Советтар Союзы Коммунистар партияһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Логотип
Лидер: КПСС ҮК генераль (беренсе) секретары
Нигеҙләүсе: В. И. Ленин
Төҙөлгән ваҡыты: 30 июль 1903 (РСДРП(б) булараҡ)
1 март 1898 (РСДРП булараҡ)
Тарҡалған ваҡыты: 6 ноябрь 1991
Штаб-квартира: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Мәскәү, Старая площадь, 4
Идеология: социализм, марксизм-ленинизм, коммунизм, пролетар интернационализм
Интернационал: Коминтерн (19191943)
Коминформ (19471956)
Йәштәр берләшмәһе: ВЛКСМ,
В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы
Ағзалар һаны: 19 487 822 (1 ғинуар 1989)
Девиз: Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!
Фирҡә — беҙҙең дәүерҙең аҡылы, намыҫы һәм выжданы!
Урындар Халыҡ депутаттары съезы:
1957 / 2250
(12 саҡырылыш, 1989)
Гимн: Интернационал
Партия баҫмаһы: «Правда»
Шәхестәр: члены партии в категории (1341 чел.)
"КПСС" бите бында йүнәтелә.

Советтар Союзы Коммунистар партияһы (рус. Коммунисти́ческая па́ртия Сове́тского Сою́за, КПСС)[1] (ҡыҫҡартылған атамаһы -аббр. КПСС; көндәлек һөйләштә па́ртия) — Совет Социалистик Республикалар Союзында хакимлек иткән фирҡә (партия).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1898 (1903) йылда Рәсәй марксистары тарафынан нигеҙләнгән РСДРП (Российская социал-демократическая рабочая партия)- Рәсәй социал- демократик эшселәр (большевиктар) партияһы; 1918 йылдың мартынан РКП(б)- Рәсәй коммунистар (большевиктар) партияһы тип атала башлай. 1925 йылдан 1991 йылға тиклем — Бөтә Союз коммунистар партияһы, Советтар Союзы Коммунистар партияһы (Всесоюзная коммунистическая партия большевиков-ВКП(б), Коммунистическая партия Советского Союза-КПСС). 1920-се йылдар башынан алып, 1990 йылға тиклем илдә рөхсәт ителгән берҙән-бер партия. Компартияның хакимлыҡ статусын СССР Конституцияһы билдәләй: 1936 йылғы СССР Конституцияһының 126-сы статьяһында Коммунистар партияһы дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының «етәксе ядроһы» тип, 1977 йылда ҡабул ителгән СССР Конституцияһында (6-сы статья) бөтә совет йәмғиәтенә, дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларына етәксе һәм йүнәлеш биреүсе көс, тип яҙылған[2]. 1990 йылда СССР-ҙа барған «үҙгәртеп ҡороу» осоронда компартияның сәйәси власть монополияһы бөтөрөлә[3], ләкин яңы редакциялағы СССР Конституцияһында ла КПСС башҡа партиялар араһында айырып күрһәтелгән[4].

1991 йылғы (19—21 август) «август болаһы» менән бәйле ваҡиғаларҙан һуң, ул ваҡыттағы РСФСР Президенты Б.Н.Ельцин КПСС-ты Конституцияға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләй. Хоҡуҡҡа ҡаршы килгән РСФСР Президенты Указы менән (№ 169, 6 ноябрь, 1991 йыл) КПСС-тың һәм РСФСР Компартияһы эшмәкәрлеге тыйыла — бөтә ойошмалары ла таратыла, мөлкәте тартып алына. Ләкин Рәсәй Федерацияһы Конституция суды ҡарары буйынса (суд ҡарары № 9-П 30.11.1992), КПСС — РСФСР Компартияһының башланғыс ойошмаларының эшмәкәрлеген тыйыу Конституцияға ярашһыҙ тип табыла. Партияның тарҡалыуы һәм бөтә союз ойошмаһы булыуҙан туҡтауы сәбәпле был эште артабан ҡарау туҡтатыла[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1952 йылдың 5 октябренән партияның рәсми атамаһы
  2. «Руководящей и направляющей силой советского общества, ядром его политической системы, государственных и общественных организаций является Коммунистическая партия Советского Союза. КПСС существует для народа и служит народу.

    Вооружённая марксистско-ленинским учением, Коммунистическая партия определяет генеральную перспективу развития общества, линию внутренней и внешней политики СССР, руководит великой созидательной деятельностью советского народа, придаёт планомерный научно обоснованный характер его борьбе за победу коммунизма».

    Конституция СССР 1977 года в редакции до 14 марта 1990 года

  3. Закон СССР от 14.03.1990 № 1360-I «Об учреждении поста Президента СССР и внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) СССР»
  4. Авакьян С. А. Конституция России: природа, эволюция, современность. — М.: Сашко, 2000. — ISBN 5-85597-015-9.
  5. Постановление Конституционного Суда РФ № 9-П от 30 ноября 1992 года по Делу КПСС

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Съезды КПСС