Сермән

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Сермән
Административ-территориаль берәмек Сермән ауыл советы, Белорет районы, Тамьян-Ҡатай кантоны и Верхнеурал өйәҙе
Почта индексы 453521
Административ үҙәге Сермән ауыл советы[1]
Уникальный номер ГАР 51b53273-1d3c-4e68-aa7d-1d1c6032fd56
Код КЛАДР 0201100003700
Дәүләт
Халыҡ һаны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Сермән (боронғо исемдәре Аҡкөсөк, Ҡормашты; рус. Серменево) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2018 кеше[3]. Почта индексы — 453521, ОКАТО коды — 80211843001.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сермән): 5 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға ҡасан нигеҙ һалынғаны тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ, шулай ҙа урындағы зыяратың ҡәбер ташына уйылған «1702 йылда Сермән ауылында Стәрлетамаҡ сауҙагәре Ғиләз ерләнгән» тигән яҙыу ниндәйҙер мәғлүмәт бирә һымаҡ. Әммә күрһәтелгән йылда Стәрлетамаҡ булмаған – был ҡала Ашҡаҙар пристане янында 1766 йылда ғына барлыҡҡа килә. Шуның өсөн, ташта уйылған яҙыуҙың дөрөҫ уҡылмауы йәки башҡа Стәрлетамаҡ тураһында әйтелеүе ихтимал.

1795 йылда үткән V Рәүиз яҙмаларында ауылдың исеме Сермән тип бирелә, икенсе исеме Аҡкөсөк тип бирелә. Ул осорҙа ул Ҡатай башҡорттарының иң ҙур ауылы булып тора: 60 хужалыҡта 205 ир-ат, 200 ҡатын-ҡыҙ тора.

Ауыл ике өлөштән тора - бер яғы Сермән, икенсе, Белорет ҡалаһы яғына ҡараған осо - Аҡкөсөк тип аталған. ХХ быуат аҙағында ике ауыл киңәйә барып, ҡушылған. Был атамалар ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Урындағы халыҡта йөрөгән риүәйәт буйынса, ауылға Аҡкөсөк исемле кеше нигеҙ һалған; ауылдың урынын уның атаһы Сермән һайлап алған, ти.

Ауылды нигеҙлеүсе кешенең исеме тарихи документтарҙа ла раҫлана – Аҡкөсөк Таһиров 1773 —1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы булараҡ сығанаҡтарҙа иҫкә алына ( "Документы ставки Пугачева", "Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии" йыйынтыҡтары). Ауыл ошо кешенең хөрмәтенә аталыуы шулай уҡ уның ғәскәри төркөмөнә ингән Абузар Абдулғайыр тарафынан Кинйә Арыҫланов исеменә яҙған рапорттала ла әйтелә. Был рапоррта Аҡкөсөк ауылы телгә алына; был ауылда тороусы Батыр Бәпәйев менән Ураҙгилде Имәнғоловты карателдәр әсирлеккә алған, тип белдерелә.

Ауылды нигеҙләүсенең улы Хоҙайбирҙе Аҡкөсөков исеме лә билдәле.

Ауылдың өсөнсө исеме Ҡормашты булған.

Бәләкәй Башҡортостан осоронда Сермән Тамъян-Ҡатай кантонының үҙәге була. [4].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биографияһы ауылға бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[7]
185722662018
Файл:Депутат Г. Ситдыкова в Серменевском детдоме.jpg
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гүзәл Ситдиҡова (уңда) Сермән балалар йортонда

Сермән балалар йорто[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сермән балалар йорто 1919 йылда ата‑әсәһе революция (1917) йәки Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған балалар өсөн хеҙмәт коммунаһы булараҡ асыла; 1930-сы йылдарҙа хеҙмәт колонияһы була. 1941 йылда Йырматау һәм Темәс балалар йорттарын ҡушалар. 2008 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә. 1942 йылдан башлап 2 меңдән ашыу бала уҡып сыҡҡан (2015), улар араһында Арыҫлан Мөбәрәков, Мөхөтдин Тажи, Әбүс, йәш яҙыусы А. Баймөхәмәтов бар. Балалар йорто ихатаһында Мөбәрәковҡа һәйкәл ҡуйылған (2008).2016 йылда балалар йорто ябыла [8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]