Ленин ордены

Ленин ордены (рус. Орден Ленина) — СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән 1930 йылдың 6 апрелендә булдырылған Совет Социалистик Республикалар Союзының иң юғары дәүләт наградаһы.

Барлыҡҡа килеү тарихы

Орден тарихы 1926 йылдың 8 июлендә башлана, ул саҡта Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы-ның Баш идаралығы начальнигы В. Н. Левичев дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены булған кешеләргә яңы награда — «Ильич орденын» — бирергә тәҡдим итә. Ул юғары хәрби отличие билдәһе булырға тейеш була. Әммә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы тамамланғанлыҡтан, яңы орден проекты ҡабул ителмәй. Шул уҡ ваҡытта СССР халыҡ комиссарҙары Советы хәрби ҡаҙаныштарҙан тыш та тапшырыу өсөн Советтар Союзының юғары наградаһын булдырыу ихтыяжын таный.

undefined

1930 йыл башында «Ленин ордены» тип аталған яңы орден проекты буйынса эштәр тергеҙелә. Мәскәүҙәге «Гознак» фабрикаһы рәссамдарына ордендың рәсемен төшөрөү бурысы йөкмәтелә, уның төп һүрәте Владимир Ильич Ленин портреты булырға тейеш була. Күп эскиздар араһынан рәссам И. И. Дубасовтың эшен һайлайҙар, ул портрет нигеҙендә Лениндың 1920 йылдың июль—авгусында Мәскәүҙә Коминтерндың II конгресында фотограф Виктор Булла төшөргән фотоһүрәтен ала. Унда Владимир Ильич һул яҡтан һүрәтләнгән.

1930 йылдың яҙында орден эскизы скульпторҙар Иван Шадр һәм Пётр Таёжныйға макет эшләү өсөн тапшырыла. Шул уҡ йылда «Гознак» фабрикаһында тәүге ордендар эшләнә. "Ленин ордены"ның һынау өлгөһө өсөн штампты Алексей Пугачев гравёрлай.

Орден СССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән — 6 апрелдә, ә уның статуты 1930 йылдың 5 майында булдырыла. 1932 йылдың 11 ғинуарындағы ҡарар менән СССР ордендары менән бүләкләү тураһындағы үтенестәрҙе тәҡдим итеү һәм ҡарау, шулай уҡ уларҙы бүләкләнеүселәргә тапшырыу тәртибе раҫлана[1]. Ордендың статутына һәм уның тасуирламаһына СССР Үҙәк башҡарма комитетының 1934 йылдың 27 сентябрендәге Ҡарары, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге һәм 1947 йылдың 16 декабрендәге указдары менән үҙгәрештәр индерелә.

Орден йөрөтөү ҡағиҙәләре, таҫманың төҫө һәм уны наградалар ҡалыбына урынлаштырыу СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге «СССР ордендары һәм миҙалдарына таҫмаларҙың өлгөләрен раҫлау һәм тасуирлау тураһында һәм Ордендар, миҙалдар, орден таҫмалары һәм отличие билдәләрен йөрөтөү ҡағиҙәләре» Указы менән раҫлана[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 28 мартындағы Указы менән ордендың статуты һуңғы редакцияла раҫлана.

Статуты

1. Ленин ордены революцион хәрәкәттә, хеҙмәт эшмәкәрлегендә, социалистик Ватанды һаҡлауҙа, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә, тыныслыҡты нығытыуҙа һәм Совет дәүләте һәм йәмғиәте алдындағы башҡа ҙур ҡаҙаныштар өсөн СССР-ҙың юғары наградаһы булып тора.
2. Ленин ордены менән бүләкләнәләр:

Бынан тыш, СССР гражданы булмаған кешеләр, шулай уҡ сит илдәр предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары, тораҡ пункттары бүләкләнә ала.
3. Ленин ордены менән бүләкләү башҡарыла:

  • совет йәмғиәтенең иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни үҫеш өлкәһендәге бик ҙур ҡаҙаныштар һәм уңыштар, эш һөҙөмтәлелеген һәм сифатын күтәреү, Совет дәүләтенең ҡеүәтен, СССР халыҡтарының туғандаш дуҫлығын нығытыуҙағы ҙур ҡаҙаныштар өсөн;
  • социалистик Ватанды һаҡлауҙа, ССР Союзының оборона һәләтен нығытыуҙа айырыуса мөһим ҡаҙаныштар өсөн;
  • күренекле революцион, дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек өсөн;
  • Советтар Союзының һәм башҡа дәүләттәрҙең халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә айырыуса мөһим ҡаҙаныштар өсөн;
  • социалистик берләшмәне нығытыуҙа, халыҡ-ара коммунистик, эшсе һәм милли-азатлыҡ хәрәкәтен үҫтереүҙә, тыныслыҡ, демократия һәм социаль прогресс өсөн көрәштә айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн;
  • Совет дәүләте һәм йәмғиәте алдындағы башҡа айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн.

4. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены менән бүләкләүгә, ҡағиҙә булараҡ, фиҙаҡәр хеҙмәте башҡа ордендар менән билдәләнгән кешеләр тәҡдим ителә ала.
5. Ленин ордены Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы исемдәренә лайыҡ булған кешеләргә, шулай уҡ ҡалаларға һәм ҡәлғәләргә тапшырыла, уларға ярашлы рәүештә Герой-Ҡала, Герой-Ҡәлғә исеме бирелә.
6. Ленин ордены күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа ордендары булған осраҡта уларҙың алдында урынлаша.

Ордендың таусирламаһы

Ордендың тышҡы йөҙө, үлсәмдәре һәм эшләү өсөн ҡулланылған материалдар уны эшләү процесында ла, булдырылғандан һуң да күп тапҡырҙар үҙгәртелә.

Башта композицияға, үҙәк түңәрәк медальонды уратҡан башаҡтарҙан эшләнгән веноктан, ураҡ менән сүкештән, «СССР» тигән яҙыуҙан тыш, ордендың аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан һәм эшселәр, эшсе крәҫтиәндәр һәм интеллигенция союзын кәүҙәләндергән өсмөйөш тә инә. Ордендың был варианты раҫланмай.

Ҡабаттан бүләкләгәндә шулай уҡ аверстың аҫҡы өлөшөндәге ҡалҡанға, Ҡыҙыл Байраҡ орденындағы кеүек, бүләкләүҙең тәртип һанын ҡуйыу күҙаллана. Әммә был идея кире ҡағыла.

Бүләкләнеүселәргә тапшырылған Ленин ордены варианттарын дүрт төп төргә бүлергә мөмкин.

I тип

Беренсе тип 1930 йылдың 23 майында раҫлана. 700-гә яҡын орден эшләп сығарыла[3].

undefined

1930 йылғы Ленин ордены уртаһында Ленин барельефы булған һәм артҡы планда индустриаль пейзаж һүрәтләнгән түңәрәк портрет-медальондан тора. Ленин барельефы аҫтында трактор һүрәте урынлаштырыла. Медальон иретеп йәбештереү ысулы менән нығытылған алтын ҡайма менән уратып алына. Алғы яғындағы алтын ҡайма ҡыҙыл яҡут төҫөндәге эмаль менән тултырылған һыҙат менән уратыла. Алтын ҡайманың ситенән медальон тирәләй бойҙай башаҡтары урынлаша, улар өҫтөндә билдәнең өҫкө өлөшөндә — алтын менән ялатылған ураҡ һәм сүкеш, ә аҫҡы яғында — «СССР» яҙыуы. Яҙыуҙың хәрефтәре алтындан эшләнә һәм ҡыҙыл эмаль менән ҡаплана. Һәр хәреф айырым элементты тәшкил итә һәм иретеп йәбештереү ысулы менән нығытыла.

Орден 925-се келәймәле көмөштән эшләнә. Үлсәме: бейеклеге — 38 мм, киңлеге — 37,5 мм.

Беренсе типтағы Ленин ордены 1932 йылдың февраленә тиклем генә сығарыла. СССР-ҙың башҡа наградалары һәм ҡайһы бер күкрәккә тағыла торған билдәләр төҫлө эмалдәр менән илдең төп наградаһынан байыраҡ биҙәлгән булыуы етештереүҙе туҡтатыуҙың бер сәбәбе булып тора.

