СССР етәкселәре исемлеге

Политбюро_ЦК ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы Ҙур театрҙа Пушкин юбилейында, 1937 йыл

Совет Социалистик Республикалар Союзы етәкселәре исемлеге — 1922 йылдан 1991 йылға тиклем СССР менән идара иткән юғары вазифалы шәхестәр һәм етәкселәр исемлеге.

СССР-ҙа юғары власть органдары

Рәсми булмаған юғары власть органдары

СССР-ҙың Төп ҡанунына ярашлы, бер нисә тиҫтә йыл дауыамында илдең юғары власть органы булып коллегиаль органдар тора:

  • 1992 йылдың 30 декабрендә дәүләт ойошторолғандан алып 1924 йылда Конституция ҡабул ителгәнгә тиклем (СССР-ҙың ойошторолоуы тураһындағы килешеүгә ярашлы[1]) —
    • Советтар съезы,
    • съездар араһында — СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты,
    • съезд сессиялары араһында — 19 ағзанан торған СССР Үҙәк Башҡарма Комитет Президиумы,
    • СССР Үҙәк Башҡарма Комитет Президиумы ағзалары араһынан һайланған СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйестәре — һәр дүрт союздаш республиканан берәр;
  • 1924 йылдың 31 ғинуарынан 1936 йылда яңы Конституция ҡабул иткәнгә тиклем (1924 йылғы СССР Конституцияһына ярашлы[2]):
    • Советтар съезы,
    • съездар араһында — Союз Советынан һәм Милләттәр Советынан торған СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты,
    • съезд сессиялары араһында — Союз Советы һәм Милләттәр Советы Президиумдарының барлыҡ ағзалары ла ингән 19 ағзанан торған СССР Үҙәк Башҡарма Комитет Президиумы,
    • СССР Үҙәк Башҡарма Комитет Президиумы ағзалары араһынан һайланған СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйестәре Председатели — һәр дүрт союздаш республиканан берәр;
  • 1936 йылдың 5 декабренән алып 1977 йылда яңы Конституция ҡабул иткәнгә тиклем (1936 йылғы СССР Конституцияһына ярашлы[3]):
  • 1977 йылдың 7 октябрендә ҡабул ителгән яңы Конституциянан алып уға 1988 йылдың 1 декабрендә үҙгәрештәр индергәнгә тиклем (1977 йылғы СССР Конституцияһына ярашлы[4]):
    • Ике: Союз Советы һәм Милләттәр Советынан торған СССР Юғары Советы,
    • сессиялар араһында — СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе, Рәйестең Беренсе һәм 15 урынбаҫарынан торған СССР Юғары Советы Президиумы — һәр союздаш республиканан берәр, Президиум Секретары һәм СССР Юғары Советы Президиумының 21 ағзаһы (1981 йылдан башлап Президиум составына шулай уҡ СССР Хөкүмәте ағзалары ла инә ала[5]).

1977 йылғы СССР Конституцияһына артабан үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә илдең коллегиаль юғары власть органы һәм юғары вазифалар түбәндәгесә билдәләнә:

  • СССР-ҙың Төп Ҡанунына 1988 йылдың 1 декабрендә индерелгән үҙгәрештәрҙән алып 1990 йылдың 14 мартында индерелгән үҙгәрештәргә тиклем[6]:
    • СССР Халыҡ депутаттары съезы — СССР-ҙың иң юғары дәүләт власы органы,
    • СССР Юғары Советы Рәйесе — СССР-ҙың «юғары вазифа биләгән шәхесе»;
  • 1990 йылдың 14 мартында СССР-ҙың Төп Ҡанунына үҙгәрештәр индерелгәндән һуң һәм 1991 йылдың 26 декабрендә СССР тарҡалғанға тиклем[7]:
    • СССР Халыҡ депутаттары съезы — СССР-ҙың иң юғары дәүләт власы органы,
    • СССР Президенты — «Совет дәүләте башлығы».

Рәсми юғары власть органдары

СССР-ҙа Коммунистар партияһының етәксе ролен иҫәпкә алып, фатик рәүештә дәүләт менән партияның үҙәк органдары, тәү сиратта, Үҙәк Комитеттың Генераль секретары һәм Политбюро идара итә[8]. Шуныһы ҡыҙыҡ — ғәҙәттә СССР етәкселәре араһында иҫкә алынған Владимир Ленин рәсми рәүештә СССР-ҙың коллегиаль власть органдарында ла етәксе булмай, партия менән дә идара итмәй. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң, барлыҡ ғәмәлдәге власть Ленин етәкләгән СССР Халыҡ комиссарҙары советында (1917 йылдың октябренән 1923 йылдың июленә тиклем — РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы)[9] туплана.

Яҡынса 1922 йылдың майынан Ленин ҡаты ауырый, партияла уның урынын КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары «триумвираты»: Иосиф Сталин, Лев Каменев һәм Григорий Зиновьев ала[10].

Коммунистар партияһының генераль секретары вазифаһы 1922 йылдың апрелендә булдырыла һәм уны тиҙҙән рәсми рәүештә, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, Лениндың тәҡдиме менән, Сталин биләй[11]. 1930 йылдар башында Сталин Алексей Рыковтан, Никола Бухариндан, Михаил Томскийҙан торған "уң оппозиция"нан ҡотолғас, СССР-ҙа генсек вазифаһы ғәмәлдә иң юғарыһы булып ҡала, ә Иосиф Сталин, бик күп баһалауҙар буйынса, был ваҡытҡа сикһеҙ власҡа тиерлек эйә була[11][12].

Сталин үлгәндән һуң күптәр Минитсрҙар Советы рәйесе вазифаһында булған Геогий Маленковты ил лидеры итеп ҡабул итә. Аныҡлап әйткәндә, 1953 йылда СССР Юғары Советы сессияһында Маленковтың доклады программа документы итеп ҡабул ителә[13][14].

Артабан партияның етәксе посын Никита Хрущёв биләй[14], һуңынан тәүҙә беренсе, аҙаҡ инде генераль секретарь статусында Леонид Брежнев, Юрий Андропов, Константин Черненко эшләй. СССР-ҙың һуңғы етәксеһе КПСС Үҙәк Комитетының һуңғы генераль секретары һәм тарихта СССР-ҙың беренсе президенты Михаил Горбачёв була[15].

СССР етәкселәре исемлеге

Рәсми булмаған етәкселәр

СССР Үҙәк Комитеты рәйестәре

СССР Юғары Советы Президиумы Рәйестәре

  • Брежнев Леонид Ильич (16 июнь 1977 йыл — 10 ноябрь 1982 йыл) — тарихта беренсе тапҡыр дәүләттең рәсми һәм рәсми булмаған етәксеһе тап килә

СССР Юғары Советы Рәйесе

СССР Президенты

Рәсми етәкселәр

СССР менән идара иткән етәкселәрҙең иң киң таралған исемлеге булып шартлы рәүештә «ете юлбашсы» тип аталған исемлек һанала[19]. Әммә Иосиф Сталин үлгәндән һуң КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп Никита Хрущёв тәғәйенләнгәнгә тиклем сәйәси системала Георгий Маленковтың өлөшөн билдәләгәндә, уны күптәр шул осорҙа илдең рәсми лидеры тип ҡабул итә[13][14][20].

Рәсем Исем-шәрифе (йәшәгән йылдары) Осор Мөҙҙәт Вазифа
1
Certificates of Honour of the Soviet Union 12.jpg
[[Ленин (Ульянов) Владимир Ильич]]

(1870—1924)

30 декабрь 1922 йыл[1]

21 ғинуар 1924 йыл[10]

1 йыл 22 көн РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе

(27 октябрь (9 ноябрь) 1917 йыл — 21 ғинуар 1924 йыл)[18]

СССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе

(6 июль 1923 йыл — 21 ғинуар 1924 йыл)[10]

2
JStalin Secretary general CCCP 1942.jpg
Сталин Иосиф Виссарионович

(1878—1953)

ғинуар 1924[10]

5 март 1953 йыл[21][13]

29 йыл 1 ай 12 көн РКП(б)-ВКП(б) Үҙәк Комитетының генераль секретары
(3 апрель 1922 йыл — 10 февраль 1934 йыл)[18]
КПСС Үҙәк Крмитеты Секретариаты
(10 февраля 1934 — 5 марта 1953)[18]
СССР Министрҙар Советы Рәйесе
(15 март 1946 йыл — 5 март 1953 йыл)[14]
3
Георгий Максимилианович Маленков (cropped).jpg
Маленков Георгий Максимилианович

(1901—1988)

5 март 1953 йыл[13]

7 сентябрь 1953 йыл[14]

6 ай 2 көн КПСС Үҙәк Комитеты Секретариаты
(22 май 1939 йыл — 6 май 1946 йыл)
(1 июль 1948 йыл — 14 март 1953 йыл)[18]
СССР Министрҙар Советы Рәйесе
(5 март 1953 йыл — 8 февраль 1955 йыл)[14]
4
Bundesarchiv Bild 183-B0628-0015-035, Nikita S. Chruschtschow.jpg
Хрущёв Никита Сергеевич

(1894—1971)

7 сентябрь 1953 йыл

14 октябрь 1964 йыл[14]

11 йыл 1 ай 7 көн КПСС Үҙәк Комитетының Беренсе секретары
(7 сентябрь 1953 йыл — 14 октябрь 1964 йыл)[18]
СССР Министрҙар Советы Рәйесе
(27 март 1958 йыл — 15 октябрь 1964 йыл)[14]
5
Leonid Brezhnev Portrait (2).jpg
Брежнев Леонид Ильич

(1906—1982)

14 октябрь 1964 йыл

10 ноябрь 1982 йыл

18 йыл 27 көн Беренсе (һуңынан - Генераль) КПСС Үҙәк Комитеты секретары
(14 октябрь 1964 йыл — 10 ноябрь 1982 йыл)[18]
СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе
(16 июнь 1977 йыл — 10 ноябрь 1982 йыл)[16]
6
Yuri Andropov - Soviet Life, August 1983.jpg
Андропов Юрий Владимирович

(1914—1984)

12 ноябрь 1982 йыл

9 февраль 1984 йыл

1 йыл 2 ай 28 көн КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары
(12 ноябрь 1982 йыл — 9 февраль 1984 йыл)[18]
СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе
(16 июнь 1983 йыл — 9 февраль 1984 йыл)[16]
7 Черненко Константин Устинович

(1911—1985)

13 февраль 1984 йыл

10 март 1985 йыл

1 йыл 25 көн КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары
(13 февраль 1984 йыл — 10 март 1985 йыл)[18]
СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе
(11 апрель 1984 йыл — 10 март 1985 йыл)[16]
8
Gorbachev (cropped).png
Горбачёв Михаил Сергеевич

(1931—2022)

