Сәйғәфәр

Сәйғәфәр (рус. Сайгафар) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 674 кеше[2]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807005.

Икенсе исеме Комсомол

Исеменең килеп сығышы

Исеме ҡыҫҡартылып Сәйетғәфәр антропонимынан алынған[3].

Географик урыны[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡморон): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 69 км

Тарихы

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Ауыл йорт старшинаһы Сәйетғәфәр Байегетовтың утары урынында барлыҡҡа килә һәм уның исемен йөрөтә[3]. 1931 йылдан РККА-ның 46-сы Баймаҡ йылҡы заводының — Комсомол бүлексәһе, 1956 йылдан — Баймаҡ совхозының, 1997 йылдан — «Баймаҡ» ПСК-һының бүлеге. Халыҡтың төп шөғөлө — игенселек һәм малсылыҡ[3]. Ауылда бөрйән башҡорттары йәшәй.

Бөгөнгөһө

Ауылда мәҙәни тормош ҡайнап тора. Клубты ремонтлағандан һуң бигерәк тә әүҙемлелек һиҙелә: һәр урам концерт әҙерләй, ауыл һәүәҫкәрҙәре спектакль әҙерләйҙәр[4]. «Хазина» ансамбле ойошторолған, ағинәйҙәр ойошмаһы бик әүҙем, йолаларҙы тергеҙеү эшен яҡшы ойоштора[5]. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр бар[6]. Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, йыйындар кеүек мәҙәни саралар, спорт ярыштары, төрлө акциялар, флешмобтар үткәрелә.

«Беҙҙең Һаҡмар буйында муйыл иҫ киткес мул үҫә. Йыл һайын күп итеп йыйып, ит турағыстан үткәреп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя инек. Әле лә тыуған яғыма — Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылына, еләк-емештең өлгөргән осорона тура килтереп, ҡайтырға тырышабыҙ, элеккесә муйылға сығабыҙ» (Рәшиҙә Мәһәҙиева[7].)

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 463
2010 йыл 14 октябрь 630 332 298 52,7 47,3
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (97 %) йәшәй[8].

Урамдары

  • З. Вәлиди урамы рус.  З. Валиди (улица)
  • Тыныслыҡ урамы рус.  Мира улица)
  • Һаҡмар урамы рус.  Сакмара улица)
  • Таулы урамы рус. Горная улица)
  • Совет урамы рус.  Советская улица)
  • Түләш урамы рус.  Туляша улица)
  • Йәштәр урамы рус.  Молодежная улица)
  • Салауат Юлаев урамы рус.  Салавата Юлаева улица)
  • Ш. Бабич урамы рус.  Ш. Бабич улица)

[9]

Ауылдың билдәле кешеләре

  • Әхмәтсафа Юнысбаев - механизатор, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры
  • Рамаҙан Юнысбаев - механизатор, Почет билдәһе ордены кавалеры
  • Яһаннур Юнысбаев - зоотехник, Хеҙмәт даны ордены кавалеры
  • Миңлеғәле Райманов — көтөүсе, Ленин ордены кавалеры.
  • Хазина Аҡбулатова — һауынсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы, Почет билдәһе ордендары кавалеры
  • Рәшиҙә Мәһәҙиева — «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы, «Көмөш ҡауырһын» халыҡ-ара асыҡ ижади конкурсы лауреаты, филология фәндәре кандидаты[7]
  • Әминева Әнисә - биология фәндәре кандилаты, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы.

Шулай уҡ уҡығыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  4. Лена Алсынбаева. Ә беҙҙең ауылда…
  5. «Әйләнә, орсоҡ әйләнә»
  6. Альбина Ҡоҙашева. Ҡулдарынан матурлыҡ тыуа
  7. 1 2 Суҡ муйылдар — табын түрендә
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  9. Улицы

Һылтанмалар

  • Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  • Усманова М. Г. Имя отчей земли. Bсторико лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5

Әҙәбиәт

Видеояҙмалар

Тема буйынса өҫтәмә