II тип

Беренсе типтағы Ленин орденында төп пролетар символдары — Ҡыҙыл йондоҙ һәм Ҡыҙыл байраҡ һүрәттәре булмағанлыҡтан, уның тышҡы йөҙөн үҙгәртергә ҡарар ителә.

undefined

Ордендың яңы статуты СССР Үҙәк башҡарма комитетының 1934 йылдың 27 сентябрендәге Указы менән раҫлана. Награда көмөштән түгел, ә 750-се келәймәле алтындан эшләнә башлай. Ордендың аверсынан трактор һәм индустриаль пейзаж һүрәттәре, шулай уҡ «СССР» яҙыуы юҡҡа сыға. Ордендың яңы тибында «ЛЕНИН» яҙыуы менән Ҡыҙыл байраҡ һәм Ҡыҙыл йондоҙ барлыҡҡа килә. Ураҡ һәм сүкеш ордендың өҫкө өлөшөнән аҫҡа күсә. Был типтағы ордендағы Ҡыҙыл байраҡ, Ҡыҙыл йондоҙ, ураҡ һәм сүкеш ҡыҙыл яҡут төҫтәге эмаль менән ҡаплана. Үҙәктәге юлбашсы һүрәте төшөрөлгән түңәрәк портрет-медальон көмөш төҫ менән ялатыла. Медальон тирәһендәге башаҡтар тәбиғи алтын төҫтә була.

Үлсәме: бейеклеге — 38,5 мм, киңлеге — 38 мм.

III тип

Өсөнсө типтағы орден 1936 йылдың 11 июненән 1943 йылдың 19 июненә тиклем тапшырыла.

undefined

Алдағы тип менән сағыштырғанда, төп үҙгәреш шунда була: Лениндың барельефы айырым деталь булып тора һәм платинанан эшләнә (барельефтың ауырлығы 2,4-тән 2,75 грамға тиклем тирбәлә). Барельеф орденға өс сигә ярҙамында беркетелә. Өсөнсө типтағы ордендарҙа үҙәк медальондың өҫкө йөҙө һоро-зәңгәр эмаль менән ҡаплана. Тағы бер үҙгәреш — алтын келәймәһен арттырыу. Хәҙер орден 950-се келәймәле алтындан эшләнә.

Үлсәме: бейеклеге — 38—39 мм, киңлеге — 38 мм.

IV тип

Дүртенсе типтағы орден 1943 йылдың 19 июненән Советтар Союзының тарҡалыуына тиклем тапшырыла.

undefined

1943 йылдың 19 июнендәге указ менән күкрәктең уң яғында штифтарҙа — йондоҙ формаһындағы ордендарҙы, ә күкрәктең һул яғында таҫма менән уратылған биш мөйөшлө ҡалыптарҙа оҙонса түңәрәк йәки түңәрәк формалағы ордендарҙы йөрөтөү тәртибе билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта, СССР ордендары һаны һәм бүләкләүҙәр һаны ҡырҡа артыу сәбәпле, ордендар урынына муар таҫмалар менән планкалар йөрөтөү индерелә. Ордендың өҫкө өлөшөндә биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыр өсөн ҡулса кейҙерә торған элмәк барлыҡҡа килә. Ордендарҙы йөрөтөүҙең билдәләнгән тәртибендә шулай уҡ элек бирелгән ордендарҙың барыһын да алмаштырырға ҡушыла. I—III типтағы Ленин ордены урынына орден китапсығында күрһәтелгән серия һаны һаҡланған яңы награда бирелә. Тәү сиратта был хәрби форма кейеү һәм наградалар йөрөтөү ҡағиҙәләре ҡәтғи билдәләнгән кадр хәрбиҙәренә ҡағыла. Элекке типтағы ордендарҙы күпләп алмаштырыу Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң башҡарыла.

Ленин орденының 1980 йылдың 28 мартындағы һуңғы мөхәррирләү статутынан тасуирламаһы:

Ленин ордены В. И. Лениндың бойҙай башаҡтарынан алтын венок менән уратып алынған түңәрәк эсенә урынлаштырылған платинанан эшләнгән портрет-медальонын һүрәтләгән билдә булып тора. Портрет-медальон тирәләй ҡараһыу һоро эмаль фон шыма була һәм араларында ҡыҙыл яҡут эмаль һалынған ике концентрик алтын сигә менән сикләнә. Веноктың һул яғында — биш осло йондоҙ, аҫтында — ураҡ һәм сүкеш, уң яҡта веноктың өҫкө өлөшөндә Ҡыҙыл байраҡтың йәйелгән туҡымаһы урынлаша. Йондоҙ, ураҡ һәм сүкеш, шулай уҡ байраҡ ҡыҙыл яҡут эмаль менән ҡаплана һәм буйынан-буйына алтын сигәләр менән уратып алына. Байраҡҡа алтын хәрефтәр менән «ЛЕНИН» тип яҙыла.

Ленин ордены — алтындан, В. И. Лениндың барельефы платинанан эшләнә. Орденда саф алтын 28,604±1,1 г., платина 2,75 г. (1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата) була. Ордендың дөйөм ауырлығы 33,6±1,75 г. тәшкил итә.

Орден элмәк һәм ҡулса ярҙамында киңлеге 24 мм булған ебәк муар таҫма менән ҡапланған биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла, таҫманың уртаһында — киңлеге 16 мм булған буй ҡыҙыл һыҙат, урта һыҙаттың ситтәрендә киңлеге 1,5 мм булған ике алтын һыҙат, 1,5 мм киңлектәге ике ҡыҙыл һыҙат һәм киңлеге 1 мм булған ике алтын һыҙат була.

Бейеклеге — 43—45 мм (өҫкө өлөшөндәге элмәкте лә индереп), киңлеге — 38 мм, портрет медальонының диаметры — 25 мм.

Наградаларҙы тапшырыу

Беренсе наградалар

  • Ленин ордены менән тәүге бүләкләү СССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумының 1930 йылдың 23 майындағы ҡарары менән башҡарыла. Был Ҡарарға ярашлы, 1-се Ленин ордены менән «социалистик төҙөлөш темптарын көсәйтеүҙә әүҙем булышлыҡ иткәне өсөн һәм сыға башлауына биш йыл тулыу айҡанлы» «Комсомольская правда» гәзите бүләкләнә[4].
undefined
  • Орденға лайыҡ булған тәүге сит ил граждандары совет сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында эшләгән биш белгес була:
    • күмер сығарыу буйынса немец белгесе Иоганн Георг Либхард (1931 йылдың 8 феврале);
    • америка агрономы Джордж Горфилд Макдауэлл (1931 йылдың 7 июле);
    • трактор техникаһы буйынса америка белгестәре Фрэнк Бруно Хоней (1932 йылдың 17 майы) һәм Леон Эвнис Сважиан (1931 йылдың 23 майы);
    • америка автомеханигы Майк Трайкович Кадарьян (1934 йылдың 27 марты)[5].
  • «Челюскин» пароходын ҡотҡарыуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн 1934 йылдың 20 апрелендә орден Америка авиамеханиктары Клайд Армстедҡа (Clyde Armistead) һәм Уильям Левериға (William Lavery) тапшырыла[6].
  • Орденға лайыҡ булған беренсе совет хәрби коллективы булып ун йыллығы уңайынан һәм «Серго Орджоникидзе исемендәге Харьков трактор заводын төҙөүҙә әүҙем булышлыҡ итеүҙең большевистик өлгөләре өсөн» бүләкләнгән 23-сө Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһы (1932 йылдың 5 авгусы) тора.
  • Хәрби ҡаҙаныштары өсөн беренсе булып ОГПУ-ның 11-се кавалерия Хорезм полкының 1-се дивизионы ҡыҙылармеецы Роман Панченко бүләкләнә, ул 1933 йылдың яҙында баҫмасылар менән алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Орден уға шул уҡ йылдың 29 октябрендә бирелә.
  • Ғалимдар араһында ордендың беренсе кавалеры — И. В. Мичурин (1931 йылдың июне), мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән — Максим Горький (1932 йылдың 17 сентябре), рәссамдар араһында Исаак Бродский (1934 йылдың 28 марты) була.
  • Орден менән бүләкләнгән беренсе композитор — Узеир Гаджибәков (1938 йыл).
  • Үлгәндән һуң тәүге тапҡыр орден менән «Осоавиахим-1» аэростаты экипажы ағзалары бүләкләнә. 1934 йылдың 30 ғинуарында аэростат рекордлы бейеклеккә — 22 000 метрға менеп етә, әммә бик ауыр һауа шарттары һөҙөмтәһендә аппарат боҙ менән ҡаплана һәм Мордовияла ҡолай. Экипаждың бөтә өс ағзаһы ла — командир П. Ф. Федосеенко, аэростат конструкторы А. Б. Васенко һәм физик И. Д. Усыскин һәләк була.
  • Беренсегә ике Ленин орденына летчик-һынаусы В. П. Чкалов лайыҡ була (1936 йылдың 24 июле).
  • Өс ордендың беренсе кавалеры — осоусы-һынаусы В. К. Коккинаки (1939 йылдың 11 июне).
  • Тәүге тапҡыр алты орденға Советтар Союзы Маршалы Василий Данилович Соколовский лайыҡ була (1948 йылдың 24 июне).
  • Ете, һигеҙ һәм туғыҙ ордендың беренсе кавалеры — оборона сәнәғәтен ойоштороусыларҙың береһе Василий Михайлович Рябиков (1957 йылдың 16 ғинуары, 1957 йылдың 21 декабре һәм 1961 йылдың 17 июне).
  • Ун һәм ун бер ордендың беренсе кавалеры СССР-ҙың тышҡы сауҙа министры Николай Семёнович Патоличев була (1978 йылдың 22 сентябре һәм 1982 йылдың 5 авгусы).
  • Ленин орденының иң йәш кавалеры — тажик пионеры, мамыҡ йыйыусы Мәмләкәт Нахангова (1935 йылдың 25 декабре). Бүләкләү ваҡытына уға 11 йәш була.
  • Ленин орденының иң өлкән кавалеры — поляк-украин композиторы С. Ф. Людкевич (1979 йылдың 23 ғинуары). Ул үҙенең 100 йыллығы уңайынан бүләкләнә (Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә).

Тәүге 10 орден тапшырыла:

билдә № Бүләкләнеүсе Ҡарар датаһы Тапшырыу датаһы
1 «Комсомольская правда» гәзите 23 май 1930 3 июль 1931
2 «МЭЛЗ», Мәскәү ҡалаһы 3 октябрь 1930 июль 1931
3 А. С. Енукидзе, СССР Үҙәк башҡарма комитеты секретары 17 декабрь 1932[7] 17 декабрь 1932
4 В. С. Молоков, осоусы 20 апрель 1934 23 июнь 1934
5 Г. В. Грибакин, бортмеханик 20 апрель 1934 23 июнь 1934
6 М. П. Шелыганов, штурман 20 апрель 1934 23 июнь 1934
7 «Красная Заря» заводы, Ленинград 16 апрель 1931 3 июль 1931
8 «Светлана» заводы, Ленинград 16 апрель 1931 3 июль 1931
9 Карл Маркс исемендәге завод, Ленинград 16 май 1931 3 июль 1931
10 «Мосэлектрик» заводы, Мәскәү ҡалаһы 16 май 1931 3 июль 1931

Ордендың күп тапҡыр кавалерҙары

Ленин орденына бөтә совет етәкселәре һәм юғары рангылағы хәрби етәкселәр тиерлек лайыҡ була, уларҙың күбеһе күп тапҡыр бүләкләнә.

Ун бер тапҡыр кавалерҙар

Ун тапҡыр кавалерҙар

    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Рәшидов Шәрәф Рәшид улы (16.01.1950; 11.01.1957; 01.03.1965; 04.11.1967; 02.12.1971; 10.12.1973; 30.12.1974; 25.12.1976; 04.11.1977; 06.03.1980)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Славский Ефим Павлович (25.07.1942, 10.02.1944, 23.02.1945, 29.10.1949, 11.09.1956, 25.10.1958, 25.10.1968, 25.10.1971, 25.10.1978, 25.10.1983)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Яковлев Александр Сергеевич (27.04.1939; 28.10.1940; 06.09.1942; 25.05.1944; 02.07.1945; 15.11.1950; 31.03.1956; 31.03.1966; 23.06.1981; 17.08.1984)

Туғыҙ тапҡыр кавалерҙар

    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Александров Анатолий Петрович (06.03.1945; 29.10.1949; 19.09.1953; 04.01.1954; 11.09.1956; 12.02.1963; 17.09.1975; 10.02.1978; 11.02.1983)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Дементьев Пётр Васильевич (5.03.1939; 8.09.1941; 25.05.1944; 6.12.1949; 23.01.1957; 28.04.1963; 24.01.1967, 25.10.1971, 21.01.1977)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Папанин Иван Дмитриевич (27.06.1937; 22.03.1938; 01.05.1944; 26.11.1944; 02.12.1945; 30.12.1956; 26.11.1964; 26.11.1974; 23.11.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Рәсүлев Джабар Рәсүл улы (03.01.1944; 29.12.1946; 24.02.1948; 17.12.1949; 23.10.1954; 17.01.1957; 09.07.1963; 09.07.1973; 26.02.1981)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Рябиков Василий Михайлович (08.02.1939; 03.06.1942; 05.08.1944; 16.09.1945; 06.12.1949; 20.04.1956; 16.01.1957; 21.12.1957; 17.06.1961)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Семёнов Николай Николаевич (10.06.1945; 29.10.1949; 19.09.1953; 04.01.1954; 08.05.1956; 14.04.1966; 20.07.1971; 14.04.1976; 18.12.1981)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Тихонов Николай Александрович (26.03.1939; 31.03.1945; 04.09.1948; 05.11.1954; 19.07.1958; 26.11.1971; 13.05.1975; 12.10.1982; 13.05.1985)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Чуйков Василий Иванович (26.10.1943; 19.03.1944; 21.02.1945; 11.02.1950; 11.02.1960; 11.02.1970; 11.02.1975; 21.02.1978; 11.02.1980)

Һигеҙ тапҡыр кавалерҙар

    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Батов Павел Иванович (04.07.1937; 11.03.1940; 30.10.1943; 21.02.1945; 31.05.1957; 31.05.1967; 31.05.1977; 31.05.1982)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Брежнев Леонид Ильич (02.12.1947; 18.12.1956; 17.06.1961; 18.12.1966; 02.12.1971; 18.12.1976; 19.12.1978; 18.12.1981)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Будённый Семён Михайлович (23.02.1935; 17.11.1939; 24.04.1943; 21.02.1945; 24.04.1953; 01.02.1958; 24.04.1958; 24.04.1973)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Василевский Александр Михайлович (21.05.1942; 29.07.1944; 21.02.1945; 29.09.1945; 19.09.1955; 29.09.1965; 29.09.1970; 29.09.1975)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Ворошилов Климент Ефремович (23.02.1935; 22.02.1938; 03.02.1941; 21.02.1945; 03.02.1951; 03.02.1956; 07.05.1960; 03.02.1961)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Ильюшин Сергей Владимирович (30.08.1936; 25.11.1941; 21.02.1945; 02.07.1945; 30.03.1954; 30.03.1964; 26.04.1971; 29.03.1974)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Кальченко Никифор Тимофеевич (07.02.1939; 29.05.1945; 23.01.1948; 08.02.1956; 26.02.1958; 08.02.1966; 08.12.1963; 06.12.1976)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Ҡунаев Динмөхәммәт Әхмәт улы (11.01.1957; 11.01.1962; 02.12.1971; 11.01.1972; 10.12.1973; 06.10.1976; 01.11.1979; 11.01.1982)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Лысенко Трофим Денисович (30.12.1935; 10.06.1945; 10.09.1945; 29.09.1948; 27.10.1949; 19.09.1953; 27.09.1958; 15.09.1961)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Снечкус Антанас Юозович (08.04.1947; 20.07.1950; 06.01.1953; 05.04.1958; 05.01.1963; 01.10.1965; 27.08.1971; 05.01.1973)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Соколовский Василий Данилович (22.02.1941; 02.01.1942; 21.02.1945; 29.05.1945; 20.07.1947; 24.06.1948; 20.07.1957; 20.07.1967)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Туполев Андрей Николаевич (21.02.1933; 16.09.1945; 10.08.1946; 14.01.1949; 06.12.1949; 03.02.1953; 09.11.1958; 06.11.1968)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Фёдоров Алексей Фёдорович (07.02.1939; 18.05.1942; 23.01.1948; 26.02.1958; 24.04.1961; 23.10.1967; 27.03.1981; 28.03.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Щербицкий Владимир Васильевич (26.02.1958; 16.02.1968; 02.12.1971; 08.12.1973; 30.12.1974; 13.09.1977; 16.02.1983; 16.02.1988)

