Йыр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йыр
Хештег song
Инструментовка вокал[d]
Викимәғлүмәт документацияһы Use audio track (Q7302866) instead for track on a music album, EP or single.
Модельный элемент Wuthering Heights[d] и Poovukkul[d]
Рәсем
Өлөшләтә тура килә песнь[d] и лирико-музыкальное произведение[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Атаҡлы опера йырсыһы, донъя йыр сәнғәте йондоҙо Асҡар Абдразаҡов

Йыр — шиғыр тексын еңел, хәтерҙә ҡалырлыҡ көй менән берләштергән вокаль музыка. Йыр жанр, бәйләнеш, башҡарыу формаһы һәм башҡа билдәләре менән айырыла. Йыр бер йырсы тарафынан һәм хор тарафынан башҡарылыуы мөмкин. Йыр музыкаль инструменттарға ҡушылып, һәм ҡушылмай башҡарылыуы (a cappella) мөмкин.

Йыр — башҡорт йола поэзияһының йәки фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Унда беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең Тыуған илен, батырҙарын данлай, шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән. Халыҡтың көндәлек тормош-көнкүрешенә яҡын булыуы, поэтик яҡтан камиллығы, көй һәм йыр тарихының берҙәмлеге башҡорт йырҙарын оҙон ғүмерле ижад төрө иткән. Башҡорт халыҡ йырҙарын төрлө принциптан сығып төркөмләргә мөмкин. Көйҙәренең характерынан сығып, мәҫәлән, уларҙы оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарға, ә йөкмәткеһе буйынса тарихи һәм лирик йырҙарға бүлеп йөрөтәләр.

Йыр — тар мәғәнәлә музыка-тел төҙөлөшө ябайлығы менән һыҙатланған бөтә халыҡтарҙа ла булған кесе лирик шиғри жанр; киң мәғәнәлә һүҙ һәм көйҙөң бер үк ваҡытта ҡатнашҡан ойоштормаһы[1].

Йырҙың көйө дөйөм алғанда текстың образлы йөкмәткеһенең дөйөмләштерелгән, йомғаҡлау сағылышы булып тора. Көй һәм текст структураһы буйынса оҡшаш: улар бер тигеҙ төҙөлөшлө — (йыш ҡына рефренлы — ҡушымталы) строфаларҙан йәки куплеттарҙан тора[2].

Йыр кешелек тарихында һәм мәҙәниәтендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гуслярҙар, Васнецов Виктор Михайлович картинаһы, 1899 йыл

Халыҡ йырҙары формаһы, һис шикһеҙ, иң боронғо, сөнки шиғри ижадтың айырым элементтары — эпос, лирик һәм драма айырым категорияла билдәләнмәгән, икенсенән, музыка бейеү һәм шиғриәт менән тығыҙ бәйләнештә тора.

Фән был өлкәлә етерлек күләмдә материалға эйә түгел. Боронғо йырҙарҙан беҙгә әҫәрҙе реконструкцияларға тура килгән «disjecta membra» рәүешендә өҙөктәр генә килеп еткән. Юҡҡа сыҡҡандары менән сағыштырғанда, һаҡланып ҡалған текстарҙың һаны бик аҙ. Мәгәр, уларҙан алынған тура мәғлүмәттәр ике төрлө рәүештә киңәйтелә һәм тулыландырыла ала:

  1. Уларҙы яҙып алыусыларҙың бик ентекле аңлатмаһыҙ теркәп ҡалдырған мәғлүмәттәре менән сағыштырыу юлы менән (текстар бөтөнләй һаҡланып ҡалмаған осраҡтарҙа был алым йыш ҡына теге йәки был категориялағы йырҙарҙы анализлауҙа төп йүнәлеш булып тора);
  2. Бик күп боронғо традицияларҙы һаҡлаусы тере халыҡ йыры булған боронғо материалдарҙы сағыштырыу юл менән.

Поэтика тикшереүҙең ике ысулы менән дә, йәғни туранан-тура һәм ситләтелгән дәлилдәр аша, файҙалана. Улар ярҙамы менән йырҙың эске тарихы төп һыҙаттарҙа тергеҙелә ала[3].

Алыҫ дәүерҙәрҙә йырҙарға хәҙер талап ителгән идеаль художество бурыстары ҡуйылмаған. Боронғо заманда иң мөһиме — йола, йыр уға ғына хеҙмәт иткән; ваҡыт үтеү менән генә эстетик элемент беренсе планға сыҡҡан, һәм йыр художество әҫәренә әүерелгән. Йола йырҙың эске йөкмәткеһенә лә, формаһына ла йоғонто яһаған. Уларҙың йөкмәткеһе дини булған, ниндәйҙер хәл-ваҡиға айҡанлы башҡарылған. Тәүтормош йәмғиәтенең изге һаналған гимндары, мәҫәлән, ике-өс кенә фразанан торған; улар туҡтауһыҙ ҡабатланған һәм ябай ғына итеп башҡарылған. Ғәҙәттә күмәкләп, хор менән башҡарғандар[3].

Йырҙың тарихи үҫеш юлы күмәкләп башҡарыуҙан айырым бер кеше башҡарыуына тиклем үҫешә. Һөҙөмтәлә уның ике төп: хор (синкретик) һәм шәхси (оркестика элементтары булмаған) формаһы килеп сыға. Шул нигеҙҙә йәмғиәттәге дифференциация дәрәжәһе буйынса, яһалма поэзия хасил була, ул үҙ йәмғиәтендәге билдәле бер өлөштөң идеяларын һәм кәйефен сағылдыра; хорға килгәндә инде ҡасандыр дөйөм халыҡ башҡарыуында булыуҙан туҡтап, ябай халыҡ башҡарыуындағы күренеш булып китә[3].

Шулай итеп, боронғо йырҙарҙан автор йыры айырылып сыға, ә һуңынан ахыр сиктә халыҡ йырынан алынған материал менән яңыртыла тора (мәҫәлән,А. В. Кольцов, Роберт Бёрнс һ.б.). Үҙ сиратында, автор йырының материалын халыҡ йыры ла эләктереп ала. Был йырҙарҙың ике категорияһы араһында даими күсеш уларҙың тарихының төп принцибы булып тора. Мәҫәлән, Германияла йәки Францияла трубадур, трувер һәм миннезингерҙар поэзияһы (XII—XIII быуат) халыҡ шиғриәтенә нигеҙләнә, әммә XV быуатта рыцарь поэзияһы, һуң урта быуат осоронда, үҙе менән халыҡ йырын яңырта[3].

Төрлө социаль ҡатлам йырҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теге йәки был халыҡтың йыры ғына түгел, ә икенсе синыф ҡатлам йырҙары тураһында ла (крәҫтиән, дворянлыҡ, эшсе һәм башҡа) һәм ваҡыт арауығы (урта быуат йыры, заманса популяр йыр) тураһында ла һөйләргә кәрәк.

Иң бай һәм күп һанлыһы — крәҫтиән йырҙары. Уларҙың социаль йәшәйеше йырҙарҙа тулы сағылыш тапҡан. Шул уҡ ваҡытта крәҫтиәндәр бер социаль бөтөнлөк булып торған феодаль-крепостнойлыҡ дәүере (бер дәүер арауығы) крәҫтиән йырҙары ла бер төрлө социаль берҙәмлек булып тора . XIX быуат аҙағындағы сәнәғәт капитализмы дәүере йырҙары крәҫтиәндәрҙең социаль дифференциацияһын сағылдыра. Хәлле ауыл халҡы үҙ йырҙарын, ярлылары үҙ йырҙарын сығарған. Рус крәҫтиәндәре араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар булыуы таҡмаҡтарҙа сағылыш тапҡан. Крәҫтиән ғаилә көнкүрешенең тотороҡлолоғо көнкүреш йырҙарының тотороҡлолоғона тәьҫир иткән.

Патриархаль ғаилә көнкүрешен сағылдырған йырҙар — матди яҡтан тәьмин ителгән ауыл халҡыныҡы, улар крәҫтиәндәрҙең консерватив өлөшөн тәшкил иткән. Ярлыларҙың йырҙарында хоҡуҡһыҙлыҡ, яратмағандар менән ғаилә ҡороу, йәш егеттәрҙең әсе яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Рус йырҙары өсөн көнкүреш мотивтарының байлығы хас[1].

Крәҫтиән йырҙарында игенселек тарихы ла сағылыш тапҡан. Йола йырҙарында (игенселәр магияһында) ауыл хужалығы техникаһының примитивлығы сағылдырылған[1]

Хәрби хеҙмәт һәм һуғыштар рекрут һәм һалдат йырҙарында сағылған. Рекрут хеҙмәтенең ауырлыҡтары, ҡот осҡос яҡтары — «ужасть лютая» — тураһында был йырҙар[1]. Башҡорттарҙы иһә бындай йырҙар Оҙон көй стилендә ижад ителгән.

Ҡыҫҡа көй стилендә йышыраҡ осраған башҡорт йырҙары араһында ла, шөғөлгә, хеҙмәт төрҙәренә бағышланған (мәҫәлән, Ҡыуғынсылар йырҙары), шулай уҡ байтаҡ зимагор һәм рекрут йырҙары бар[4]

Башҡорт йыр сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халыҡ йырҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халыҡ йырҙары — быуаттар дауамында башҡорт халҡы тарафынан ижад ителгән йырҙар. Уларҙың авторҙары билдәһеҙ, ә һүҙҙәре һәм көйө халыҡ хәтерендә төрлө варианттарҙа һаҡланған.

Башҡорт фольклорында йыр — милли музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың күңелендә борондан килгән тормош юлдашы. Уларҙы ата-бабаларыбыҙҙың тарихы, тормош-көнкүреше йылъяҙмаһы тип тә атарға була.

Башҡорт халыҡ йырҙары төрлө сәхнәләрҙә яңғырай, йышыраҡ ҡурай моңона ҡушылып башҡарыла[5].

Өзләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт милли йыр сәнғәтендә өзләү кеүек уникаль башҡарыу ысулы һаҡланыу ҡалған. Байтаҡ йырҙар һәм музыкаль әҫәрҙәрҙә өзләү ҡушылып китә: оҙон көй, халыҡ марштары һәм бейеү көйҙәре, ҡобайыр, эпостар башҡарғанда ҡулланалар. Был сәнғәтебеҙ тураһында беренсе тапҡыр С. Г. Рыбаков XIX быуатта яҙып сыға, ә Л. Н. Лебединский һәм Х. С. Ихтисамов уны өйрәнә һәм нотаға һала. Билдәле ҡурайсы Рәйес Низаметдинов өзләүҙе башҡара ла, бығаса ҡулланылмаған боронғо төрҙәрен тергеҙеү өҫтөндә эшләй.

«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдан алып республикала әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы уҙғарылып килә. Ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһында иң популяр проекттарҙың береһе булараҡ танылған һәм күп кенә һәләтле башҡарыусыларға ҙур сәхнәгә юл асырға ярҙам итә[6][7]

Йыр төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Автор йәки бард йыры
  • Гимндар
  • Тарихи йырҙар
  • Кантри
  • Халыҡ йырҙары
  • Эстрада йырҙары
  • Рок
  • Романстар
  • Таҡмактар
  • Шансон
  • Балалар йырҙары
  • Бишек йырҙары

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Н. К. и В. Ч. Песня // Литературная энциклопедия: в 11 т. / отв. ред. В. М. Фриче, гл. ред. А. В. Луначарский. — М.: Советская энциклопедия, 1934. — Т. 8 (Немецкий язык — Плутарх). — 736 с.
  2. Песня / В. А. Васина-Гроссман, И. К. Галкина. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Шишмарёв В. Ф. Песня, как явление литературное // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Ҡыҫҡай көй
  5. На концерте ко Дню независимости Казахстана прозвучала башкирская песня. Bashinform logo-e1423154856921.jpg[[Башинформ|Bashinform logo-e1423154856921.jpg]], 2016, 19 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2016)
  6. Башҡорт йыры2021(недоступная ссылка)
  7. «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының етенсе миҙгеле башлана

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]