Тажик Совет Социалистик Республикаһы
Тажик Совет Социалистик Республикаһы (рус. Таджи́кская ССР; рус. Таджи́кская Сове́тская Социалисти́ческая Респу́блика, таж. Ҷумҳурии Шӯравии Сотсиалистии Тоҷикистон/Республикаи Советии Сотсиалистии Тоҷикистон) — СССР составындағы союздаш республика, хәҙерге Тажикстан территорияһында 1929 йылдан 1991 йылға тиклем ғәмәлдә була.
ССР Союзы Үҙәк Башҡарма Комитетының 1929 йылдың 5 декабрендәге ҡарары менән Тажик ССР-ына ССР Союзы ойоштороу тураһында килешеү ғәмәлгә индерелә.
Тарихы
Республика 1924 йылдың 14 октябрендә Үҙәк Азияла милли-территориаль бүленеш һөҙөмтәһендә Үзбәк ССР-ы составында Тажик Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы (Тажик АССР-ы) булараҡ ойошторола.
СССР Советтарының III Ғәҙәттән тыш съезы 1929 йылдың 16 октябрендә Тажик АССР-ын Тажик ССР-ы итеп үҙгәртеү тураһында декларацияны раҫлай. Тажик ССР-ы СССР составындағы етенсе союз республикаһы була. Территорияһы — 142,5 мең км², халҡы — 1 млн 150 мең кеше, халыҡтың 72 % тажиктар тәшкил итә[1].
1929 йылдың 5 декабренән республика туранан-тура Советтар Союзы составына инә[2].
1991 йылдың 31 авгусында Тажик ССР-ы Юғары Советы республиканы Тажикстан Республикаһы тип үҙгәртә[3].
1991 йылдың 9 сентябрендә Тажикстан Юғары Советы республиканы бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә[4][5].
Тажикстан Республикаһы (Тажик ССР-ы) формаль рәүештә 1991 йылдың 26 декабрендә СССР тарҡалғанға тиклем уның составында ҡала.
Иҡтисады
Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағына сәнәғәт продукцияһының 60 проценттан ашыуы тура килә. Ауыр сәнәғәттең төп тармаҡтары — электроэнергетика, тау-мәғдән, төҫлө металлургия, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, төҙөлөш материалдары сәнәғәте. Электр энергетикаһының нигеҙен ГЭС-тар тәшкил итә.
Һоро күмер, нефть һәм тәбиғи газ сығарыла. Машиналар эшләү предприятиеларында урау, ауыл хужалығы машиналары, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өсөн ҡорамалдар, туҡыу, яҡтыртыу ҡорамалдары, трансформаторҙар, көнкүреш һыуытҡыстары, кабелдарр һәм башҡалар етештерелә (төп үҙәге — Дүшәмбе). Химия сәнәғәте үҫешә.
1986 йылда республикала 299 совхоз һәм 157 колхоз иҫәпләнә. Ауыл хужалығы ерҙәре 4,2 млн гектар тәшкил итә.
Транспорт
Оҙонлоғо (1986 йылда):
- Тимер юлдары — 470 км
- АВтомобиль юлдары — 13 200 км
Республика филателияла
СССР почта маркалары , 1949
Иҫкәрмәләр
- ↑ Саъдиев Ш. С. История таджикского народа. Краткий курс лекций. — Душанбе, 2012. — С. 103.
- ↑ Постановление ЦИК СССР от 5 декабря 1929 г. «О непосредственном вхождении в состав Союза ССР Таджикской союзной республики» // Собрание законов и распоряжений Рабоче-Крестьянского Правительства Союза Советских Социалистических Республик. — № 75. — 21.12.1929. — С. 1414—1415. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2020. Архивировано 15 май 2021 года.
- ↑ Закон Таджикской ССР от 31 августа 1991 года № 378 «Об изменении названия Таджикской Советской Социалистической Республики и внесении изменений в Конституцию (Основной Закон) Таджикской ССР»
- ↑ Заявление Верховного Совета Республики Таджикистан от 9 сентября 1991 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2019. Архивировано 21 ғинуар 2022 года.
- ↑ Постановление Верховного Совета Республики Таджикистан от 9 сентября 1991 г. № 392