәримов һәм Сабитов либреттоһы, И. X. Хәбиров хореографияһы, рәссамы Арыҫланов) балеттары 1941—45 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналған.
Р. Нуриев. Ч. Топол һүрәте
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры постановкаларында симфоник бейеүҙәр киң ҡулланыла. Тәүләп симфоник бейеү «Сыңрау торна» балетына индерелә, музыкаль драматургияның үҙәк төйөндәрендә ҡулланыла (солистарҙың торналар менән, туй йолаһы, финал адажиоһы күренештәре; балетмейстер Н. А. Анисимова).
Симфоник бейеүҙе үҫтереүҙә Н. Ғ. Сабитовтың ижады ҙур урын алып тора. Уның балеттарында образдарҙың музыкаль сиселеше бейеү күренештәренең һүлпәнәйеү һәм тиҙләнеү динамикаһында сағыла: «Тау бөркөтө» (балетмейстер К. Д. Карпинская), «Гөлнәзирә» (янғын күренеше, төрмәләге адажио; балетмейстер С. В. Дречин), «Яратам һине, тормош!» (сауҡалыҡтағы адажио, ҡайынҡайҙар кордебалеты; балетмейстер Л. Е. Бородулин), «Айгөл иле»(Зөлхәбирәнең әхирәттәре менән осрашыуы; балетмейстер И. Х. Хәбиров) һ. б. Х. Ш. Заимовтың һәм А. Г. Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр» (1-се акттағы адажио, геройҙарҙы мыҫҡыллаған халыҡ төркөмө, Ғәлимә менән Закир монологтары; балетмейстер Х. Ф. Мостаев), Л. З. Исмәғилеваның «Арҡайым» (баҫтырышыу, алыш күренештәре һ. б.; балетмейстер А.Петров) балеттарындағы күренештәрҙә һ. б. симфоник бейеү файҙаланыла.
60‑сы йылдарҙа БАССР-ҙа бал, эстрада бейеүҙәре, 70‑се һәм 80‑се йылдарҙа башҡорт халыҡ сәхнә бейеүҙәре киң үҫеш ала. Халыҡ ансамблдәре репертуарҙарындағы бейеүҙәрҙе Г. В. Анищенко, Й. З. Бикбирҙин, Р. Ф. Ғәбитов, Ғәскәров, Х. Ф. Мостаев, Л. И. Нагаева, Р. Ж. Низаметдинов, В. Г. Степанов, И. Х. Хәбиров һ. б. ҡуя.
Р. Х. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы
Профессиональ башҡорт башҡарыусыларын, хореографтарҙы, музыканттарҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында махсус төркөмдәрҙә әҙерләйҙәр. 1934 йылдан башҡорт балеты өсөн артистар әҙерләүҙе Ленинград хореография училищеһының милли бүлексәһе алып бара, унда республиканың һәләтле балалары уҡытыла (беренсе сығарылыш 1941 йылда була);
50—70‑се йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет студияһы эшләй (педагогтар З. Н. Бәхтиәрова, В. Х. Пяри, Ф. Н. Әхмәтшин, М. С. Ямаева, Х. Ғ. Сафиуллин, Ф. М. Саттаров, М. А. Таһирова);
Р. Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжы[14] (1985 йыл);
Тереғолов Шамил Әхмәт улы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы, Пермь хореография училищеһын тамамлаған, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе.
Шапкин Владимир Иванович — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (классика бүлексәһе, дуэт бейеүе), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
Изгина Роза Ғата ҡыҙы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (характерлы бейеү), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы (испан һәм сиған бейеүҙәре оҫтаһы).
Ушанов Юлай Ғиниәт улы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы («Жизель», «Дон Кихот», «Аҡҡош күле» балеттары)[15].