Совет Социалистик Республикалар Союзы
Тарихи дәүләт | |||||
Совет Социалистик Республикалар Союзы | |||||
---|---|---|---|---|---|
Советский Союз / СССР / Союз ССР | |||||
|
|||||
Гимн: «Интернационал» (1922—1944) «Государственный гимн СССР» (1944—1991) |
|||||
|
|||||
Баш ҡала | Мәскәү ҡалаһы | ||||
Телдәр | русский[~ 1] | ||||
Рәсми тел | урыҫ теле | ||||
Дин | юҡ (атеизм, ҡарағыҙ СССР-ҙа дин | ||||
Аҡса берәмеге | Совет һумы[d] | ||||
Майҙаны | 22 402 200 км²[~ 2] | ||||
Халҡы | 293 047 571 кеше[~ 3] | ||||
Идара итеү формаһы | совет республикаһы[d], парламент республикаһы[d], однопартийная система[d], федератив дәүләт[d] и communist dictatorship[d] | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2…+12 | ||||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Советтар Союзы, Совет Социалистик Республикалар Союзы (рус. Сою́з Сове́тских Социалисти́ческих Респу́блик, СССР, Советский Союз) — 1922—1991 йылдар араһында булған күп милләтле социалистик дәүләт. Илдең территорияһы Көнсығыш Европа, Төньяҡ һәм Урта Азияға тиклем таралған булған һәм тарҡатылған көнөнә донъялағы иң ҙур иле булып һаналған.
Тарих
Советтар Союзының нигеҙе 1917 йылдың 25 октябрендә Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы менән һалына. Уның биләмәләре элекке Рәсәй империяһы территорияһын (Финляндия, Польша һәм 1940 йылдарға тиклем Прибалтика, Молдова, Тыванан башҡа) алып торған. СССР-ҙың сәйәси территориаль нигеҙе иң тәүҙә үк берҙәм булып һалынмай. 1917 йылдың октябренән Рәсәй Совет Федератив Республикаһы иғлан ителһә лә, уның составынан Украина (1917 йылдың октябре), Беларус Халыҡ Республикаһы (1918 йылдың марты), Финляндия (1917 йылдың декабре) һәм башҡа территориялар айырылып сығырға маташа. Шул уҡ ваҡытта бөтә илдең территорияһында парралель хөкүмәттәр төҙөлә, һәр бер хөкүмәттең үҙенең ҡораллы көстәре килеп булдырыла. Шул ыңғайына 1917—1923 йылдар Рәсәй тарихында Граждандар һуғышы һымаҡ билдәләнгән. Граждандар һуғышы тамаланыу алдынан элекке Рәсәй империяһында реинтеграция процесстары башлана, сөнки Украина, Беларусь, Кавказ аръяғы Федератив республикаларында власҡа Коммунистар партияһы килә. Шул процесстар тамамланғас, 1922 йылдың 30 декабрендә СССР төҙөлөүе тураһындағы договор ҡабул ителә. Ул договорҙа 4 республиканың (БССР, УССР, КАСФСР, РСФСР) вәҡилдәренән ҡултамғалары алына. РСФСР исеменән АССР вәҡилдәре лә ҡултамғаларын ҡуйған.
1928—1941 йылдарҙа СССР-ҙа яңы иҡтисади ҡоролош төҙөлә. 1928—1932 йылдарҙа индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу үткәрелә. Шул ул саҡта 1937—1953 йылдарҙа төрлө социаль ҡатлам вәкилдәре репрессияларға дусар ителә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Калашников Ю. В. Совет Социалистик Республикалар Союзы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Совет Социалистик Республикалар Союзы Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Большая подборка архивных материалов различного формата по истории СССР (инг.)
- Викисклад: Атлас: Совет Социалистик Республикалар Союзы
- Impressions of Soviet Russia, by John Dewey (инг.)
- A Country Study: Soviet Union (Former) (инг.)
- Majority in former Soviet states believe breakup was harmful mistake — poll. RT, 21 December 2013 (инг.)
Донъя | Был — ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |