Әрмән Совет Социалистик Республикаһы
СССР составындағы союз республикаһы (1936 — 1990/91) (1936—1990/91) | |||||
Әрмән Совет Социалистик Республикаһы | |||||
---|---|---|---|---|---|
әрм. Հայկական Խորհրդային Սոցիալիստական Հանրապետություն | |||||
|
|||||
Девиз: «Պրոլետարներ բոլոր երկրների, միացե՛ք» | |||||
Гимн: «Әрмән ССР-ының дәүләт гимны» әрм. Հայկական ԽՍՀ օրհներգ |
|||||
![]() |
|||||
Баш ҡала | Ереван | ||||
Телдәр | әрмән, урыҫ | ||||
Рәсми тел | Әрмән теле и урыҫ теле | ||||
Дин | атеизм | ||||
Аҡса берәмеге | СССР һумы | ||||
Майҙаны |
29,8 мең км² СССР-ҙа 15-се |
||||
Халҡы |
3,28 млн кеше СССР-ҙа 13-сө |
||||
Идара итеү формаһы | Совет республикаһы | ||||
Сәғәт бүлкәте | +4 | ||||
Наградалары |
![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
||||
Дәүләт ҡоролошо формаһы | Унитар | ||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Хәрби революцион комитет рәйесе | |||||
• 1920 | Саркис Иванович Касьян (тәүгеһе) | ||||
Юғары Совет рәйесе | |||||
• 1990 | Левон Акопович Тер-Петросян (һуңғыһы) | ||||
![]() |
Әрмән Совет Социалистик Республикаһы (рус. Армя́нская Сове́тская Социалисти́ческая Респу́блика, әрм. Հայկական Խորհրդային Սոցիալիստական Հանրապետություն), шулай уҡ Әрмән ССР-ы булараҡ билдәле(әрм. Հայկական ԽՍՀ) йәки Совет Әрмәнстаны (әрм. Խորհրդային Հայաստան) — 1936 йылдың 5 декабренән 1990 йылдың 23 авгусына тиклем СССР составында булған совет республикаларының береһе[2].
Рәсми атамаһы
1922—1936 йылдарҙа республиканың рәсми исеме рус телендә «Социалистическая Советская Республика Армения», «Социалистическая Советская Республика Армении»[3] (әрм. Սոցիալիստական Խորհրդային Հայաստանի Հանրապետություն), 1936 йылдан СССР Конституцияһына ярашлы «Армянская Советская Социалистическая Республика»[4], ә әрмән телендә «Ҳайастани Социалистакан Хорҳәрдайин Ҳанрапетуҭюн» (әрм. Հայաստանի Սոցիալիստական Խորհրդային Հանրապետություն) тип йөрөтөлә. Һуңынан «Әрмән ССР-ы» тип үҙгәртелә (әрм. Հայկական ԽՍՀ). Әрмән ССР-ының урыҫ телендәге рәсми атамаһы артабан үҙгәрмәй, ә әрмән телендә атамаһы тағы ике тапҡыр үҙгәрә.
Тарихы
Әрмән ССР-ы 1920 йылдың 29 ноябрендә ойошторола.
1922 йылдың 12 мартынан Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһының өлөшө булып тора. 1922 йылдың 30 декабренән уның составында СССР-ға ҡушыла. 1936 йылдың 5 декабренән союздаш республика булараҡ СССР составына инә.
1990 йылдың 23 авгусында Әрмән ССР-ының Юғары Советы Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында Декларация ҡабул итә, был бойондороҡһоҙ дәүләтселекте раҫлау процесының башланыуы була. Әрмәнстан Республикаһының бөтә территорияһында тик Әрмәнстан Республикаһының Конституцияһы һәм закондары ғына ғәмәлдә булыуы һәм шулай уҡ Әрмәнстан Ҡораллы Көстәрен булдырылыуы тураһында иғлан ителә[2].
1991 йылдың 21 сентябрендә СССР-ҙан сығыу тураһында референдум үткәрелә[5]. Күпселек граждандар ыңғай яуап бирә[6].
1991 йылдың 23 сентябрендә Әрмәнстан Юғары Советы референдум йомғаҡтары буйынса республиканың бойондороҡһоҙлоғон раҫлай[7].
Административ бүленеше
Әрмән ССР-ының административ бүленеше бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. 1970 йылда республикала 34 район, 23 ҡала һәм 28 ҡала тибындағы ҡасаба була[8].
1987 йылда республика буйһоноуындағы 37 район һәм 22 ҡала иҫәпләнә[9].
Иҡтисады
Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1986 йылда республикала 505 совхоз, 281 колхоз иҫәпләнә. Ауыл хужалығы ерҙәре 1,3 млн га тәшкил итә, шуларҙан:
- һөрөнтө ер — 0,5 млн га
- көтөүлек — 0,6 млн га.
Игенселек ауыл хужалығында яҡынса 53 % тәшкил итә һәм башлыса Арарат тигеҙлегендә, Ширак яйлаһында һәм Севан күле районында тупланған. Һуғарылған ерҙәр майҙаны — 0,305 млн га (1986 йыл).
Үҫемлекселектә төп урында виноград(1986 йылда 240 мең т. йыйыла), емеш-еләк, техник (тәмәке, шәкәр сөгөлдөрө, герань) һәм йәшелсә-баҡса культураларын үҫтереү тора.
Малсылыҡ һөт-ит малсылығына һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслаша. Мал һаны (1987 йылға, миллион башта): эре мөгөҙлө мал — 0,9, һарыҡ һәм кәзә — 1,9.
Сәнәғәте
Сәнәғәттең төп тармаҡтары:
- машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү
- химия һәм нефть химияһы
- еңел
- төҫлө металлургия
- төҙөлөш материалдары етештереү.
Етәкселәре
Әрмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары | Эшләү осоро |
---|---|
Алиханян Геворк Саркисович | 1920—1921 |
Лукашин Сергей Лукьянович | 1921—1922 |
Иоаннисян Ашот Гарегинович | 1922—1927 |
Осепян Гайк Александрович | 1927—1928 |
Костанян Айказ Аркадьевич | 1928—1930 |
Ханджян Агаси Гевондович | 1930—1936 |
Аматуни Аматуни Семёнович | 1936—1937 |
Арутинов Григорий Артемьевич | 1937—1953 |
Товмасян Сурен Акопович | 1953—1960 |
Заробян Яков Никитович | 1960—1966 |
Кочинян Антон Ервандович | 1966—1974 |
Демирчян Карен Серобович | 1974—1988 |
Арутюнян Сурен Гургенович | 1988—1990 |
Мовсесян Владимир Мигранович | 1990—1990 |
Погосян Степан Карапетович | 1990—1991 |
Саркисян Арам Гаспарович | 1991—1991 |
Дәүләт башлығы | Эшләү осоро | Вазифа |
---|---|---|
Касьян Саркис Иванович | 1920—1921; 1928—1930 | Хәрби революцион комитет рәйесе |
Мясникян Александр Федорович | 1921—1922 | Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе |
Амбарцумян Саркис Саакович | 1922—1925 | Үҙәк Башҡарма комитет рәйесе |
Каринян Арташес Баласиевич | 1925—1928 | -«- |
Ананян Армен Артемович | 1930—1933 | |
Мартикян Серго Николаевич | 1933—1936 | |
Анесоглян Геворг Сарибекович | 1936—1937 | |
Папян Мацак Петросович | 1937—1938; 1938—1954 | Юғары Совет Президиумы рәйесе |
Акопджаня, Хачик Мисакович | 1938—1938 | -»- |
Арушанян Шмавон Минасович | 1954—1963 | |
Арутюнян Нагуш Хачатурович | 1963—1975 | |
Саркисов Бабкен Есаевич | 1975—1985 | |
Восканян Грант Мушегович | 1985—1990 | |
Тер-Петросян Левон Акопович | 1990—1991 |
Дәүләт башлығы | Эшләү осоро | Вазифа |
---|---|---|
Лукашин Сергей Лукьянович | 1922—1925 | Халыҡ комиссарҙары советы рәйестәре |
Амбарцумян Саркис Саакович | 1925—1928; 1937—1937 | -«- |
Тер-Габриэлян Саак Мирзоевич | 1928—1935 | |
Гулоян Арам Арамович | 1935—1937 | |
Пирузян Арам Сергеевич | 1937—1945 | |
Саркисян Агаси Соломонович | 1945—1947 | 1946 йылдан — Министрҙар Советы рәйесе |
Карапетян Саак Карапетович | 1947—1952 | -»- |
Кочинян Антон Ервандович | 1952—1966 | |
Мурадян Бадал Амаякович | 1966—1972 | |
Арзуманян Григорий Агафонович | 1972—1976 | |
Саркисян Фадей Тачатович | 1977—1989 | |
Маркарьянц Владимир Суренович | 1989—1990 | |
Манукян Вазген Микаэлович | 1990—1991 |
Наградалары
Әрмән ССР-ы өс Ленин ордены (1958, 1968, 1978), Октябрь Революцияһы ордены (1970) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1972) менән бүләкләнә.
