Ниғәмәт

Ниғәмәт (рус. Нигаматово; икенсе атамаһы Үрнәк) — Башҡортостан Республикаһындың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 906 кеше булған[3]. Почта индексы — 453657, ОКАТО коды — 80206840001.

Тарихы

1847 йылда 1-се Моҡас ауылынан 15 ғаилә күсеп килеп, яңы ауылға нигеҙ һала. Беренсе күсенеүсе Ниғмәтулла Килдәкәев (уның улдары — Өмөтҡужа, Толомғужа, Мөхәмәтйән (улы Вәлит), мөхәмәт сәлим (улы Әхмәтшәриф), Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтсаиф, Ғариф) хөрмәтенә Ниғәмәт исемен йөрөтә. Бер аҙ һуғыраҡ Ниғәмәтулланың ағаһы Хоҙайнаҙар үҙенең балалары менән (Утарбай, Сабит, Хөсәй, Шаһбал, Ғабдрахман) килеп төпләнә[4]. Моҡас ауылында Килдекәй Ҡаҙерғолов йәшәгән (1766 йылғы), Ниғәмәтулла Килдекәев уның улы (1791 йылғы)[5].

Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, һунар һәм умартасылыҡ меннән шөғөлләнә. 1850 йылда 15 йортта 50 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда — 38 йортта 206 кеше йәшәгән[5].

1926 йылда бында «Ҡыҙыл ҡарағай» колхозы ойошторола, 1931—1934 йылдарҙа — Сталин исемендәге колхоз, 1934—1960 йылдарҙа — «Үрнәк», 1960—1964 йылдарҙа — «Ҡыҙыл маяҡ», 1964 йылдан алып — Салауат исемендәге колхоз[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 838 405 433 48,3 51,7

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

Шулай уҡ уҡығыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. 1 2 Нигаматово
  6. Сельские советы

Сығанаҡтар

  • Нигаматово
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Һылтанмалар

  • Ниғәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2021)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978—5—295—04683—4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә