Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы | |
---|---|
![]() |
|
Деталдәр | |
Раҫланған | 12 октябрь 1993 |
ДГР номеры | 164 |
Художник | Фазлетдин Ислахов |
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы (рус. Герб Республики Башкортостан) — Башҡортостандың дәүләт символы.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһының 1993 йылдың 12 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында» законы менән раҫлана[1], 1999 йылдың 6 июлендә ҡайтанан раҫлана[2]. Рәсәй Федерацияһының дәүләт геральдика регистрында 164 һаны менән теркәлгән. Авторы — Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.
Тасуирламаһы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә ҡалҡып килеүсе ҡояш һәм уның нурҙары фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнә. Түбәндәрәк — ҡурай сәскәһе тажы. Герб нигеҙенә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫтәрендәге, аҡ юлына «Башҡортостан» тип яҙылған таҫма төшөрөлгән. Салауат Юлаев һәйкәле һәм биҙәк — алтынһыу, ҡурай сәскәһе — йәшел, ҡалҡып килеүсе ҡояш — асыҡ алтынһыу төҫтә, ҡояш нурҙары — һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон — аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр — ҡуйы алтынһыу төҫтә.
Гербта башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле — азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе дөйөмләштерелгән яугир егет образы, ул Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген символлаштыра.
Зәңгәр төҫ — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын; аҡ төҫ — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын; йәшел төҫ — иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы, ете тажы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- «Рәсәй менән 450 йыл» сайтында герб һәм гимн тураһында 2007 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
- «Гералдика» сайтында Герб Республики Башкортостан