Әрмән ССР-ы филателияла
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1991 йылдың декабрендә СССР тарҡалғас, халыҡ-ара берләшмә Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғон таный.
- ↑ 1 2 Декларация о независимости Армении . Дата обращения: 20 сентябрь 2020. Архивировано 1 февраль 2021 года.
- ↑ Основной закон (Конституция) Закавказской Социалистической Федеративной Советской Республики (11 апреля 1925) . Дата обращения: 20 март 2020. Архивировано 20 март 2020 года.
- ↑ Конституция СССР (1936) Глава II. Государственное устройство (ст. 13). Дата обращения: 21 март 2020. Архивировано 20 март 2020 года.
- ↑ Референдум: точки над «I» Архивная копия от 4 апрель 2015 на Wayback Machine // Российская газета, 21 сентября 1991, № 197 (243).
- ↑ Армения тоже стала независимой Архивная копия от 4 апрель 2015 на Wayback Machine // Известия, 23 сентября 1991, № 227 (23493).
- ↑ Сергей Маркедонов, Самоопределение по ленинским принципам . АПН(Агентство Политических Новостей) (21 сентябрь 2006). Дата обращения: 28 апрель 2017. Архивировано 2 февраль 2012 года.
- ↑ Армянская Советская Социалистическая Республика // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 2).
- ↑ Административно-территориальное деление союзных республик СССР на 1 января 1987 года | Проект «Исторические Материалы» . istmat.info. Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 8 март 2020 года.
Әҙәбиәт һәм һылтанмалар
- Ананов И. Н. Судьба Армении / И. Н. Ананов. — Москва : Задруга, 1918. −32 с. ; 23 см. — (Свобода и братство народов).
- Эльчибекян А. М. Установление Советской власти в Армении / А. М. Эльчибекян ; Академия наук Армянской ССР, Институт истории. — Ереван : Издательство Академии наук Армянской ССР, 1954. −135 с. ; 20 см.
- Ананьев Б., Барсегов А. Современная Армения : очерки под редакцией доцента В. П. Пожидаева. — Владикавказ : издание Владикавказского армянского студенческого землячества, 1926. −92 с. ; 16 см.
- Производство промышленной продукции в Армянской ССР по годам Производство промышленной продукции по годам(недоступная ссылка)
- Административное деление Армянской ССР по состоянию на 1938 год
- Ronald Grigor Suny. Soviet Armenia // The Armenian People from Ancient to Modern Times / Richard G. Hovannisian. — Palgrave Macmillan, 1997. — P. 347—387. — 493 p. — ISBN 0312101686. — ISBN 9780312101688.
- Совнарком СССР и союзных республик: Персональный состав, 1923-1991 (Армянская ССР)
- Армянская ССР. Административно-территориальное деление. — Ер.: Гос. изд-во Армении, 1964. — 222 с.