Хәсән (Баймаҡ районы)

Хәсән (рус. Хасаново) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 48 кеше[2]..

Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849006. [3].

Тарихы

Сибай ауылы кешеләре 1816 йылда нигеҙ һалған. Бында дистанция начальнигы Рысҡужа Аҫылғужин улдары Тусҡәли һәм Сирғәли менән, алты ағалы-ҡустылы Байназаровтар, Аҡназар Яҡупов ике улы менән, Кинйә, Нарымбай, Ҡаҙаҡбай Бикьяновтар, Иҫәнғол Мәмбәтсурин күсеп төйәкләнәләр[4]. Йорт старшинаһы сотник Хәсән Байназар улы Биишев исемен йөрөтә. Һуңыраҡ ул 6-сы башҡорт кантоны начальнигы була (1838—1846). Кантонда 50 мең кеше йәшәй. Хәсән ауылы — кантон начальнигының штаб-фатиры була[3].

Тарихта Хәсән Биишевтың оло ҡаҙанышы — 1864 йылда ул бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамьян ырыуҙары шәжәрәһен күсереп ала[3].

1834 йылда бында 59 кеше йәшәй, 1920 йылда — 327, 1939 йылда — 156 кеше, 1989 йылда — 23 кеше йәшәй.

Совет осоронда ауыл Сталин исемендәге колхоз составында була. Һуңғараҡ — Киров исемендәге колхоз составына ингән. Артабан — Сибай совхозының Йәнйегет бүлексәһендә, әммә ауыл халҡы күпселектә БМСК-ла эшләйҙәр һәм индивидуаль хужалыҡ алып баралар[3].

Аҙаҡҡы йылдарҙа ауыл әүҙем үҫешә. Яңы йорттар барлыҡҡа килде. Мәсет төҙөлдө.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 57 30 27 52,6 47,4

Географик урыны

Ҡаракүбәк йылғаһы буйлап урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 12 км

Ауылдың билдәле шәхестәре

  • Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.02.1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтиадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2003)[5].
  • Мирсаяф Биишев — В. И. Ленин менән бер ваҡытта уҡыған, студенттар йыйылышында ҡатнашҡан;
  • Сәйетбаттал Байназаров — Сибай МТС-ы директоры. Репрессияланған;
  • Хәсәнов Ғибәт — Бөрйән-Таналыҡ улусының рәйесе;
  • Ф. Биишев — ВЛКСМ-дың Баймаҡ райком яуаплы секретары. Репрессияланған;
  • Хәсәнов С. Г. — Сибай АТП-һы директоры. Рәсәй Федерацияһының автотранспорты атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Сирғәлин А. Ә. — республикала билдәле хирург[3].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 5 6 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. http://ufagen.ru/places/baymakskiy/khasanovo_baym.html Хасаново
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2018)

Сығанаҡтар

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Тема буйынса өҫтәмә