Сибай

Сибай — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге.

Физик-географик характеристика

Өфө ҡалаһынан — 521 км, Силәбе ҡалаһынан — 362 км, Ырымбурҙан — 385 км, Екатеринбургтан — 600 км, Магнитогорсктан — 122 км, Гайҙан — 186, Орск ҡалаһынан 227 км алыҫлыҡта ята.

Ҡала рельефы тигеҙ һәм убалы-түбәле, абсолют билдәләр диңгеҙ кимәленән 335—383 м юғары урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа иң ситке нөктәләр араһы — 9 км, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 12 км тәшкил итә.

Тарихы

Сибай Башҡортостандың иң йәш ҡалалары араһында булһа ла, эргә-тирәлә табылған ҡомартҡылар борон-борондан бында кеше йәшәүен иҫбатлай. Хәҙерге Сибай ҡалаһы һәм яҡындағы Баймаҡ районы ерҙәрендә электән бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Ҡала 8—9 быуаттарҙа телгә алынған бөрйән башҡорттарының аҫаба ерҙәренә ингән. Башҡорт шәжәрәләрендә яҙылғанса, Һаҡмар һәм Төйәләҫ йылғалары бассейнында Турахан күсмә тормош көткән (Артабан ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында йәшәгән. Турахан кәшәнәһе 14-15 бб. төҙөлгән, хәҙерге Шишмә районында урынлашҡан).

Сибай ҡалаһы тарихында ҙур урынды Сибай (Иҫке Сибай) ауылы тотоп тора. Уның тарихы 18 б. 70-се—80-се йылдарынан башлана. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ейәне Ш. У. Сибаев властар һәм халыҡ яғынан яҡшы характеристика алған, сәсән һәм «Сибай» йырының авторы булған.

Сибай ҡалаһы XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлау менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала статусы ала.

Ҡалала 61 597 кеше йәшәй, Төйәләҫ ауылы менән бергә 62 471 кеше иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр 2005 йылдың 1 ғинуарына тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында (Төйәләҫ менән бергә) 60 144 кеше иҫәпкә алынған. Шуларҙың 48,7 — % башҡорттар, 38,7 % — урыҫтар, 8,9 % татарҙар тәшкил итә.

Сибай аша Магнитогорск — Ира федераль автомобиль юлы һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сермән республика әһәмиәтендәге автомобиль юлы үтә.

Климаты

Асыҡ һәм тигеҙ рельеф сәбәпле, йыл буйы ел тиҙлеге юғары: 5—7 м/сек, күбеһенсә көнбайыштан иҫә. Ҡалала континенталь климат, йәй уртаса йылы, ҡайһы саҡта эҫе, ҡоро, ҡыш һалҡын була. Йылдың уртаса яуым-төшөм кимәле — 300 мм, дымлы атлантик һауаһын Урал тауҙары туҡтата.

NASA мәғлүмәттәре буйынса Сибайҙа уртаса тәүлек һауа температураһы[5]
Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноябрь Декабрь Йыл
−13,0 °C −13,0 °C −8,0 °C 3,0 °C 14,0 °C 20,0 °C 21,0 °C 19,0 °C 12,0 °C 3,6 °C −6,0 °C −12,0 °C 3,0 °C
undefined

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1939[6]1959[7]1967[6]1970[8]1979[9]1989[10]1992[6]1996[6]1998[6]
240028 82237 00037 65640 29447 25748 40053 90055 400
2000[6]2001[6]2002[11]2003[6]2005[6]2006[6]2007[6]2008[6]2009[12]
57 90058 90059 08259 10061 60062 90064 30065 20067 224
2010[13]2011[6]2012[14]2013[15]2014[16]2015[17]
62 76362 80062 91162 66962 56262 356
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
60 000
70 000
1970
1998
2005
2010
2015

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 288 урында[18] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[19]). .

Милли составы

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 53 %, урыҫтар — 35,6 %, татарҙар — 8,3 %, башҡа милләт вәкилдәре — 3,1 %[20].

Мәғариф

Ҡаланың төп уҡыу йорттары:

Сибайҙа 14 дөйөм, 12 мәктәпкәсә, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 2 ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.

Мәҙәниәт

undefined

Спорт

undefined
  • «Ирәндек» боҙ һарайы
  • «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексы
  • «Шахтостроитель» футбол клубы
  • «Горняк» хоккей клубы
  • «РОСТО» Сибай парашют клубы
  • «Шоңҡар» кикбоксинг клубы

Билдәле шәхестәре

Парк Победы (Сибай).JPG

Иҫтәлекле урындар

Архитектура

  • С. Юлаев һәйкәле
  • Ф. И. Белов һәйкәле
  • А. Матросов һәйкәле
  • «Мәңгелек ут» мемориалы
  • Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәйкәле
  • В. И. Ленин һәйкәле
  • Зәки Вәлиди Туған һәйкәле

Телевидение

Радиостанциялар

Транспорт

Магнитогорск-Сибай (Көньяҡ Урал т. юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 110 км). Әбйәлил һәм Баймаҡ р ндары аша үтә. 1954 й. төҙөлгән.

Гәзит

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  3. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  4. http://admsurgut.ru/rubric/120/Partnery-Surguta
  5. NASA. База данных RETScreen
  6. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Народная энциклопедия «Мой город». Сибай. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2013. Архивировано 9 октябрь 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  13. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  16. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  18. с учётом городов Крыма
  19. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  20. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Республике Башкортостан(недоступная ссылка)
  21. Башҡорт энциклопедияһы — Любушкин Виктор Васильевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  22. Руденко Олег Анатольевич. Биографическая справка (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)

Сығанаҡтар

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.

Һылтанмалар

Ошибка Lua в Модуль:Navbar на строке 12: Invalid title Башҡорттар һаны буйынса Рәсәй тораҡ пункттары.