25 декабрь
25 декабрь (рус. 25 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 359-сы көнө (кәбисә йылында 360-сы). Йыл тамамланыуға 6 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 7-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 43 минутта ҡалҡа, 16 сәғәт 54 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 10 минут.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ҡышҡы ҡояш торошо — «Нардуған» байрамы
- Католик Раштыуаһы.
АҠШ: Ҡабаҡ бәлеше көнө.
Мозамбик: Ғаилә көнө.
Пакистан: Куайд-и-Азам көнө.
Ҡытай Республикаһы: Конституция көнө.
Төркиә: Газиантеп ҡалаһын азат итеү көнө.
- 1492 йыл: Христофор Колумб Эспаньола (хәҙерге Гаити утрауында) беренсе Ла-Навидад ауылын нигеҙләй.
- 1931 йыл: Саҡмағош район гәзитенең тәүге һаны баҫылып сыға.
тулы исемлек
- 1946 йыл: СССР-ҙа Игорь Васильевич Курчатов етәкселегендә Европала беренсе ядро реакторы эшләй башлай.
- 1963 йыл: Өфө ҡалаһында биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре эшләүсе «Ағиҙел» предприятиеһы ойошторола.
- 1973 йыл: Өфөләге бөгөнгө 245-се балалар баҡсаһы асыла.
- 1979 йыл: Совет ғәскәрҙәре Афғанстанға инә.
- 1991 йыл: Михаил Горбачёв СССР Президенты вазифаһынан отставкаға китә.
- 1993 йыл: Рәсәй Федерацияһының 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән ғәмәлдәге Конституцияһы үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Журавлёв Даниил Арсентьевич (1900—16.09.1974), Рәсәйҙәге граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерия генерал-полковнигы (1944), йәмәғәт эшмәкәре. 1946 йылдан ПВО-ның Көнбайыш һәм Төньяҡ Көнбайыш округы ғәскәрҙәре командующийы, СССР-ҙың ПВО ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары, СССР ПВО ғәскәрҙәренең радиотехник ғәскәрҙәре һәм һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә хеҙмәте начальнигы. 1954 йылдан — отставкала. РСФСР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1945), алты Ҡыҙыл Байраҡ (1938, 1941, 1944 — август һәм ноябрь, 1949), ике I дәрәжә Кутузов (1943, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) ордендары кавалеры. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (1925—23.04.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Кашапов Мәсғүт Кашаф улы (1925—13.05.2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1966 һәм 1971—1997 йылдарҙа Яңауыл районы «Победа» колхозы рәйесе, 1966—1971 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), III дәрәжә Дан, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, райондың беренсе почётлы гражданы (1997). Сығышы менән ошо райондың хәҙер Яңауыл ҡалаһы биләмәһенә ингән элекке Иванай ауылынан.
- Нуретдинов Әнүәр Хәйретдин улы (1930—21.01.2011), агроном, йәмәғәтсе. 1960—1990 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» (артабан «Йүрүҙән») совхозы агрономы, 25 йыл дауамында Иҙелбай бүлексәһенең тәүге партия ойошмаһы секретары, күп тапҡырҙар Таймый ауыл Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены (1971) кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы һәм социалистик ярыш еңеүсеһе. Сығышы менән ошо райондың 2-се Иҙелбай ауылынан.
- Сәғитов Тәлғәт Фәйзулла улы (1930), опера йырсыһы. 1965 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының артист-вокалсыһы. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы (1935—5.11.2000), журналист, яҙыусы. 1984—2000 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем баш мөхәррир урынбаҫары. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).
- Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы (1940—26.04.2017), ғалим-философ һәм дәүләт эшмәкәре. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1992 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 йылдан — Мәғлүмәт-аналитика идаралығы, 2006—2008 йылдарҙа Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—2010 йылдарҙа Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (2010).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы (1886—3.06.1941), актёр, режиссёр, театр эшмәкәре. 1919 йылдан Өфөләге татар-башҡорт үрнәк театры актёры; 1920 йылдан Татар АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының театр бүлеге мөдире, беренсе татар театры актёры һәм режиссёры; 1922 йылдан — Башҡорт драма театрының баш режиссёры; 1924—1937 йылдарҙа Татар академия театры һәм Башҡорт драма театры актёры, режиссёры. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1926). Мутиндар нәҫеленән. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Бикәев Солтан Хәмит улы (1916—8.10.2006), совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист, полковник (1975). Мәскәүҙә үткән Еңеү Парадында ҡатнашыусы. 1967—1992 йылдарҙа Өфөнөң 2-се ҡала типографияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977), Советтар Союзы Геройы (1943).