11 март 1985 йыл

25 декабрь 1991 йыл

6 йыл 9 ай 14 көн КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары
(11 март 1985 йыл — 24 август 1991 йыл)[18]
СССР Президенты[22]
(15 март 1990 йыл — 25 декабрь 1991 йыл)[18]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Договор об образовании Союза Советских Социалистических Республик. 30 декабря 1922 г. // Съезды Советов в документах. 1917 — 1936. — М.: Электронная библиотека исторических документов, 1960. — Т. III. — С. 18—22.
  2. Основной закон (Конституция) Союза Советских Социалистических Республик. (Принят второй сессией ЦИК СССР первого созыва 6 июля 1923 года и в окончательной редакции II съездом Советов СССР 31 января 1924 года). Исторический факультет МГУ имени М.В. Ломоносова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  3. Конституция (Основной закон) Союза Советских Социалистических Республик. (Утверждена Чрезвычайным VIII съездом Советов Союза ССР 5 декабря 1936 года (с последующими изменениями и дополнениями)). Исторический факультет МГУ имени М.В. Ломоносова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  4. Союз Советских Социалистических Республик. Конституция (Основной закон). (с изменениями на 14 марта 1990 года). Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  5. Закон СССР от 24 июня 1981 года N 5154-X "О внесении дополнения в статью 132 Конституции (Основного Закона) СССР". Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  6. Закон СССР от 1 декабря 1988 года N 9853-XI "Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) СССР". Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  7. Закон СССР от 14 марта 1990 года N 1360-1 "Об учреждении поста Президента СССР и внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) СССР". Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  8. Кодан С. В. Коммунистическая партия и СССР: «партийный федерализм» как основа союзного государства // Федеративное государство: историко-правовой опыт и современные практики (к 100-летию образования СССР) : материалы международной научно-практической конференции, Омск, 20–22 октября 2022 года. — Омск: Омский государственный университет им. Ф.М. Достоевского, 2022. — С. 195—199.
  9. Войтиков С. С. «Это вам, слава Богу, не заседание Президиума вцик»: из истории российского «Парламента» эпохи диктатуры Ленина // Новый исторический вестник. — 2012. — № 32. — С. 37—48.
  10. 1 2 3 4 Идт А. В. Политическая борьба в СССР внутри ВКП(б) после смерти В.И. Ленина в 1920-х гг // Социально-политические процессы в истории мировых цивилизаций : материалы III Всероссийской конференции кафедры всеобщей истории, Красноярск, 21 ноября 2017 года / Отв. ред. Д. В. Григорьев. — Красноярск: Красноярский государственный педагогический университет им. В.П. Астафьева, 2018. — С. 93—97.
  11. 1 2 Сахаров В. А. Генеральный секретарь ЦК РКП(б): Сталин для должности или должность для Сталина? // [https://nlr.ru/domplekhanova/dep/artupload/dp/article/75/NA92.pdf «Политическое завещание» Ленина: реальность истории и мифы политики]. — М.: Изд-во Моск. ун-та,, 2003. — С. 168—179. — 717 с. — ISBN 5-211-04575-0.
  12. Болтаевский А. А., Прядко И. П. Формирование советской политической элиты: от смерти Ленина до триумфа Сталина // Genesis: исторические исследования. — 2017. — № 2.
  13. 1 2 3 4 Зенькович Н. А. Маленков Георгий Максимилианович // Самые закрытые люди. Энциклопедия биографий. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Звёздный мир, 2004. — 688 с. — ISBN 5-94850-342-9.
  14. 1 2 3 4 5 6 7 8 Самусев С. В. Политическая борьба в СССР внутри КПСС после смерти И.В. Сталина // Социально-политические процессы в истории мировых цивилизаций : материалы III Всероссийской конференции кафедры всеобщей истории, Красноярск, 21 ноября 2017 года / Отв. ред. Д. В. Григорьев. — Красноярск: Красноярский государственный педагогический университет им. В.П. Астафьева, 2018. — С. 143—149.
  15. Секретариат ЦК КПСС. Большая российская энциклопедия 2004–2017. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  16. 1 2 3 4 5 6 7 Все формальные руководители Советского государства. История государства (7 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2023.
  17. «Всесоюзному старосте» Михаилу Ивановичу Калинину исполнилось бы 145 лет. Тверской государственный объединенный музей (20 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2023.
  18. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Правители и руководители России, СССР, РФ. Большая российская энциклопедия 2004–2017. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  19. Волкогонов Д.А. Семь вождей. Галерея лидеров СССР: в 2 тт. — М.: Новости, 1995—1996. — 976 с. — ISBN 5-7020-1031-0.
  20. Гашков И. Второй после Сталина. Как Хрущев увел власть у того, кого считали преемником отца народов. ТАСС (7 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2023.
  21. [{{{ссылка}}} Сталин] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  22. После роспуска КПСС, все властные полномочия перешли к Президенту СССР. С 19 августа по 21 августа 1991 года и. о. президента СССР был провозглашён вице-президент Г. И. Янаев (оспаривалось М. Горбачёвым).

Әҙәбиәт