Воронов Николай Николаевич

Николай Николаевич Воронов (23 апрель (5 май) 1899 йыл — 28 февраль, 1968 йыл, Мәскәү, СССР) — совет хәрби етәксеһе, артиллерияның баш маршалы (1944 йыл 21 февраль[3]), Советтар Союзы Геройы (1965 йыл 7 май). СССР Юғары Советы депутаты (1946—1950).

Рәсәйҙә һәм Испанияла Граждандар һуғышында ҡатнаша, Совет-поляк, «Ҡышҡы» һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша; РККА-ның Польша походында һәм Бессарабия менән Төньяҡ Буковинаның ҡушылыуында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа РККА Артиллерияһын етәкләй.

Иртә биографияһы

Николай Николаевич Воронов1899 йылдың 23 апрелендә (яңы стиль буйынса 5 май) Санкт-Петербургта контора хеҙмәткәре Николай Терентьевич менән Валентина Андреевна Вороновтар ғаиләһендә тыуа. 1908 йылдың ноябрендә Валентина Андреевна үҙенә ҡул һала, балалар атай тәрбиәһендә ҡала.

Воронов шәхси реаль училищела уҡый, әммә финанс проблемалары арҡаһында 1914 йылда уҡыуын ташлай, ә 1915 йылда техник секретарь булып эшләй башлай. 1916 йылдың көҙөндә атаһы Николай Терентьевич Воронов рус армияһына мобилизациялана, һәм Н. Н. Воронов иңенә ғаиләне хәстәрләү бурысы ята.

1917 йылда Николай Воронов өлгөргәнлек аттестатына имтихандарҙы экстерн тапшыра.

Хәрби хеҙмәте

Граждандар һәм Совет-поляк һуғышында ҡатнашыуы

1918 йылдың майында Воронов 2-се Петроград команда артиллерия курстарына ҡабул ителә, уны тамамлағас Петроградтың запастағы мортир артиллерия дивизионының 2-се батареяһына взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Был взыод 15-се армия ғәскәрҙәре составында Псков районында Николай Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша[4]. Юденич менән алышта Воронов бер нисә тапҡыр шәхси батырлыҡ күрһәтә[5].

1919 йылда РКП(б)-ға инә[4]; уны партияға тәҡдим итеүселәр араһында Матвей Захаров та була[5].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Воронов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. ↑ Nikolai Nikolayevich Voronov // TracesOfWar
  3. ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении маршалу артиллерии Воронову Н. Н. военного звания главного маршала артиллерии» от 21 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 29 февраля (№ 12 (272)). — С. 1
  4. ↑ 1 2 сайт www.victory.mvk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2010. Архивировано 27 август 2011 года. 2011 йылдың 27 август көнөндә архивланған.
  5. ↑ 1 2 Ф. Самсонов. Биография Н. Н. Воронова, составленная Ф. Самсоновым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2010.

Әҙәбиәт

  • Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 128. — 800 с.
  • Голотюк В. Л., Цапаев Д. А. Командный состав Войск ПВО Красной Армии в годы Великой Отечественной и советско-японской войн 1941—1945 гг. — М., 2012. — ISBN 978-5-9903475-2-6. — Стр.59—61.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар