1992 йыл 17 ноябрь — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Күмертау районы исеме Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә, район үҙәге Ермолаево ҡасабаһына 1990 йылда күсерелгән була.
1996 йыл 29 октябрь — Бишбүләк районы Калинин ауыл советына ҡараған Яңы Васильевка ауылының исеме Уҫаҡкисеү итеп үҙгәртелә. БР законы, № 47-з, 1996 йыл 29 октябрь.
1996 йыл 29 октябрь — Благовещен районы Бедеева Поляна ауыл советына Давыдов ауыл советы ҡушыла һәм яңы сиктәр билдәләнелә. БР законы, № 48-з, 1996 йыл 29 октябрь.
1996 йыл 29 октябрь — Дәүләкән районы Поляковка ауыл советынан Михайловка ауыл советы бүленеп сыға һәм сиктәр үҙгәртелә. Михайловка ауыл советы үҙәге итеп Вперёд ауылы билдәләнә, ауыл советы биләмәһенә Дуҫлыҡ, 1533, 1536, 1539 км тимер юл будкалары исемле утарҙар инә. БР законы, № 49-з, 1996 йыл 29 октябрь.
1997 йыл 21 февраль — Благовещен районы Турбаҫлы ауыл советына ҡараған Щепной ауылы Туғай ауыл советына индерелә, Яңауыл ҡасабаһы иҫәп яҙыуынан алына (был өлөш 21.06.2006 № 329-з БР Законы менән ғәмәлгә ингән). Иҫке Турбаҫлы һәм Арҡауыл ауылдарын берләштергән Турбаҫлы ауыл советы Өфө ҡалаһы ҡарамағына күсерелә. Благовещен районы, Благовещен районы Туғай ауыл советы, Өфө ҡалаһы сиктәре үҙгәртелә. БР законы, № 75-з, 1997 йыл 21 февраль.
1997 йыл 21 февраль — Мәләүез районы Мәләүез ауыл советына ҡараған Туғайлы ауылы Мәләүез ҡалаһы ҡарамағына күсерелә. Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез ауыл советы сиктәре үҙгәртелә. БР законы, № 76-з, 1997 йыл 21 февраль.
1997 йыл 21 февраль — Федоровка районы Балыҡлы ауыл советын бүлеп Ҡораласыҡ ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәрә. Ҡораласыҡ ауыл советына Ҡораласыҡ һәм Балыҡлыбаш ауылдары инә, ауыл советы үҙәге итеп Ҡораласыҡ билдәләнә. БР законы, № 77-з, 1997 йыл 21 февраль.
1997 йыл 21 февраль — Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауыл советын бүлеп Байгилде ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәртелә. Байгилде ауыл советына Байгилде, Йәлдәк, Ҡаҙы-Йәлдәк ауылдары инә, үҙәге итеп Байгилде билдәләнә. БР законы, № 77-з, 1997 йыл 21 февраль.
1997 йыл 24 июль — Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл советы төҙөлә. БР законы, № 108-з, 1997 йыл 24 июль.
1997 йыл 24 июль — Күгәрсен районы Ибрай ауыл советына ҡараған База Заготскот ҡасабаһы Ғәзиз ауылы тип үҙгәртелә. БР законы, № 109-з, 1997 йыл 24 июль.
1997 йыл 24 июль — Күгәрсен районы Сынъяп ауыл советы төҙөлә. БР законы, № 110-з, 1997 йыл 24 июль.
1997 йыл 24 июль — Баймаҡ ҡалаһы ҡарамағындағы Семеновка руднигы һәм Монасип ауылын бүлеп алып Семеновка ауыл советы төҙөлә, сиктәр үҙгәртелә. Семеновка руднигы Семеновка ауылы тип ауылы тип атала һәм ауыл советы үҙәге итеп билдәләнә. БР законы, № 111-з, 1997 йыл 24 июль.
1998 йыл 28 ғинуар — Учалы районы Сәфәр ауыл советын бүлеп Мансур ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәртелә. Мансур ауыл советына Мансур һәм Ильинка ауылдары инә, үҙәге итеп Мансур ауылы билдәләнә. БР законы, № 135-з, 1998 йыл 28 ғинуар.
1998 йыл 8 февраль — Бишбүләк районы Михайловка ауыл советына ҡараған Кожай-Максим ауылы Йәрмәкәй районы Бекетов ауыл советы ҡарамағына күсерелә, райондар һәм ауыл советтары сиктәре үҙгәртелә. БР законы, № 138-з, 1998 йыл 8 февраль.
1998 йыл 30 апрель — Өфө районы Булгаков ауыл советынан Ольховка ауыл советы бүленеп сыға. Ольховка ауыл советына 119 йылҡысылыҡ заводы Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы (артабан Ольховое ауылы исемендә)һәм Федоровка ауылы инә, үҙәге итеп 119 йылҡысылыҡ заводы Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы билдәләнә. БР законы, № 155-з, 1998 йыл 30 апрель.
1998 йыл 30 апрель — Нуриман районы Сандар ауыл советы бөтөрөлә, Сандар ауылы Ҡыҙыл шишмә ауыл советы биләмәһенә инә. Ауылдарын асыҡларға кәрәк. БР законы, № 156-з, 1998 йыл 30 апрель.
1998 йыл 29 май — Ҡариҙел районы Раздолье ауыл советы бөтөрөлә, биләмәһе Урғыш ауыл советына бирелә. Ауылдарын асыҡларға кәрәк. БР законы, № 162-з, 1998 йыл 29 май.
1998 йыл 29 май — Ҡариҙел районы Үрге Ҡаҙмаш ауыл советы бөтөрөлә, биләмәһе Кирҙә ауыл советына бирелә. Ауылдарын асыҡларға кәрәк. БР законы, № 163-з, 1998 йыл 29 май.
1998 йыл 21 октябрь — Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советын бүлеп Ҡолғана ауыл советы төҙөлә, сиктәр үҙгәртелә. Ҡолғана ауыл советы үҙәге итеп Ҡолғана ауылы билдәләнә, ауыл советына шулай уҡ Һарғая ауылы инә. БР законы, № 185-з, 1998 йыл 21 октябрь.
1998 йыл 9 декабрь — Учалы ҡалаһы ҡарамаҡында Бөйҙә ауыл советы төҙөлә (артабан район ҡарамағына күсә). Бер генә ауыл — Бөйҙә ауылы инә. БР законы, № 200-з, 1998 йыл 9 декабрь.
1999 йыл 22 ғинуар — Балаҡатай районы Тарҙау ауыл советы үҙәге Тарҙау ауылынан Ләүәле ауылына күсерелә. БР законы, № 213-з, 1999 йыл 22 ғинуар.
1999 йыл 19 март — Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауыл совет бүленеп Наумкин ауыл советы төҙөлә. Наумкин ауыл советына Наумкин Һәм Әмзә ауылы инә, үҙәге итеп Наумкин ауылы билдәләнә. БР законы, № 224-з, 1999 йыл 19 март.
1999 йыл 30 декабрь — Ҡариҙел районы Ҡараиҙел ҡасаба советы бөтөрөлөп Магинск ауыл советы төҙөлә. Ҡараиҙел ҡасабаһы Сосновый Бор ауылы итеп үҙгәртелә. Магинск ауыл советына Магинск ҡасабаһы һәм Сосновый Бор ауылы инә, үҙәге итеп Магинск ҡасабаһы билдәләнә (артабан ауыл итеп үҙгәртелә). БР законы, № 42-з, 1999 йыл 30 декабрь.
1999 йыл 30 декабрь — Мәләүез районы Мәләүез ауыл советы үҙәге Ҡаран ауылынан Сарлаҡ ауылына күсерелә. БР законы, № 43-з, 1999 йыл 30 декабрь.