тулы исемлек
- Ғазнанов Миңлейәр Бәхти улы (1926—25.11.1999), партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1958 йылдан Башҡорт АССР-ының коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары, 1962 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының, 1965 йылдан — КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары, 1979—1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының аҙыҡ сәнәғәте министры. Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1973), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1976) ордены кавалеры.
- Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы (1931—24.04.2010), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-психиатр. 1959—1980 йылдарҙа Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Йәнбарисова Зәйтүнә Һәйбән ҡыҙы (1931), педагогик хеҙмәт ветераны. 1957 йылдан Өфө ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, 1983—1997 йылдарҙа Өфө ҡала мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Маслова Наталья Евгеньевна (1951), сәнғәт ветераны, йырсы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм вокал буйынса элекке репетиторы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Калачёва Татьяна Николаевна (1956), театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1999 йылдан Республика рус драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Победа Николай Фёдорович (1956), хеҙмәт ветераны, сәнәғәт алдынғыһы. 1975—2012 йылдарҙа Салауатнефтеоргсинтез берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1994). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Савенко Людмила Михайловна (1956), журналистика ветераны. 1986 йылдан хәҙерге «Иглинские вести» район гәзите хеҙмәткәре, 1991 йылдан – «Уфимские нивы» гәзите мөхәррире. Өфө район Советы депутаты һәм президиум ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районынан.
- Бычков Владимир Николаевич (1961), спорт ветераны, тренер. 2008 йылдан Өфөләге 28-се коррекцион интернат-мәктәптең уҡытыусы-тренеры. 1992—1999 йылдарҙа еңел атлетика буйынса РСФСР (1979—1991) һәм Рәсәй (1992—1999) йыйылма командалары ағзаһы. 1996 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры (2003).
- Хәйҙәров Рауил Рәфиз улы (1966), спортсы. 1989—1991 йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың, 1992 йылда БДБ-ның йыйылма командалары ағзаһы. 1992 йылдан Германияла эшләй. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Коземаслов Василий Архипович (1922—2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Киләй ауылынан.
- Гагарин Евгений Степанович (1932—10.07.2003), нефтехимик. 1965—1987 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
тулы исемлек
- Динмөхәмәтов Әнәс Карам улы (1932—16.07.2003), механизатор. 1963 йылдан Чита өлкәһенең «Коминтерн» колхозы тракторсыһы, комбайнеры; 1975 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы тракторсыһы, 1991—1992 йылда — тракторҙар заправкалаусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районынан.
- Прозорова Ольга Борисовна (1967), ғалим-инженер. 1987 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (2011), доцент (2012). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәрәхетдинов Хәмәт Фәрәхетдин улы (1903—27.06.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, тимерсе, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Пашков Михаил Петрович (1908—18.04.1976), табип, урындағы башҡарма һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби контрразведка хеҙмәткәре, дәүләт именлеге капитаны. 1947 йылдан Бәләбәй ҡала советы рәйесе, 1952 йылдан Стәрлетамаҡ, 1959—1962 йылдарҙа Белорет ҡала милиция бүлегенең начальник урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәйҙең почётлы гражданы (1975). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Әлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улы (1908—18.12.1974), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-cе кавалерия полкы элемтәсеһе, артабан 2-се Украина фронтының уҡсылар полкы замполиты, лейтенант. 1943 йылдан Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин мәктәбе, 1946 йылдан Мәләүез районы Әбет мәктәбе директоры, 1961—1968 йылдарҙа — ошо райондың Нөгөш урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы (1918—3.10.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Борай районы А. А. Жданов исемендәге, 1957—1980 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1973). Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры.
- Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы (1923—23.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Ҡыҙыл Байраҡ (1943) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры.
- Ырыҫбаева Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы (1923), йөҙйәшәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Йәнйегет ауылынан.
- Әхтәмов Рәшит Арыҫлан улы (1923—2.11.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, капитан. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Барышников Гавриил Никандрович (1928—2019), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Степановка ауылынан.
- Шаммасов Фазыл Ғәзи улы (1928—?), нефтсе-механизатор. 1953—1988 йылдарҙа Нефтекамалағы 2-се технологик транспорт идаралығы тракторсыһы, бульдозерсыһы. Почётлы нефтсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Исмаил ауылынан.
- Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы (1928—24.09.2016), инженер-ғалим, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан КПСС-тың Мәләүез, 1983—1986 йылдарҙа — Ишембай ҡала комитеттарының 1‑се секретары. Техник фәндәр кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының 8—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1973), Октябрь Революцияһы (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
- Валявин Геннадий Георгиевич (1938—16.10.2017), инженер-технолог-ғалим. 2000—2017 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты нефть һәм газ технологияһы кафедраһының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1979).
- Яубаҫарова Миңниса Әхмәҙулла ҡыҙы (1948), малсы, йәмәғәтсе. 1967—2003 йылдарҙа Бөрйән районының «Ҡыҙыл таң» колхозы һауынсыһы. 20-се саҡырылыш район советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995).
- Мироненкова Жанна Викторовна (1963), провизор-ғалим. 1992 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1994 йылдан — фармацияға идара итеү һәм иҡтисад кафедраһының медицина һәм фармакология тауарҙарын өйрәнеү ғилеме буйынса курс мөдире. Фармакология фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Филиппова Анна Сергеевна (1973), инженер‑системотехник-ғалим. 1999 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2013 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тавасиев Сосланбек Дафаевич (1894—10.04.1974), Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы. Төньяҡ Осетия АССР-ының (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) халыҡ рәссамы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1970). Ҡыҙыл Байраҡ (1919) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958, 1968) ордены кавалеры.
- Сәғит Агиш (1904—21.05.1973), уҡытыусы, журналист, яҙыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975, үлгәндән һуң). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Йосопов Билал Мөғтәсим улы (1904—26.02.1999), геолог-нефтсе-ғалим. 1968 йылдан Өфөләге Геология институты директоры, 1978—1992 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр-консультант. Геология-минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1969). РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән, Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1958) ордендары кавалеры.
- Шадт Булат (1909—17.03.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған мари шағиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Йәнәхмәт ауылынан.
- Валивач Меркурий Матвеевич (1914—11.10.1995), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972 йылдан — кафедра мөдире. Тарих фәндәре докторы (1986), профессор (1987). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Ключевский районы Васильчуки ауылынан.
- Солонин Василий Степанович (1914—2.12.1980), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1932—1949 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Яңы Михайловка ауылынан.
- Тишина Анастасия Фёдоровна (1914—11.10.2002), эшсе. 1942—1971 йылдарҙа Өфө элемтә аппаратураһы заводы токаре. Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш (1959—1963) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһенең Сосновка районы Мураевка ауылынан.
- Семагин Василий Александрович (1919—19.07.2014), хирург-табип. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала поликлиникаһы, 1950 йылдан — 1-се ҡала дауаханаһының бүлек мөдире; 1980—1987 йылдарҙа синтетик каучук заводының медик- санитария бүлеге табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1955). Ленин (1961), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы (1924—25.01.1971), хәрби хеҙмәткәр, майор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Яңы Сафар ауылынан.
- Бүләков Шәһит Шаһибал улы (1929—1986), иҡтисадсы. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының элекке иҡтисадсыһы, финанс бүлеге начальнигы һәм баш бухгалтеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Учалы районынан.
- Әбсәләмов Рәжәп Ирғәли улы (1929—6.09.2008), механизатор. 1945—1990 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы тракторсыһы, механигы һәм слесаре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Мәхмүт ауылынан.
- Моор Пётр Семёнович (1934—25.09.2014), агроном. 1955 йылдан Благовар районының «Рәсәй» колхозының баш агрономы, 1964—1994 йылдарҙа — рәйесе. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1980). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Алексеевка ауылынан.
- Курапов Николай Андреевич (1949), инженер, энергетика тармағы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Башкирэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры, 2009—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
- Шишкин Андрей Геннадьевич (1959), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2001 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, 2006 йылдан — Екатеринбургтағы «Урал Опера Балет» театры директоры. Рәсәйҙең (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абукаева Любовь Алексеевна (1969), филолог-ғалим. 2006 йылдан Мари дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы, профессор. Мари Иле Республикаһының М. Н. Янтемир исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Яңы Ключево ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1813 йыл: Фридрих Вебер, Германия шағиры.
- 1876 йыл: Мөхәммәд Әли Йәннә, Пакистан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1899 йыл: Хамфри Богарт, Америка кино актёры.
- 1958 йыл: Константин Кинчев, СССР йырсыһы.
- 1971 йыл: Владислав Галкин, Рәсәй актёры.
- 1976 йыл: Армин ван Бюрен, Нидерланд музыка диджейы һәм продюсер.
- 1761 йыл: Елизавета Петровна, 1741—1761 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1937 йыл: Пинкевич Альберт Петрович, педагог-ғалим. Педагогия фәндәре докторы (1935), профессор.
тулы исемлек
- 1977 йыл: Чарли Чаплин, АҠШ актёры.
- 1982 йыл: Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы, СССР-ҙың дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе.
- 1989 йыл: Николае Чаушеску, 1965—1989 йылдарҙа Румыния етәксеһе.
- 1995 йыл: Дин Мартин, АҠШ актёры, йырсы.
- 1997 йыл: Ихсанов Зәйнулла Әмин улы, физиолог-ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966).
- 2006 йыл: Джеймс Браун, АҠШ йырсыһы, йырҙар авторы.