Литва Совет Социалистик Республикаһы
Литва Совет Социалистик Республикаһы (рус. Лито́вская Сове́тская Социалисти́ческая Респу́блика, лит. Lietuvos Tarybų Socialistinė Respublika, Lietuvos TSR) (ЛтССР, Совет Литваһы) — СССР составындағы союздаш республика.
Литва ССР-ы СССР-ҙың Европа өлөшөнөң көнбайышында, төньяҡта Латвия ССР-ы менән, көньяҡта һәм көнсығышта Белорус ССР-ы, көньяҡ-көнбайышта РСФСР-ҙың Калининград өлкәһе һәм Польша менән сиктәш була. Көнбайышта Балтик диңгеҙе менән йыуыла. Майҙаны — 65,2 мең км². Баш ҡалаһы — Вильнюс.
СССР-ҙа католиктар өҫтөнлөк иткән берҙән-бер республика була.
1990 йылдың 11 мартында Литва ССР-ы Юғары Советы дәүләтте Литва Республикаһы тип үҙгәртеү тураһында закон сығара[2] һәм Литваның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында акт иғлан итә[3]. 1991 йылдың 6 сентябрендә СССР Дәүләт Советы Литваның бойондороҡһоҙлоғон таный.
Наградалары
- 1965 йылдың 17 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Литва ССР-ы Ленин ордены менән бүләкләнә.[4].
- 1972 йылдың 29 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Литва ССР-ы Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә[4].
- 1980 йылдың 11 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Литва ССР-ы Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ СССР Литва Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон 1991 йылдың 6 сентябрендә таный
- ↑ Закон ЛР от 11 марта 1990 № I-11 «О названии и гербе государства» (лит.)
- ↑ Акт о восстановлении Литовского государства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2017. Архивировано 28 февраль 2021 года.
- ↑ 1 2 3 Lietuvos TSR atlasas / Lietuvos TSR valstybinis plano komitetas, Lietuvos TSR aukštojo ir specialiojo vidurinio mokslo ministerija; red. kolegija: A. Drobnys (pirmininkas) ir kt. — Maskva: Vyriausioji geodezijos ir kartografijos valdyba prie TSRS Ministrų Tarybos, 1981. — С. 2—3.
Әҙәбиәт
- Путинайте Н. «Надломленная сосна. Атеизм как личное решение в советской Литве».