Абҙаҡ (Белорет районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абзаково
башҡ. Абҙаҡ
Абзаково - panoramio.jpg
53°49′46″ с. ш. 58°35′39″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Белорет
Тарихы һәм географияһы
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 515 метр
Климат континенталь
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 1331[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар, урыҫтар
Конфессиялар сөнни мосолмандар, православтар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453565
Код ОКАТО 80 211 804 001
Код ОКТМО 80 611 404 101
Номер в ГКГН 0523640
Абҙаҡ (Белорет районы) (Рәсәй)
Точка
Абзаково
Red pog.svg
Мәскәү
Абҙаҡ (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Orange pog.svg
Өфө
<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Белорет
Такого района нет в справочнике Белорет районы|Белорет
Точка
Абзаково
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Абҙаҡ (рус. Абзаково; икенсе атамаһы Төбәк) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1331 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80211804001.

Ауыл Ҡолсоғаҙы йылғаһы (Кесе Ҡыҙылдың ҡушылдығы) буйында, Белорет ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта 20 саҡрым, Яңы Абҙаҡ тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышта 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тирә-яҡтан Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары уратып алған. Янында Бикәмбәт һәм Һалмаурҙы тауҙары бар.

Абҙаҡ курорты

Абҙаҡ (Төбәк) ауылына 1795 йылда Балағаҙы йылғаһы буйында Нуғай даруғаһы Күбәләк олоҫо башҡорттары нигеҙ һалғандар һәм олоҫ старшинаһы Абҙаҡ Байымов исеме менән атағандар. Абҙаҡ үҙе Байым ауылына нигеҙ һалған тархан Байым Киҙрәевтың улы булған.

Ауыл ошо йылға буйындағы барлыҡ 13 күбәләк ауылының иң ҙурыһы була. Был йортта 219 кеше йәшәгән, 31 хужалыҡтан торған. 1859 йылғы рәүиздә 79 йорт һәм 638 кеше һаналған. Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу, хужалыҡтар һаны һаҡланып ҡалып, халыҡ иҫәбенең иһә яртылаш кәмеүен билдәләгән.

Абҙаҡтың баш балаһы Хоҙайҙатжил 1749-1839 йылдарҙа йәшәй, уның улдары Бикбулат (уның улдары Ҡунаҡҡужа, Йыһанша), Ташбулат (уның улдары Баймөхәмәт, Динмөхәмәт), Абдуллатиф (уның улдары Әбделмәннәф, Әбделхәким). Уртансы улы Юлдашбай Абҙаҡов 1786-1845 йылдарҙа, кесеһе Миңлебай Абҙаҡов 1794-1834 йәшәгән.

Ә бына киң таралған фамилияларҙы башлап ебәреүселәрҙең исемдәре - Иштимер, Ҡаһарман, Бикәй, Йәноҙаҡ, Сибай Аҡбулатовтар. Сибай Ямашев 14-се башҡорт полкы составында 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан.

Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Йәйләүҙәргә Урал тауы битләүҙәре буйындағы Сыуаҡ Йорт, Мәйтәм инештәре һәм Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйына сыҡҡандар. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 70 йорттан 65 тирмә менән күсеп йөрөгәндәр.

465 кешенең 475 аты, 250 һыйыры, 246 һарығы, 55 кәзәһе булған. Игенселек аҡрынлап ҙурыраҡ майҙандар яулай башлай. Ауылдың 212 дисәтинә һөрөнтө ере булған. Оло Ҡыҙылда - 7 тирмән эшләп торған. Бөтә халыҡ иҫәбенә 240 бот ужым һәм 1620 бот яҙғы иген сәселгән[3].

Хәҙерге ваҡытта Абҙаҡ ауылында мәктәп, амбулатория, мәсет, китапхана, мәҙәниәт һарайы, ҡунаҡханалар бар.

Ауыл янында киң билдәле тау саңғыһы спорты комплексы һәм курорты ойошторолған[4].

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 356
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 822
1959 йыл 15 ғинуар 962
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1045
2002 йыл 9 октябрь 1286
2010 йыл 14 октябрь 1331 633 698 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

с

Ерләнгәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Әхмәт Лотфуллин Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған, мәгәр кесе йәштә сағында уҡ Абҙаҡҡа күсеп килгән булғандар [6] Рәссам был ауылда бик йыш булған, сөнки унда туғандары йәшәгән, байтаҡ геройҙары тап ошо ауыл кешеләре, туғандары. Абҙаҡ урта мәктәбенә тап шуның өсөн атаҡлы рәссам исеме бирелгән дә инде. Ауылда шулай уҡ уның музейы ла ойошторолған[7].Рөссамдың мәңгелек йорто ла, үҙенең васыяты буйынса, ошонда[8].
  • Йырсы Роза Аҡкучукова ла бында ерләнгән. Был да уның үҙенең теләге буйынса эшләнгән. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов уның тураһындағы иҫтәлегендә ошолай яҙа: …осрашыуҙарҙың бере­һенән һуң ҡайтырға сыҡҡанда Роза апай шаярыу ҡатыш әйтеп һалды: «Бына беҙҙең күп кенә коллегалар донъя ҡуйғас, ҡалала ерләнә. Ошондай матур ауылыбыҙ булып та, нисек сит ерҙә ятмаҡ кәрәк?! Мәшһүр рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллин да васыят итеп, Абҙаҡта ерләнде бит. Һуңғы төйәгең матур тыуған ереңдә булыу ҙа — оло бәхет! — тине»[9]..

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • YouTube сайтында Видео Роза Аккучукова - Һин ултыртҡан муйыл
  • YouTube сайтында Видео Айгиз Баймухаметов
  • YouTube сайтында Видео Ахмат Лутфуллин, народный художник Башкортостана.
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.109
  4. Горнолыжный курорт Абзаково в России
  5. 1 2 «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар 2016 йылдың 9 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2016)
  6. Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): IX синыф өсөн дәреслек. 1-се баҫма. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2004. — 176 бит.- 19-сы бит. — ISBN 5-295-03391-0.
  7. «Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер»
  8. ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы
  9. Роза йырлаған саҡта…
  10. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 30 ноябрь 2018 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2018)