Ете тапҡыр кавалерҙар

    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Афанасьев Сергей Александрович (25.07.1958; 17.06.1961; 26.07.1966; 29.08.1968; 25.10.1971; 14.02.1975; 29.08.1978)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Баграмян Иван Христофорович (29.07.1944; 06.11.1945; 01.12.1947; 02.12.1957; 02.12.1967; 01.12.1972; 01.12.1977)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Бардин Иван Павлович (15.12.1934; 12.11.1943; 31.03.1945; 10.06.1945; 19.09.1953; 12.11.1953; 19.07.1958)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Бещев Борис Павлович (23.11.1939; 29.07.1945; 15.07.1953; 01.08.1959; 15.07.1963; 04.08.1966; 25.08.1971)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Воронин Павел Андреевич (05.03.1939; 08.09.1941; 25.05.1944; 12.07.1957; 22.07.1966; 11.07.1973; 02.02.1982)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Горшков Сергей Георгиевич (26.02.1953; 23.02.1960; 28.04.1963; 07.05.1965; 25.02.1970; 21.02.1978; 21.12.1982)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Громыко Андрей Андреевич (03.11.1944; 05.11.1945; 17.07.1959; 31.12.1966; 17.07.1969; 17.07.1979; 17.07.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Грушин Пётр Дмитриевич (21.06.1943; 02.07.1945; 20.04.1956; 25.07.1958; 15.01.1966; 20.04.1981; 15.01.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Дымшиц Вениамин Эммануилович (16.01.1943; 31.03.1945; 02.12.1947; 09.08.1958; 31.12.1966; 15.09.1970; 26.09.1980)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Калмыков Валерий Дмитриевич (10.04.1945; 20.04.1956; 21.12.1957; 27.08.1958; 17.06.1961; 29.07.1966; 25.10.1971)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Калнберзин Ян Эдуардович (28.06.1945; 31.05.1946; 20.07.1950; 19.09.1953; 15.02.1958; 16.09.1963; 01.10.1965)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Келдыш Мстислав Всеволодович (16.09.1945; 04.01.1954; 27.03.1954; 11.09.1956, 09.02.1961; 27.04.1967; 17.09.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Кикоин Исаак Константинович (10.05.1945; 8.12.1951; 19.09.1953; 04.01.1954; 27.03.1958; 28.03.1968; 27.03.1978)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Кириленко Андрей Павлович (23.01.1948; 02.03.1953; 07.09.1956; 08.03.1958; 07.09.1966; 02.12.1971; 07.09.1976)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Колмогоров Андрей Николаевич (04.11.1944; 10.06.1945; 19.09.1953; 15.09.1961; 24.04.1963; 25.04.1973; 17.09.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Комаровский Александр Николаевич (14.07.1937; 29.04.1943; 16.05.1945; 29.10.1949; 11.09.1956; 07.03.1962; 19.05.1966)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Конев Иван Степанович (29.07.1944; 21.02.1945; 27.12.1947; 18.12.1956; 27.12.1957; 27.12.1967; 27.12.1972)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Кузнецов Василий Васильевич (30.09.1943; 17.02.1951; 11.02.1961; 31.12.1966; 12.02.1971; 12.02.1981; 12.02.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Ломако Пётр Фаддеевич (25.07.1942; 10.02.1944; 08.12.1951; 15.07.1954; 11.07.1964; 25.08.1971; 11.07.1974)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Максарёв Юрий Евгеньевич (19.09.1941; 05.06.1942; 20.01.1943; 05.08.1944; 08.12.1951; 04.01.1954; 22.01.1954)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Мәхмәдалиев Мирали (17.12.1949; 17.04.1951; 17.01.1957; 03.04.1965; 10.12.1973; 25.12.1976; 24.07.1986)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Машеров Пётр Миронович (15.08.1944; 28.10.1948; 18.01.1958; 12.02.1968; 02.12.1971; 12.12.1973; 10.02.1978)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Мерецков Кирилл Афанасьевич (03.01.1937; 21.03.1940; 02.11.1944; 21.02.1945; 06.06.1947; 06.06.1957; 06.06.1967)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Москаленко Кирилл Семёнович (22.07.1941; 23.10.1943; 06.11.1945; 07.03.1962; 10.05.1972; 21.02.1978; 10.05.1982)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Несмеянов Александр Николаевич (04.11.1944; 10.06.1945; 19.09.1953; 08.09.1959; 27.04.1967; 13.03.1969; 07.09.1979)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Новиков Владимир Николаевич (03.06.1942; 05.08.1944; 05.12.1957; 03.12.1967; 26.11.1971; 05.12.1977)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Пельше Арвид Янович (31.05.1946; 20.07.1950; 15.02.1958; 01.10.1965; 06.02.1969; 02.12.1971; 06.02.1979)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Рокоссовский Константин Константинович (16.08.1936; 02.01.1942; 29.07.1944; 21.02.1945; 25.12.1946; 20.12.1956; 20.12.1966)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Смирнов Ефим Иванович (03.03.1942; 11.07.1945; 08.12.1951; 03.11.1953; 11.01.1966; 24.04.1973; 21.02.1978)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Соболев Сергей Львович (10.06.1945; 29.10.1949; 8.12.1951; 19.09.1953; 30.10.1958; 29.04.1967; 17.09.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Тока Салчак Калбакхорекович (05.05.1942; 11.08.1944; 16.08.1946; 10.10.1949; 23.08.1957; 14.12.1961; 14.12.1971)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Хруничев Михаил Васильевич (08.09.1941; 24.11.1942; 05.08.1944; 16.09.1945; 29.10.949; 03.04.1951; 12.07.1957)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Хрущёв Никита Сергеевич (13.05.1935; 16.04.1944; 23.01.1948; 16.04.1954; 8.04.1957; 17.06.1961; 16.04.1964)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Цицин Николай Васильевич (30.12.1935; 10.06.1945; 10.11.1945; 19.11.1953; 17.12.1968; 17.09.1975; 15.12.1978)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Шокин Александр Иванович (29.03.1939; 17.06.1961; 29.07.1966; 08.10.1969; 25.10.1971; 17.02.1975; 26.10.1979)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Яснов Михаил Алексеевич (06.09.1947; 04.06.1956; 01.02.1957; 04.06.1966; 26.08.1971; 11.12.1973; 04.06.1976)

Алты тапҡыр кавалерҙар

    • Hero of Socialist Labor medal.png Александров Павел Сергеевич (10.06.1945; 19.09.1953; 15.09.1961; 06.05.1966; 13.03.1969; 17.09.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Арбузов Александр Ерминингельдович (31.07.1944; 10.06.1945; 24.06.1950; 19.09.1953; 11.09.1957; 09.09.1967)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Архангельский Александр Александрович (22.12.1933; 16.09.1945; 08.08.1947; 06.12.1949; 27.03.1953; 12.07.1958)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Байбаков Николай Константинович (06.02.1942; 24.01.1944; 08.05.1948; 31.12.1966; 05.03.1971; 05.03.1981)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Бармин Владимир Павлович (15.03.1943; 20.04.1956; 17.03.1959; 17.06.1961; 17.03.1969; 16.03.1979)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Боголюбов Николай Николаевич (19.09.1953; 20.08.1959; 29.04.1967; 13.03.1969; 17.09.1975; 20.08.1979)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Бородин Андрей Михайлович (11.01.1957; 22.03.1966; 27.08.1971; 13.10.1972; 24.12.1976; 03.03.1980)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Бочвар Андрей Анатольевич (29.10.1949; 19.09.1953; 11.09.1956; 07.03.1962; 17.09.1975; 06.08.1982)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Брага Марк Андронович (17.06.1949; 22.05.1950; 21.04.1952; 24.08.1953; 10.06.1954; 24.12.1976)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Ванников Борис Львович (23.02.1939; 03.06.1942; 05.08.1944; 06.09.1947; 11.09.1956; 16.09.1957)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Вершинин Константин Андреевич (13.12.1942; 21.07.1944; 19.08.1944; 21.02.1945; 20.05.1960; 22.05.1970)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Виноградов Александр Павлович (29.10.1949; 19.09.1953; 04.01.1954; 23.08.1965; 09.11.1970; 20.08.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Виштак Степанида Демидовна (11.04.1949; 03.07.1950; 20.06.1951; 13.07.1954; 26.02.1958; 31.12.1965)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Воронов Николай Николаевич (03.01.1937; 21.03.1940; 21.02.1945; 05.05.1949; 04.05.1959; 07.05.1965)
    • Вышинский Андрей Януарьевич (20.07.1937; 21.11.1943; 10.06.1945; 05.11.1945; 09.12.1953; 03.10.1954)
    • Ғәфүров Бабажан Ғәфүр улы (шул иҫәптән 03.01.1944; 29.12.1946; 21.02.1948; 23.10.1954)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Головацкий Николай Никитич (11.01.1957; 23.06.1966; 14.02.1975; 24.12.1976; 22.02.1982; 17.01.1985)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Гречко Андрей Антонович (13.12.1942; 21.02.1945; 01.02.1958; 15.10.1963; 22.02.1968; 16.10.1973)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Грушецкий Иван Самойлович (23.01.1948; 04.10.1954; 26.02.1958; 28.08.1964; 08.12.1973; 21.08.1974)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Долгих Владимир Иванович (09.06.1961; 04.12.1965; 25.08.1971; 13.12.1972; 04.12.1974; 04.12.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Доллежаль Николай Антонович (29.10.1949; 11.10.1956; 23.07.1959; 31.10.1969; 26.10.1979; 26.10.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Егоров Михаил Васильевич (29.03.1939; 15.11.1950; 28.04.1963; 06.04.1970; 14.01.1977; 02.02.1984)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Желтов Алексей Сергеевич (24.03.1943; 15.11.1950; 28.08.1954; 29.08.1964; 21.02.1978; 27.08.1984)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Жуков Георгий Константинович (16.08.1936; 29.08.1939; 19.07.1944; 01.06.1945; 01.12.1956; 01.12.1971)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Завенягин Авраамий Павлович (23.03.1935; 17.01.1943; 24.02.1945; 29.10.1949; 16.04.1951; 11.09.1956)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Зверев Сергей Алексеевич (05.08.1944; 25.07.1958; 17.06.1961; 28.07.1966; 25.10.1971; 17.10.1972)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Исаков Иван Степанович (22.02.1938; 13.12.1942; 21.02.1945; 21.08.1954; 21.08.1964; 07.05.1965)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Капица Пётр Леонидович (30.04.1943; 09.07.1944; 30.04.1945; 09.07.1964; 20.07.1971; 08.07.1974)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Кирхенштейн Август Мартынович (17.09.1942; 31.05.1946; 20.07.1950; 06.11.1951; 23.03.1956; 17.09.1957)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Коваленко Александр Власович (07.05.1948; 29.11.1968; 24.11.1969; 14.02.1975; 06.10.1976; 23.11.1979)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Коккинаки Владимир Константинович (25.05.1936; 17.07.1938; 11.06.1939; 16.09.1945; 17.05.1951; 22.06.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Корнейчук Александр Евдокимович (31.01.1939; 23.01.1948; 24.05.1955; 24.11.1960; 24.05.1965; 23.02.1967)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Коротченко Демьян Сергеевич (7.02.1939; 13.09.1943; 29.11.1944; 23.01.1948; 26.02.1958; 28.11.1964)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Косыгин Алексей Николаевич (07.04.1939; 22.01.1944; 20.02.1954; 20.02.1964; 02.12.1971; 20.02.1974)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Котельников Владимир Александрович (20.04.1956; 21.12.1957; 27.04.1967; 13.03.1969; 17.09.1975; 05.09.1978)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Кочарянц Самвел Григорьевич (21.08.1953; 04.01.1954; 11.09.1956; 07.03.1962; 08.01.1979; 06.01.1984)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Красовский Степан Акимович (19.01.1943; 21.02.1945; 06.04.1945; 29.05.1945; 15.09.1961; 07.08.1967)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Курочкин Павел Алексеевич (07.04.1940; 21.02.1945; 29.06.1945; 18.11.1960; 18.11.1980; 18.11.1985)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Лелюшенко Дмитрий Данилович (07.04.1940; 02.01.1942; 21.02.1945; 01.11.1961; 30.10.1981; 31.10.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Леонов Леонид Максимович (18.02.1946; 30.05.1959; 23.02.1967, 30.05.1969; 30.05.1974; 30.05.1979)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Ляшко Александр Павлович (29.12.1965; 25.08.1971; 08.12.1973; 29.12.1975; 22.12.1977; 29.12.1985)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Малинина Прасковья Андреевна (01.06.1945; 23.07.1948; 04.07.1949; 13.12.1950; 26.08.1953; 06.11.1974)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Мальцев Терентий Семёнович (11.05.1942; 09.11.1955; 23.06.1966; 11.12.1973; 06.11.1975; 06.11.1985)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Микоян Анастас Иванович (17.01.1936; 30.09.1943; 24.11.1945; 24.11.1955; 24.11.1965; 25.11.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Микоян Артём Иванович (31.12.1940; 03.02.1953; 05.11.1954; 04.08.1955; 20.04.1956; 04.08.1965)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Павловский Евгений Никанорович (05.03.1944; 21.02.1945; 10.06.1945; 04.03.1954; 11.02.1961; 04.03.1964)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Палецкис Юстас Игнович (08.04.1947; 21.01.1949; 20.07.1950; 05.04.1958; 01.10.1965; 22.01.1969)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Палладин Александр Владимирович (02.03.1944; 09.09.1945; 23.01.1948; 19.09.1953; 13.09.1955; 10.09.1965)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Плиев Исса Александрович (03.11.1941; 16.04.1944; 30.04.1947; 23.11.1962; 01.10.1963; 21.02.1978)
    • Hero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.pngHero of the Soviet Union medal.png Покрышкин Александр Иванович (22.12.1941; 24.05.1943; 06.03.1963; 21.10.1967; 21.02.1978; 05.03.1983)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Пономарёв Борис Николаевич (27.06.1945; 3.03.1958; 16.01.1965; 2.12.1971; 16.01.1975; 16.01.1985)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Поспелов Пётр Николаевич (13.06.1945; 19.06.1948; 19.06.1958; 19.06.1968; 17.09.1975; 19.06.1978)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Ротмистров Павел Алексеевич (05.05.1942; 2.07.1944; 21.02.1945; 22.06.1961; 07.05.1965; 03.07.1981)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Руденко Роман Андреевич (26.03.1945; 27.05.1947; 29.07.1957; 29.07.1967; 25.05.1972; 29.07.1977)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Руденко Сергей Игнатьевич (25.05.1936; 19.08.1944; 20.06.1949; 19.10.1964; 31.10.1967; 19.10.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Руднев Константин Николаевич (05.08.1944; 20.04.1956; 21.12.1957; 17.06.1961; 02.07.1966; 21.06.1971)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Седов Леонид Иванович (27.03.1954; 28.04.1963; 13.11.1967; 17.09.1975; 23.01.1980; 13.11.1987)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Серов Иван Александрович (26.04.1940; 13.12.1942; 29.05.1945, лишён 12.03.1963; 30.01.1951; 19.09.1952; 25.08.1955)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Скобельцын Дмитрий Владимирович (29.10.1949; 19.09.1953; 23.11.1962; 13.03.1969; 02.12.1972; 17.09.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Скрябин Константин Иванович (22.02.1936; 27.10.1949; 19.09.1953; 06.12.1953; 06.12.1958; 04.12.1968)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Смирнов Леонид Васильевич (26.06.1959; 17.06.1961; 15.04.1966; 26.11.1971; 15.04.1976; 06.10.1982)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Соболев Сергей Львович (10.06.1945; 08.12.1951; 19.09.1953; 30.10.1958; 29.04.1967; 17.09.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Титов Георгий Алексеевич (06.03.1945; 20.04.1956; 25.07.1958; 28.04.1963; 07.02.1969; 07.02.1979)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Тихонов Андрей Николаевич (19.09.1953; 04.01.1954; 11.09.1956; 29.10.1966; 20.07.1971; 29.10.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Ткачук Григорий Иванович (26.02.1958; 31.12.1965; 08.04.1971; 06.09.1973; 22.12.1977; 07.07.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Трофимук Андрей Алексеевич (24.01.1944; 08.05.1948; 29.04.1967; 17.09.1975; 14.08.1981; 20.08.1986)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Турсунҡулов Хамраҡул (25.12.1944; 23.01.1946; 19.03.1947; 27.04.1948; 07.07.1949; 13.06.1950)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Уткин Владимир Фёдорович (17.06.1961; 26.07.1966; 29.08.1969; 16.10.1973; 12.08.1976; 17.10.1983)
    • Hero of the Soviet Union medal.png Фёдоров Евгений Константинович (27.06.1937; 12.03.1938; 11.09.1956; 17.06.1961; 09.04.1970; 09.04.1980)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Харитон Юлий Борисович (29.10.1949; 11.09.1956; 07.03.1962; 27.02.1964; 26.02.1974; 24.02.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Христианович Сергей Алексеевич (11.07.1943; 29.03.1944; 19.09.1953; 13.11.1958; 29.04.1967; 13.03.1969)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Школьников Алексей Михайлович (15.01.1957; 15.01.1964; 26.08.1971; 14.01.1974; 24.04.1981; 13.01.1984)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Шолохов Михаил Александрович (31.01.1939; 23.05.1955; 22.05.1965; 23.02.1967; 22.05.1975; 23.05.1980)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Штейман Станислав Иванович (01.06.1945; 25.08.1948; 12.07.1949; 16.10.1950; 03.12.1951; 04.03.1953)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Шумаускас Мотеюс Юозович (22.03.1944; 20.07.1950; 5.04.1958; 1.10.1965; 27.08.1971; 14.11.1975)
    • Hero of Socialist Labor medal.png Эйхфельд Иоган Гансович (30.12.1935; 27.10.1949; 20.07.1950; 13.07.1954; 01.03.1958; 25.01.1963)
    • Hero of Socialist Labor medal.pngHero of Socialist Labor medal.png Әрсарыев Оразгилде (13.12.1944; 19.03.1947; 11.04.1947; 05.04.1948; 21.07.1950; 30.07.1951)
    • Юдин Павел Александрович (06.01.1942; 09.01.1943; 31.03.1945; 02.02.1947; 29.10.1949; 30.05.1952)
    • Яковлев Николай Дмитриевич (22.02.1941; 02.06.1942; 21.02.1945; 30.12.1948; 20.04.1956; 30.12.1958)

Оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн бүләкләүҙәр (1944—1958)

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 4 июнендәге Указына ярашлы Ленин ордены Ҡыҙыл Армия хәрбиҙәренә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн (25 йыл бик яҡшы хеҙмәт иткән өсөн) тапшырыла башлай. Тиҙҙән был практика:

  • Хәрби-Диңгеҙ Флотына (25.09.1944 йылдан Указ);
  • СССР НКВД-һы һәм НКГБ-ның шәхси составына (02.10.1944 йылдан Указ);
  • НКВД, НКГБ һәм милиция органдарының ғәскәрҙәренә һәм махсус хеҙмәттәренә (12.10.1944 йылдан Указ) таратыла[9]

1957 йылдың 14 сентябрендәге һәм 25 декабрендәге указдар менән ундай бүләкләү ғәмәле бөтөрөлә[10]:

« Армияла һәм флотта билдәле бер йылдар хеҙмәт иткән өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, уларҙың башҡарған хеҙмәт бурыстарының характерын һәм аныҡ ҡаҙаныштарын иҫәпкә алмайынса, күпләп бүләкләү практикаһы наградаларҙың әһәмиәтен кәметеүгә килтерә, ә СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләү үҙе хәрби һәм сәйәси әҙерлектә, хәрби тәртипте нығытыуҙа юғары уңыштарға өлгәшкән өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереүҙең һәм ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлеген көсәйтеүҙең мөһим сараһы булыуҙан туҡтай. »

1948 йылдан СССР Юғары Советы Президиумының 1948—1954 йылдарҙағы Указдарына ярашлы «оҙайлы һәм емешле хеҙмәте өсөн» Ленин ордены менән халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен (30 йыл, ҡайһы берҙә 20 йыл оҙайлы эшләгән өсөн) бүләкләй башлайҙар[11]:

  • 1947 йылдың 14 октябрендәге Указ — Геология министрлығының быраулау һәм тау эшселәрен, быраулау һәм тау мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1947 йылдың 10 декабрендәге Указ — ҡара металлургияның алдынғы һөнәрҙәре эшселәрен, мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1948 йылдың 12 февралендәге Указ — уҡытыусыларҙы бүләкләү тураһында;
  • 1948 йылдың 20 мартындағы Указ — төҫлө металлургияның алдынғы һөнәрҙәре эшселәрен, мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1948 йылдың 8 ноябрендәге Указ — химия сәнәғәтенең алдынғы һөнәрҙәре эшселәрен, мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 20 апрелендәге Указ — малсылыҡ өлкәһендә эшләгән ауыл хужалығы белгестәрен һәм етәксе хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 10 июнендәге Указ — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Геодезия һәм картография баш идаралығының эшселәрен, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 24 июнендәге Указ — Әҙерләүҙәр министрлығы, Ит һәм һөт сәнәғәте министрлығы һәм Үҙәк Союз етәкселәрен, яуаплы хеҙмәткәрҙәрен һәм белгестәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 13 июлендәге Указ — эшселәрҙе, бригадирҙарҙы, мастерҙарҙы, флот хеҙмәткәрҙәрен, балыҡ сәнәғәте етәкселәрен һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 28 июлендәге Указ — тимер юл транспортының алдынғы һөнәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен, юғары, өлкән һәм урта етәксе составты бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 22 сентябрендәге Указ — СССР Финанс министрлығының Гознак эшселәрен, мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 10 октябрендәге Указ — табиптарҙы һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1949 йылдың 20 октябрендәге Указ — суднолар эшләү сәнәғәте эшселәренең, мастерҙарының, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәренең орден һәм миҙалдар менән бүләкләнеүе тураһында;
  • 1949 йылдың 17 ноябрендәге Указ — фән хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1950 йылдың 11 ғинуарындағы Указ — нефть сәнәғәте эшселәрен, мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1950 йылдың 24 майындағы Указ — асбест сәнәғәте һәм асбест предприятиелары төҙөлөшө эшселәрен, мастерҙарын, етәкселәрен һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1950 йылдың 18 ноябрендәге Указ — йөҙөү составы хеҙмәткәрҙәрен, порттарҙың төп һөнәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ диңгеҙ флотының юғары, өлкән һәм урта етәксе составын диңгеҙ транспортында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 17 февралендәге Указ — Көньяҡ Урал тимер юлының Силәбе өлкәһе буйынса алдынғы һөнәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен, юғары, өлкән һәм урта етәксе составын бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 7 мартындағы Указ — СССР Дәүләт контроле министрлығы һәм союздаш республикаларҙың дәүләт контроле министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 28 мартындағы Указ — СССР Урман сәнәғәте министрлығы эшселәрен, мастерҙарын, етәкселәрен һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 18 июлендәге Указ — финанс-кредит системаһы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 14 авгусындағы Указ — СССР таможня учреждениеларының шәхси составын бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 4 октябрендәге Указ — СССР Ауыл хужалығы министрлығы һәм СССР Мамыҡсылыҡ министрлығының машина-трактор, урман һаҡлау, машина-малсылыҡ һәм болон-мелиорация станциялары, ремонт заводтары, район-ара капиталь ремонт оҫтаханалары һәм ауыл хужалығын механизациялау мәктәптәренең етәксе хеҙмәткәрҙәрен һәм белгестәрен бүләкләү тураһында;
  • 1951 йылдың 5 ноябрендәге Указ — СССР-ҙың Ауыр индустрия предприятиеларын төҙөү министрлығының һәм СССР-ҙың Ҡара металлургия министрлығының металлургия һәм коксохимия заводтарын, агломерация һәм байыҡтырыу фабрикаларын, тау-мәғдән, мәғдән булмаған һәм утҡа сыҙамлы предприятиеларҙы төҙөү һәм проектлау менән туранан-тура шөғөлләнгән төҙөлөш, монтаж һәм проект ойошмаларының төп һөнәрҙәре эшселәрен, мастерҙарын, прорабтарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ СССР Ауыр индустрия предприятиеларын төҙөү министрлығының Донбасс Главчерметстройы, Днепр буйы Главчерметстройы, Көнсығыш Главчерметстройы, Главюгстрой, Главуралстрой һәм Главцентрострой аппараты хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1952 йылдың 3 ғинуарындағы Указ — СССР Ауыр индустрия предприятиеларын төҙөү министрлығының, СССР Машиналар эшләү предприятиеларын төҙөү министрлығының һәм СССР Төҫлө металлургия министрлығының баҡыр иретеү, баҡыр-электролит, баҡыр-көкөрт, баҡыр-молибден һәм баҡыр мәғдәне предприятиеларын төҙөү һәм проектлау менән мәшғүл булған төҙөлөш, монтаж һәм проект ойошмаларының алдынғы һөнәрҙәре эшселәрен, мастерҙарын, прорабтарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1952 йылдың 18 апрелендәге Указ — СССР Мамыҡсылыҡ министрлығының мамыҡ әҙерләү системаһы һәм мамыҡ таҙартыу сәнәғәте етәкселәрен, яуаплы хеҙмәткәрҙәрен һәм белгестәрен бүләкләү тураһында;
  • 1952 йылдың 15 ноябрендәге Указ — СССР Кинематография министрлығының пленка, фотоҡағыҙ һәм кинокүсермә сәнәғәте алдынғы һөнәрҙәре эшселәрен, мастерҙарын, етәксе һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында;
  • 1953 йылдың 22 майындағы Указ — СССР Элемтә министрлығының алдынғы һөнәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ юғары, өлкән һәм урта составтың шәхси дәрәжәләре булған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү тураһында;
  • 1953 йылдың 25 декабрендәге Указ — дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙе орден һәм миҙалдар менән бүләкләү тураһында;
  • 1954 йылдың 16 мартындағы Указ — СССР Совхоздар министрлығы системаһының белгестәрен һәм етәксе хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында.

1958 йылдың 11 февралендәге Указ менән СССР Юғары Советы Президиумы оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары (шул иҫәптән Ленин ордены) менән бүләкләү ғәмәлен юҡҡа сығара[11]:

« Хеҙмәтсәндәрҙең ижади әүҙемлеген һәм хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөш мәсьәләләрен хәл итеүҙә инициативаһын артабан дәртләндереү һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән СССР граждандарын башлыса оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән өсөн бүләкләү ғәмәлен үҙгәртеү маҡсатында »

Тораҡ пункттарға, ойошмаларға һәм объекттарға наградалар

Дүрт тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнә:

  • С. П. Королёв исемендәге «Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы

Өс тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнәләр:

  • Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы;
  • Әрмән ССР-ы (1958, 1968, 1978);
  • Әзербайжан ССР-ы (1935, 1964, 1980);
  • Ҡаҙаҡ ССР-ы (1956, 1979, 1982);
  • Үзбәк ССР-ы (1939, 1956, 1980);
  • В. И. Ленин исемендәге Ленинград оптика-механика берекмәһе (ЛОМО);
  • Мәскәү өлкәһе (1934).
  • И. А. Лихачев исемендәге Мәскәү автомобиль заводы (ЗИЛ).
  • Төньяҡ машиналар эшләү предприятиеһы (Севмашпредприятие) (1959, 1976, 1984);
  • Серго Орджоникидзе исемендәге Урал ауыр машиналар эшләү заводы (Уралмашзавод);

Ике тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнәләр:

  • Ҡырғыҙ ССР-ы (1957, 1963);
  • Башҡорт АССР-ы (1935, 1957);
  • ССР Союзының Дәүләт академия Ҙур театры (1937, 1976);
  • С. П. Горбунов исемендәге Ҡазан авиация производство берекмәһе[12];
  • Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе (1936, 1971);
  • Красноярск машиналар эшләү заводы (1945, 1975);
  • Горький машиналар эшләү заводы;
  • Воронеж авиация заводы (1941,1966);
  • Мәскәү электр лампалары заводы (МЭЛЗ) — № 2 (1931), № 99 (1939);
  • Пермь моторҙар заводы (1936, 1970);
  • А. А. Жданов исемендәге суднолар эшләү заводы (1963, 1986)
  • Бронетанк ғәскәрҙәре маршалы М. Е. Катуков исемендәге 1-се гвардия танк Чертков полкы;
  • СССР Фәндәр академияһы (1969, 1974);
  • Ф. Э. Дзержинский исемендәге «Уралвагонзавод» ғилми-производство корпорацияһы (1935, 1970);
  • Түбәнге Новгород «Сокол» авиатөҙөлөш заводы (1936, 1970);
  • В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы;
  • Бөтә Союз профессиональ союздар үҙәк советы;
  • «Альтаир» радиоэлектроника диңгеҙ ғилми-тикшеренеү институты (1945, 1985);
  • Сталинград «Баррикадалар» заводы (1942, 1971);
  • Киров заводы (1939, 1951);
  • «Ҡыҙыл Сормово» заводы (1943, 1949);
  • Ленинград металл заводы (1945, 1957);
  • «Мосэлектрик» Мәскәү электр механика заводы (1931, 1939);
  • «Темп» Мәскәү радиозаводы (1931, 1945);
  • Балтик заводы (1940, 1985);
  • Ф. Э. Дзержинский исемендәге Сталинград трактор заводы;
  • Серго Орджоникидзе исемендәге Харьков трактор заводы;
  • В. П. Чкалов исемендәге Ташкент авиация етештереү берекмәһе (1945, 1982);
  • 61 коммунар исемендәге суднолар төҙөү заводы;
  • Горький автомобиль заводы;
  • Воткинск заводы (1945, 1976);
  • Минск автомобиль заводы;
  • Мәскәү йылылыҡ техникаһы институты;
  • П. И. Чайковский исемендәге ике Ленин орденлы Мәскәү дәүләт консерваторияһы;
  • «Правда» гәзите;
  • Николаев Ҡара Диңгеҙ суднолар төҙөү заводы (1949, 1977).
  • СССР өлкәләре һәм крайҙары:
  • Ҡалалар:

Ленин орденына лайыҡ булалар:

undefined
undefined
undefined
  • бөтә совет республикалары, бөтә автономиялы республикалар, 8 автономиялы өлкә, бөтә крайҙар, 100-ҙән ашыу өлкә[13];
  • Удмурт АССР-ы (1958);
  • Өлкәләр:
  • Герой-ҡалалар:
  • Ҡалалар:
  • 380-дән ашыу сәнәғәт предприятиеһы, шул иҫәптән:
    • «Малгобекнефть» тресының 2-се нефть промыслаһы коллективы;
    • Алтай трактор заводы;
    • «Азнефть» нефть табыу предприятиеһы;
    • «Грознефть» нефть табыу предприятиеһы;
    • Куйбышев моторҙар заводы;
    • Ленин һәм Октябрь Революцияһы орденлы Онега заводы;
    • В. П. Чкалов исемендәге Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Новосибирск авиация заводы;
    • Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы (хәҙер — Башнефть-Новойл);
    • В. И. Ленин исемендәге Ленин, I дәрәжә Кутузов, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Силәбе трактор заводы;
    • Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Златоуст машиналар эшләү заводы;
    • Ленин, Октябрь Революцияһы, I дәрәжә Кутузов, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Кузнецк металлургия комбинаты;
    • Ленин, Октябрь Революцияһы орденлы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡлы Иркутск авиация заводы;
    • Ульяновск механика заводы;
    • Өфө нефть эшкәртеү заводы (хәҙер — Башнефть-ӨНЭЗ);
    • Өфө приборҙар эшләү заводы (хәҙер — Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе);
    • Дулёв фарфор заводы;
    • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Полёт» Омск заводы;
    • Электр-механика ғилми-тикшеренеү институты;
    • Л. В. Люльев исемендәге «Новатор» тәжрибә конструкторлыҡ бюроһы;
    • «П. И. Баранов исемендәге Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Омск моторҙар эшләү берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы;
    • Ю. А. Гагарин исемендәге Ленин орденлы Амурҙағы Комсомольск авиация етештереү берекмәһе;
    • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Амур суднолар төҙөү заводы;
    • Машиналар эшләү ғилми производство берекмәһе;
    • М. И. Калинин исемендәге машиналар эшләү заводы;
  • 180-гә яҡын ауыл хужалығы предприятиеһы һәм ойошмаһы;
  • 300-ҙән ашыу хәрби берләшмә, частар һәм учреждениелар (округтар, дивизиялар, полктар һ. б.), шуларҙың 207-һе — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1941—1945);
  • «Белем» Бөтә Союз йәмғиәте;
  • СССР Медицина фәндәре академияһы;
  • СССР Художество академияһы;
  • СССР Композиторҙар союзы;
  • СССР Рәссамдар союзы;
  • СССР Яҙыусылар союзы.
  • Юғары уҡыу йорттары, шул иҫәптән:

Шулай уҡ:

  • Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы А. М. Горький исемендәге Мәскәү академия художество театры (1937);
  • Ленин, Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Ҡыҙыл Октябрь» Сталинград металлургия заводы (1939);
  • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы В. В. Куйбышев исемендәге Коломна тепловоздар төҙөү заводы (1939);
  • Ленин орденлы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы С. А. Лавочкин исемендәге фәнни-производство берекмәһе (1944);
  • Ленин орденлы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Бөтә Союз селекция-генетика институты (1962);
  • Ленин орденлы Высокогорск тау-байыҡтырыу комбинаты (1945);
  • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы В. А. Дегтярёв исемендәге Ковров заводы (1945);
  • Ленин һәм Октябрь Революцияһы орденлы Октябрь Революцияһы исемендәге Луганск тепловоздар төҙөү заводы (1947);
  • Донецк өлкәһе Макеевка ҡалаһындағы «Советскуголь» тресының 13-сө-бис шахтаһы (1948);
  • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ижевск мотозаводы (1961);
  • Ленин орденлы Мәскәү тимер юлы (1966);
  • Ленин орденлы Донецк тимер юлы (1966);
  • «Союзгосцирк» Бөтә Союз дәүләт цирктары берләшмәһе (1969)[14];
  • Ленин орденлы Белорус тимер юлы (1971);
  • Ленин орденлы Куйбышев тимер юлы (1971);
  • Ленин орденлы Төньяҡ Кавказ тимер юлы (1974);
  • Ленин орденлы Свердловск тимер юлы (1978);
  • Ленин орденлы Петров исемендәге Сталинград нефть машиналары эшләү заводы (Волгограднефтемаш) ;
  • Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы ВКП(б)-ның XVIII съезы исемендәге Кемерово кокс химияһы заводы;
  • Ленин орденлы Новочеркасск электровоздар эшләү заводы;
  • Ленин орденлы «Коксовая» шахтаһы, Прокопьевск ҡалаһы, Кемерово өлкәһе;
  • Ленин орденлы «Кузбассэлектромотор» заводы, Кемерово ҡалаһы;
  • Ленин орденлы СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Көнбайыш-Себер металлургия заводы, Новокузнецк ҡалаһы, Кемерово өлкәһе;
  • Одесса балалар аҙыҡ-түлеге консерва заводы;
  • Одесса диңгеҙ сауҙа порты (1966);
  • Ленин орденлы, Ҡыҙыл Байраҡлы армияға, авиацияға һәм флотҡа ирекле булышлыҡ итеү йәмғиәте;
  • Ленин орденлы Дәүләт тарих музейы (Мәскәү ҡалаһы);
  • Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Известия» гәзите (1967);
  • Ленин һәм Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Литературная газета»;
  • Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы В. И. Ленин исемендәге Мәскәү метрополитены;
  • Ленин орденлы В. И. Ленин исемендәге Ленинград метрополитены;
  • Ленин орденлы армияның үҙәк спорт клубы (ЦСКА);
  • Ленин орденлы «Спартак» ирекле профессиональ союздарҙың спорт йәмғиәте;
  • Ленин орденлы «Электроцентромонтаж» идаралығы;
  • Ленин орденлы Новокузнецк ҡала комсомол ойошмаһы;
  • Ленин орденлы Ленинград ҡала башҡарма комитеттары Эске эштәр баш идаралығының янғын һағы идаралығы;
  • Л. Н. Толстойҙың «Ясная поляна» дәүләт музей-усадьбаһы (1978).

Халыҡ-ара эшмәкәрҙәргә наградалар

Күренекле ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены менән халыҡ-ара эшсе һәм коммунистик хәрәкәт эшмәкәрҙәре бүләкләнә: Георгий Димитров (Болгария), Густав Гусак (Чехословакия), Янош Кадар (Венгрия), Долорес Ибаррури (Испания), Хо Ши Мин (Вьетнам), Белисарио Санчес Матеос (Испания), Фидель Кастро (Куба), Вальтер Ульбрихт (ГДР), Отто Гротеволь һәм башҡалар. Монгол эшмәкәрҙәренән бүләкләнәләр: ике тапҡыр — МХР маршалы Хорлоогийн Чойбалсан, өс тапҡыр — МХР маршалы Юмжагийн Цэдэнбал, шулай уҡ дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр, Кесе Дәүләт Хуралы Президиумы Рәйесе Гончигийн Бумцэнд, Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы Рәйесе Жамсрангийн Самбуу, армия генералы Батын Дорж, генерал-полковник Сандивын Равдан, генерал-полковник Буточийн Цог, МХР геройы, полковник Лодонгийн Дандар, 1921 йылғы Халыҡ революцияһы партизаны Пунцагийн Тогтох, МХРП-ның Генераль секретары Жамбын Батмунх, МХР геройы, Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Гуррагча Жугдэрдэмидийн.

Башҡа бүләкләнеүселәр

СССР-ҙың юғары дәрәжәле отличие билдәһе — Советтар Союзы Геройы исеме — 1934 йылдың 16 апрелендә булдырыла. Был исемгә башта отличие билдәһе биреү ҡаралмай, шуға күрә исемде алғандарҙың барыһына ла Ленин ордены тапшырыла башлай. 1939 йылда «Алтын Йондоҙ» миҙалы булдырылғандан һуң, электән килгән йоланы боҙмаҫҡа ҡарар ителә, һәм Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған бөтә кешеләргә лә Ленин ордены автоматик рәүештә бирелә.

Бынан тыш, Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, шулай уҡ «Герой-ҡала» йәки «Герой-ҡәлғә» исеме бирелгән ҡалаларға һәм ҡәлғәләргә тапшырыла[15].

1946 йылдың 1 ноябренә ҡарата 63 612 тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләйҙәр (шуларҙан 12 208 кеше — Советтар Союзы Геройы, 216 кеше — Социалистик Хеҙмәт Геройы, 423-ө — хәрби частар, ойошмалар һәм коллективтар)[16].

СССР тарихында Ленин ордены менән бүләкләнгән һуңғы кеше булып «предприятиены реконструкциялауға һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға ҙур шәхси өлөш индергәне һәм хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн» (СССР Президентының 1991 йылдың 21 декабрендәге УП-3143 һанлы Указы) Новосибирск өлкәһенең Маслянин кирбес заводы директоры Яков Яковлевич Муль тора[17][18].

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң был орденға тәҡдим итмәйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, 1994 һәм 1996 йылдарҙа 1991 йылға тиклем лайыҡ булған, әммә быға тиклем алынмаған ике орден биреү осрағы була. Был ике награданы иҫәпкә алғанда, Ленин ордены булдырылғандан алып 431 418 награда тапшырыла[17].

Ленин ордены филателияла

Иҫкәрмәләр

  1. Постановлением Президиума ЦИК СССР // Правда : газета. — 1932. — 15 февраль (№ 45). — С. 4.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Об утверждении образцов и описание лент к орденам и медалям СССР и Правил ношения орденов, медалей, орденских лент и знаков отличия» от 19 июня 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 23 июнь (№ 23 (229)). — С. 1 – 2.
  3. Дуров Валерий. Орден Ленина: история учреждения, эволюция и разновидности. Ч. I. web.archive.org. Мир наград. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026.
  4. Ордена «Комсомольской правды». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026. Архивировано 18 октябрь 2011 года.
  5. Дуров Валерий. Орден Ленина: история учреждения, эволюция и разновидности. Ч. I. web.archive.org. Мир наград. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026.
  6. Дуров Валерий. Орден Ленина: история учреждения, эволюция и разновидности. Ч. II. web.archive.org. Мир наград. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026.
  7. Постановление Президиума ЦИК Союза ССР // Правда : газета. — 1932. — 18 декабрь (№ 348). — С. 1.
  8. Согласно перечню наград в личном деле, имел 11 орденов Ленина.
  9. Указ Президиума ВС СССР от 4.06.1944 о награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии. Викитека. — Цитируется по книге: «Приказы народного комиссара обороны СССР. 1943 — 1945 гг». — М.: «Терра», 1997. — Т. 13 (2—3). — С. 320. — («Русский архив: Великая Отечественная»). — ISBN 5-25-01774-6.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026. Архивировано 4 август 2017 года.
  10. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 14 сентября 1957 года. Библиотека нормативно-правовых акто СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026. Архивировано 22 июнь 2013 года.
  11. 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 февраля 1958 г. // Ведомости Верховного Совета СССР. — 1958. — 28 февраль (№ 4). — С. 225—236.
  12. ОАО «КАПО им. С. П. Горбунова». web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026.
  13. Рязанская область (1959),Приморский край (1965), Хабаровский край (1965), Северо-Казахстанская область (1966), Калужская область (1967), Кызылординская область (1967), Липецкая область (1967), Новгородская область (1967) Новгородской области - 65 лет. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026. и др.
  14. Всесоюзное объединение государственных цирков — Союзгосцирк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026. Архивировано 3 июль 2020 года.
  15. Положение о почётном звании «Город-Герой» утверждено Указом Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1965 года (Ведомости Верховного Совета СССР, 1965, № 19, ст. 248, п. 7.)
  16. Справка о количестве награждений орденами и медалями СССР за время войны. Государственный архив Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026. Архивировано 4 май 2021 года.
  17. 1 2 Дуров В. А. Часть IV. Орден Ленина. Знак IV типа // Орден Ленина. Орден Сталина. — М.: Collector's Book, 2005. — 144 с. — (Энциклопедия советских наград). — ISBN 978-1-9325-2523-6.
  18. Указ Президента СССР от 21.12.1991 N УП-3143 "О награждении орденом и медалью СССР работников Маслянинского кирпичного завода Новосибирской области". КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2026.

Әҙәбиәт

  • Дуров В. А. Энциклопедия советских наград. Орден Ленина. Орден Сталина (проект). — М.: Любимая книга, 2005. — 144 с. — ISBN 1-932525-23-8.
  • Ионина Н. А. Сто великих наград. — М.: Вече, 2003. — 432 с. — ISBN 5-7838-1171-8.
  • Савичев Н. П. Символы трудовой и ратной доблести. — Киев: Радяньска школа, 1987. — 233 с.
  • Смыслов О. С. Загадки советских наград. — М.: Вече, 2005. — 352 с. — ISBN 5-9533-0446-3.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — М.: Воениздат, 1983.
  • Сборник законодательных актов о государственных наградах СССР. — М., 1984.
  • Гребенникова Г. И., Каткова Р. С. Ордена и медали СССР. — М., 1982.
  • Шишков С. С., Музалевский М. В. Ордена и медали СССР. — Владивосток, 1996.
  • Балязин В. Н., Дуров В. А., Казакевич В. Н. Самые знаменитые награды России. — М., 2000.
  • Горбачёв А. Н. Многократные кавалеры орденов СССР. — М.: ПРО-КВАНТ, 2006.
  • Горбачёв А. Н. 10 000 генералов страны. — М., 2007.

Һылтанмалар