Буранбай

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Буранбай
рус. Буранбаево
52°38′19″ с. ш. 57°59′52″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Баймаҡ
Ауыл советы Таулыҡай
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 417[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453678
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 206 846 002
ОКТМО коды 80 606 446 106

Буранбай (Рәсәй)
Буранбай
Буранбай (Башҡортостан Республикаһы)
Буранбай

Буранбай (рус. Буранбаево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 447 кеше булған[2]. Почта индексы — 453678, ОКАТО коды — 80206846002.

XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән. Башта Әликәш исеме менән йөрөтөлә, һуңынан — башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының береһе булған Кинйәбулаттың исемен йөрөтә. 1786 йылғы губерна картаһында Әликәш ауылы күрһәтелгән. Әликәш Һөйөндөков — Бөрйән улусы старшинаһы, Кинйәбулат Әликашевтың атаһы. Атаһы старшиналыҡ иткән саҡта ауыл уның исемен йөрөткән. Әликаш (1679—1755) — 1755 йылғы ихтилалы ҡатнашыусыһы, Ырымбур губернаһында ҡаты язалауҙан һәләк була. Уның улы Бикбулат XVIII уртаһынан улус старшинаһы була. Карателдәр командаһы яҡынлашҡас, 1755 йылдың 22 майында Бикбулат уларҙың яғына күсә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең Ишмебәт һәм Байморат улдарын Ҡаҙағстанға ихтилалға ҡушылырға өндәмәләр менән ебәрә[3].

Ауыл халҡынан 1812 йылғы Ватан һуғышында рядовойҙар Ҡурмаш Юлъяҡшин Һәм Мәксүт Ҡотоев көмөш миҙалдарға лайыҡ була[3].

Төп шөғөлдәре — малсылыҡ. 1839 йылда 59 йорттан (357 кеше) 50 көймәле арбала йәйләүгә сығалар, йәйләү урындары булып Аҡморон, Йылайыр, Һаҡмар йылғалары һанала. Уларҙың 714 йылҡы малы, 418 эре малы, 115 һарығы, 216 кәзәһе була. 70 дисәтинә ерҙә улар 24 бот ужым бойҙайы һәм 384 бот ярауай бойҙай сәскәндәр[3].

1930 йылда тораҡ пункты халыҡ сәсәне Буранбай Ҡотдосов хөрмәтенә Буранбай тип үҙгәртелә. 1795 йылда 67 йортта 490 кеше йәшәй, 1859 йылда — 59 йортта 389 кеше, 1920 йылда — 123 йортта 617 кеше, 1939 йылда — 362 кеше, 2000 йылда — 117 йортта 453 кеше[4]. Мәсет булған.

Октябрь революцияһына тиклем халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнә. Профессор Ә. З. Әсфәндиәров мәғлүмәттәренә ярашлы, 1859 йылда 59 йортҡа 714 йылҡы малы, 418 һыйыр, 115 һарыҡ, 216 кәзә һәм 70 дисәтинә сәсеүлек ере тура килә.

1928 йылда Ленин исемендәге ауыл хужалығы артеле ойошторола, 1930 йылда артель колхоз итеп үҙгәртелә. Беренсе рәйестәре — Н. Хәмитов, Ш. Раев. 1939 йылда колхозда 125 йылҡы малы, 150 эре мал, шул иҫәптән 46 һыйыр, 210 һарыҡ, 56 кәзә иҫәптә тора[4].

1951 йылда колхоздарҙы эреләткән саҡта Ленин исемендәге һәм «Комсомол» колхоздары берләштерелә (Ленин исемендәге колхозы исеме аҫтында). Артабан бында колхоздың Буранбай бригадаһы була.

Буранбай ауылы — данлыҡлы, бөтә республикала билдәле ауыл. Уның феномены әле булһа ла асылмаған сер булып ҡала. Буранбай ере таланттарға — шағир-сәсәндәргә, бейеүселәргә, йырсы-ҡурайсыларға бай. Кемде генә алма, йә йырлай, йә бейей, йә шиғыр һөйләй, йә ҡурай тарта[5].

Башҡорттар-100 % Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 417 203 214 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Буранбай сәсән иҫтәлегенә ХХ быуаттың 30 йылдарынан уның исемен йөрөтә.
  • XVIII быуат башында ауылдың исеме «Әликәш» булыуы билдәле: Әликәш Һөйөндөк улы менән бәйле.
  • XVIII быуат урталарынан «Кинйәбулат» исемендә теркәлгән. Олоҫ старшинаһы Кинйәбулат Әликәш улы менән бәйле. XIX быуат уртаһында бүлендек ауыл Яңы Кинйәбулат барлыҡҡа килгәс, Иҫке Кинйәбулат исеме менән йөрөтөлгән.

Ҡурайсылар Йәмил Үтәбаев, Зәйнулла Раев, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтар, Айтуған Усманов, Илгиз Ғәйетбаев, йырсылар, ағалы-ҡустылы Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Юнир Һағынбаев, Иршат һәм Азат Ҡарасуриндар, Нух Ҡотоев, бейеүселәр Зарифа Аралбаева, Хәбир Аралбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Азат Буранбаев, Рәфҡәт Әбйәлилов.

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 Буранбаево (Кинзебулатово, Аликашево)
  4. 1 2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. http://bash.bashgazet.ru/bashkir/30375-buranbay-auyly-fenomeny.html Буранбай ауылы феномены
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Үтәбәев Мөхлис Суфиян улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2018)
  7. В Уфе ушел из жизни заслуженный работник культуры Башкирии Ахият Гаитбаев. ИА «Башинформ», 9 апреля 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2025)
  8. О присвоении почетного звания "Заслуженный учитель Республики Башкортостан" работникам народного образования республики. Указ Президента РБ от 23.08.1995 N УП-480. Информационный портал Республики Башкортостан 2019 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)