Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова (рус. Ахметьянова Наиля Ахмадулловна, 1969 йылдың 8 июне, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-журналист, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007).
Биографияһы
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова (ҡыҙ фамилияһы — Иҫәнбаева) 1969 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. 1986 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Киң мәғлүмәт саралары өсөн кадрҙар әҙерләү республика программаһы буйынса 3-сө курстан һуң уҡыуын дауам итер өсөн М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына ебәрелә. Бында ул ваҡытлы матбуғат кафедраһында махсуслашыу үтә.
1992 йылда университетты тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса Өфөләге «Толпар» телерадиокампанияһында диктор һәм хәбәрсе булып эшләй.
Артабан 1996—1997 йылдарҙа Сибай ҡала гәзите «Атайсал»да хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.
1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына эшкә саҡырыла һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Уҡытыу методикаһы һәм рус филологияһы» кафедраһында уҡытыусы булып дауам итә. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты журналистика кафедраһында доцент вазифаһын башҡара[1][2].
Фәнни хеҙмәттәре
- Жанровые особенности башкирского романа о современности. Уфа,2011.-102 с.
- Роман и современность. Уфа, 2012.-100 с.
- Особенности жанра интервью в башкирской журналистике.Уфа, 2017.-112 с.
- Современные печатные издания Республики Башкортостан. Уфа, 2018.-114 с.
- Печать Великой Отечественной войны: газета «Ҡыҙыл атлылар» 112-й Башкирской кавалерийской дивизии.-Уфа, 2019. -98 с
Бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау ҡағыҙы (2015)
- Башҡорт дәүләт университетының Маҡтау ҡағыҙы (2019)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Факультет башкирской филологии, востоковедения и журналистики. УУНиТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Наиля Ахметьянова. ВК:Кафедра журналистики факультета башкирской филологии, востоковедения и журналистики БашГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.