Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы
Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы (рус. Аккучукова, Роза Сабирьяновна: 1950 йылдың 12 феврале, Абҙаҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2021 йылдың 8 феврале, Өфө) — башҡорт эстрада йырсыһы. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы, 1999 йылдан — баш администраторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Биографияһы
Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукова 1950 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған.
Абҙаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Өфө музыка-педагогика училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 1972 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-вокалсы булып эш башлай.
Ижады БАССР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән юғары исемдәр менән баһалана.
Йырсының репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада йырҙары ла була. Элекке СССР республикалары һәм ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
1997 йылдан - филармонияла администратор булып эшләй.
Йырсы 2021 йылдың 8 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].
Реперьуары
Йырсы халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. «Зөлхизә», Сыбай ҡашҡа, «Түрәкәй», «Һары ла сәс» һәм башҡалар; Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Айрат Кәримов, Таһир Кәримов, Рафиҡ Сәлмәнов йырҙары һәм романстары, Абдулла Хәлфетдиновтың «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл», «Аҡсарлаҡ» тигән йырҙарын, оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарып, ҙур уңыш ҡаҙана һәм тамашасыларҙа киң популярлыҡ яулай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
- Өфө ҡалаһы ҡала округы советының Почёт грамотаһы (2020).
Хәтер
- 2023 йылдан Белорет районында Роза Аҡкучукова исемендәге һәүәҫкәр йырсылар конкурсы үткәрелә[4][5].
- 2025 йылдың 5-26 февралендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында халыҡ артисының тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Алтын балдаҡ» тип аталған күргәҙмә ойошторола[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды
- ↑ От коронавируса скончалась народная артистка республики Роза Аккучукова (урыҫ)
- ↑ Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (8 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
- ↑ efir. В Абзаково прошёл I районный конкурс самодеятельных вокалистов им. Розы Аккучуковой (12 апрель 2023). 23 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Положение о проведении II районного конкурса вокалистов имени Розы Аккучуковой. docs.360.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
- ↑ В Уфе открылась выставка, посвященная 75-летию со дня рождения Розы Аккучуковой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Г. Ишкинина. Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Роза Аҡкучукова йырҙары