Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы

Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов (рус. Рафик Вафович Сальманов; 1917 йылдың 15 сентябре, Асҡар ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы2003 йылдың 4 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — башҡорт композиторы. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[1].

Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең 50-нән ашыу йыйынтығының музыкаль мөхәррире. Башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[2].

Биографияһы

Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы 1917 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[3]Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһында ала.

Рафиҡ Сәлмәнов балалар хоры өсөн әҫәрҙәр яҙыуы менән киң билдәле. Уның балалар өсөн вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре музыка сәнғәтендә айырым урын алып тора.

Композитор ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡатыны менән тыуған ауылы Асҡарҙа йәшәй. 2003 йылдың 4 июлендә ошонда вафат була һәм ерләнә[1][2].

Эшмәкәрлеге

«Йәш дуҫтар йырлай», «Илемә сәскә бүләк итәм» тигән вокаль йыйынтыҡтары балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән. Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр өсөн яҙылған «Тышта ҡар яуа» (Ҡадир Даян), уҡыусылар өсөн «Хеҙмәт йыры» (Әхтәм Ихсан), «Игенселәр йыры» (Шәриф Бикҡол), «Һалдат моңдары» (Зәйни Рафиҡов), «Әбйәлил» (Шәкир Бикҡолов) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Юл йыры», «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек һөнәре», «Хушлашыу», Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Дуҫлыҡ йыры», «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Таң йыры», «Ҡарасәс», Нәжип Иҙелбай һүҙҙәренә «Сирень сәскәләре», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Күңел һағышына йәшлек эҙҙәренән», «Дилбәр», Ғилемдар Рамаҙанов һүҙҙәренә «Эҙләйем һине» йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла, һәр кем белә.

Бынан тыш Рафиҡ Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар өсөн «Турат тауы» тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн «Яҙғы вальс» әҫәре киң билдәле.

Хәтер

  • 2024 йылда Өфө ҡалаһының Калинин районы урамдарының береһенә Рафиҡ Сәлмәнов исеме бирелә[4].
  • Өфөлә Рафиҡ Сәлмәнов 19591997 йылдарҙа йәшәгән Ленин урамындағы 43-сө йорт фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Э. М. Давыдова. Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025.
  2. 1 2 Он музыкой славил родной Башкортостан (К 95-летию со дня рождения композитора Рафика Сальманова). ИА «Башинформ» (15 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025. (рус.)
  3. Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы
  4. Сергей Николаев. В Уфе появится несколько новых улиц. ИА «Башинформ» (24 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025. (рус.)
  5. Лейла Аралбаева. В Уфе установили мемориальную доску композитору Рафику Сальманову. ИА «Башинформ» (26 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар