Салауат районы
| муниципаль район | |||||
| Салауат районы рус. Салаватский район | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| | |||||
|
|||||
| 55°13′17″ с. ш. 58°09′00″ в. д.HGЯO | |||||
| Ил | |||||
| Составында | Башҡортостан Республикаһы | ||||
| Составында | 16 ауыл биләмәһе | ||||
| Адм. үҙәк | Малаяҙ ауылы | ||||
| муниципаль район башлығы | Кашапов Марс Фәрәх улы[1] | ||||
| Тарихы һәм географияһы | |||||
| Ойошторолған | 1935 йыл | ||||
| Майҙаны |
2182 км²
|
||||
| Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+5:00) | ||||
| Иҡтисады | |||||
| Милли составы | башҡорттар, татарҙар, урыҫтар | ||||
| Рәсми телдәр | башҡорт, урыҫ | ||||
| Һанлы идентификаторһар | |||||
| Телефон коды | 34777 | ||||
| Почта индексы | 4524ХХ | ||||
| Автом. номерҙары коды | 02, 102 | ||||
|
|
|||||
| Рәсми сайт | |||||
|
|
|||||
Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда 24,3 мең самаһы кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең; 2010 йыл — 27,8 мең кеше кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 11,1 кеше. Районда 60 ауыл, 16 ауыл советы бар. Иң күп халыҡ : Салауат (5331), Мөрсәлим (2576), Янғантау (2212), Арҡауыл (1733) ауыл советтарында йәшәй[3]. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.
Географияһы
Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары буйында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәге алдындағы Башташ, Һилейә һырттары һуҙылған. Көньяҡ-көнбайышта — Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яйлаһы ята. Территорияның диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 370 метр. Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водородлы сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе, Иҙрис мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.
Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, Яҙғы Йорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров) ятҡылыҡтары бар. 600 гектар майҙанды ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) биләй.
Климаты уртаса континенталь, уртаса һалҡынса, дымлы, вегетация осоро ҡыҫҡа. Тупраҡты еңелсә көлһыуланған ҡара, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы тәшкил итә. Урмандар майҙаны 63,9 мең гектар (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 миллион кубометр самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 миллион кубометр). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең гектар, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар 14,3 мең гектар тәшкил итә.
Тарихы
Боронғо тарихы
Хәҙерге Салауат районы территорияһында, тотош Көньяҡ Уралдағы кеүек үк, халыҡ бик борондан йәшәгән. Быны Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан Бурановка, Ключевая мәмерйәләрендә табылған һәм 20-10 мең йыл элек бында кешеләр булыуын дәлиләгән тимер изделиелар ҙа раҫлай. Ошо осорға ҡараған тәбиғи һәйкәлдәр араһынан Ямаҙыташ мәмерйәһе иң үҙенсәлеклеһе булып тора, сөнки уның стенаһындағы һүрәттәр Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр менән ауаздаш.
Йүрүҙән һәм Әй йылғалары ярҙарында беҙҙең эраға тиклем IX—IV менъйыллыҡтарҙа (мезолит, неолит дәүере) боронғо кешеләр йәшәгән бик күп тораҡ урындары бар. Ахун, Торналы ауылдары эргәһендәге ҡурғандарҙа бронза быуат кешеләре ерләнгән.
Беҙҙең дәүер сигендә (иртә тимер быуат) Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйында ошо ерҙәрҙәге иң боронғо — башҡорт халҡына Ҡалатау һәм Ханҡала булараҡ билдәле ҡәлғәләр төҙөлә.
Ишембай, Иҙелбай, Лағыр ауылдары эргәһендә табылған ҡурғандар төркөмөндә табылған археологик ҡомартҡылар бында башҡорттарҙың ата-бабалары VII—XIV быуаттарҙа төпләнгән тип раҫларға нигеҙ булып тора[4].
Халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
| 2002[5] | 2008[6] | 2009[7] | 2010[8] | 2012[9] | 2013[10] | 2014[11] | 2015[12] | 2016[2] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 28 516 | ↘28 149 | ↘27 916 | ↘26 566 | ↘25 910 | ↘25 449 | ↘24 987 | ↘24 627 | ↘24 451 |
Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы фаразына ярашлы, халыҡ һаны 2035 йылда 22,09 мең кеше булыр тип күҙаллана[13]:
- Милли составы
2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса иң ҙур өлөш башҡорттарға тура килә — 16855 кеше, татарҙар — 4593, урыҫтар — 2510 кеше[14].
Район исеме һаҡланып ҡалыуы
1950 йылдар уртаһында, Салауат Юлаев был районда түгел, ә Иглин районының Тәкәй ауылында тыуған, тигән фараздар ишетелә башлай. Бәхәстәр ҡуйыра башлағас, мәсьәләне КПСС Өлкә Комитетында ҡарарға хәл итәләр. Был ултырышҡа ул саҡта Салауат районы КПСС район комитетының беренсе секретары булып эшләгән Барый Абдрахман улы Абдрахманов Салауаттың биографияһын да, төбәк тарихын да яҡшы белгән, восстание үткән ерҙәрҙең картаһын төшөргән ифрат мәғлүмәтле Хәйрулла Дилмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов менән бара. Нуримандан иһә алтмыштан ашыу кеше килгән була.
Башта тарих буйынса фән докторҙары, кандидаттар телмәр тота, Иглин районы вәкилдәре һөйләй. Улар Салауат Юлаев Иглин районында тыуған тип иҫбатлай. Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов иһә, әҙерләгән карталарын элеп ҡуйып, сәғәт ярымдан ашыу һөйләй. Һүҙен туҡтатҡас та әле иглиндар һорауҙар бирә торғас, йәнә бер сәғәт ваҡыт үтеп китә. Сығыш инандырырлыҡ була. Өлкә Комитет, башҡаса бындай бәхәстәр ҡуҙғатмаҫҡа, тигән ҡарар сығара. Шул рәүешле башҡорт ҡаһарманының тыуған ауылы тулыһынса иҫбатлана һәм райондың исеме һаҡланып ҡала[15]
Иҡтисад
Район ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, аныҡлап әйткәндә малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Ҡаҙылма байлыҡтар табыу һәм эшкәртеү ҙә бар. Урындағы иҡтисадҡа «Янғантау» шифаханаһы ҙур өлөш индерә. «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын һауыттарға тултырыусы «Полипресс»-Ҡорғаҙаҡ" заводы, урман хужалығы предприятиелары эшләй.
«Таймый» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәте, «Братья Понамаревы» агорофирмаһы, «Простор» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте, «Юлай», Федоров крәҫтиән-феремер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар А. И. Хәмиҙуллин, Нәбиуллин һәм башҡа предприятиелары уңышлы эшләй. Шулай уҡ районда 120 фермер хужалығы иҫәпләнә[16].
Транспорт
Район территорияһы аша Өфө — Силәбе тимер юлы һәм Кропачево — Малаяҙ — Мәсәғүт — Оло Ыҡтамаҡ — Красноуфимск автомобиль юлдары үтә[16].
Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 62 белем биреү ойошмаһы, шул иҫәптән 10 — урта, 14 — төп, 1- музыка мәктәбе, 1 гимназия, 6 башланғыс мәктәп, 28 — мәктәпкәсә, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, һөнәрселек училищеһы бар.
25 дөйөм китапхана, 48 клуб эшләй, Район үҙәк һәм 4 ауыл участка дауаханаһы, 34 фельдшер-акушер пункты бар. Салауат Юлаев музейы (Малаяҙ ауылы), Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғариповтың мемориаль музейы[16] (Арҡауыл ауылы), мәктәп һәм ауыл тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары бар.
Район халҡы өсөн аҙнаға бер тапҡыр башҡорт телендә «Йүрүҙән» һәм рус телендә «На земле Салавата» ижтимағи-сәйәси гәзиттәре сыға.
Туризм
Районда Рәсәйҙәге беренсе — Янғантау геопаркы эшләй. Уның майҙаны 1774 квадрат километр. Геопарк территорияһында 20-нән ашыу геологик объект бар. Мәсетле киҫелеше, Оло Лука, Янғантау тауы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булһа, ҡалғандары — республика һәм береһе белем биреү әһәмиәтенә эйә. Геопарк территорияһы буйынса бер нисә туристик маршрут ҡаралған[17].
Бынан тыш, «Ҡаратау» ял базаһы, «Idris Travel» турбазаһы, «Монай», «Шайтан-көҙәй» тирмәләр глемпингтары туристарҙы ылыҡтырыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырған[18].
Райондың төрлө йылдарҙағы етәкселәре
- 1939—1944: Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы, район советы башҡарма комиеты рәйесе;
- 1944—1954: ?
- 1954—1965: Сабитов Мәрһәм Карам улы
- 1965—1982: Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы
- 1982—1990: Вәхитов Риф Хәйрулла улы
- 1991—2000: Моратов Рәфҡәт Ғәзимулла улы
- 2000—2001: Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы
- 2001—2004: Һаҙыев Харис Шәрәфи улы
- 2004—2005: Сәхәүетдинов Радик Хәйретдин улы
- 2006—2009: Харисов Рафиҡ Хафиз улы
- 2009—2017: Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы
- 2017 йылдан: Кашапов Марс Фәрәх улы
Билдәле шәхестәре
- Салауат Юлаев (1754—1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор.
- Айҙар Байыҡ сәсән (01.12.1710 — 01.10.1814) — күренекле башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе.
- Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы (19.11.1896—10.10.1959), педагог. 1934—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы һәм Салауат райондарында дөйөм белем биреү мәктәптәре директоры. РСФСР мәктәбенең (1952) һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ике Ленин ордены (1939, 1949) кавалеры, районда был оло наградаға беренсе булып лайыҡ булыусы. Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан.
- Головин Алексей Степанович (01.01.1912 — 05.05.1981)— Советтар Союзы Геройы (1943).
- Рәми Ғарипов (12.2.1932 — 20.02.1977), Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.
- Ғирфанов Агиш Шәйех улы (14.04.1928 — 08.11.1999) — совет башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1978), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1988)[19][20].
- Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (06.09.1908 — 17.04.1945) — Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2.04.1937), ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999). Мәсетле ауылынан.
- Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы (15.03.1951), театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Яҙғыйорт ауылынан.
- Ғәбиҙулла Зарипов (06.11.1961—26.01.2001) — танылған башҡорт шағиры һәм журналисы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999).
- Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (01.01.1978), ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006). Малаяҙ ауылынан.
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (20.03.1928 — 04.09.2020) — Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы.
- Йәндүрин Дияс Хатип улы (20.01.1940 — 04.10.2022) — тарихсы, тарих фәндәре докторы.
- Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (01.10.1951)— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
- Львов Михаил Давыдович (Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы) (4.01.1917 — 25.01.1988) — рус совет шағиры, 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Сафуан Әлибай (21.02.1941—06.07.2014) — билдәле башҡорт шағиры һәм журналисы, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы(1986) һәм Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломы эйәһе (1996), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Әминев Тельман Ғәзиз улы (20.01.1936 −06.01.2021) — химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы[21][22]. Малаяҙ ауылында тыуған.
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (10.10.1930—10.07.1938)— совет дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары.
- Пепеляев Пётр Кузьмич (14.06.1920 — 06.10.1955) — Дан орденының тулы кавалеры.
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26.03.1899 — 1982) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1944 йылдарҙа Салауат район Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[23].
- Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1.08.1948), ғалим-педагог һәм психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995). Малаяҙ ауылынан[24].
- Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (29.08.1936 — 28.06.2017)— башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы.
- Ғабдрахман Сәғҙи (14.03.1889 — 06.11.1965) — Көнсығышты өйрәнеүсе билдәле ғалим, татар һәм үзбәк әҙәбиәттәре тарихы өлкәһенең белгесе[25][26].
- Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (29.12.1912 — 25.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, журналист. 1-се Иҙелбай ауылынан.
- Ғирфанов Вәкил Кәли улы (25.01.1909 — 10.05.1980) — агробиолог, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1969), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Рәйесе (1975—1979)[27][28].
- Һаҙый Сәғҙи (25.03.1883 — 26.01.1933) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, педагог[29][30].
- Ямалиев Памир Камалетдин улы (26.05.1942 — 27.03.1999) — совет һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер, биатлон буйынса спорт мастеры (1969), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1994)[31][32].
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Салауат районын Марс Кашапов етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 3 март (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
- ↑ 1 2 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ ЧИСЛЕННОСТЬ НАСЕЛЕНИЯ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН по итогам Всероссийской переписи населения 2020 года
- ↑ Н. А. Мәжитов. Земля салаватская, земля батыра / Сабирьянова С. Г.. — Уфа: Гилем, АН РБ, 2010. — С. 21—23. — 400 с. — 1000 экз.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Стратегия пространственного развития Российской Федерации на период до 2025 года (проект). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2018. Архивировано 18 декабрь 2018 года.
- ↑ Национальный состав по муниципальным образованиям РБ.pdf
- ↑ Ғәбделхаҡ Ғәйнуллин. Салауат тоҡомдары. — «Башҡортостан», 2004, 6 май.
- ↑ 1 2 3 О районе
- ↑ Геопарк, туризм
- ↑ Турбазы Салаватского района
- ↑ [http:// https://ru.wikipedia.org/wiki/Гирфанов,_Агиш_Шаихович]
- ↑ Агиш Гирфанов(недоступная ссылка)
- ↑ Аминов Тельман Газизович
- ↑ Аминов Тельман Газизович
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)
- ↑ Кто есть кто: Габдрахман Сагди. Журнал «Татарстан», N 2, 2004 г. 2017 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Габдрахман Сәгъди
- ↑ Личности. Парламентарий, учёный, руководитель 2017 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Гирфанов Вакиль Калеевич // Башкирская энциклопедия 2017 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Энциклопедия Башкирии // Сагди Мухаметхади
- ↑ Мухаметхади Сагди
- ↑ Ямалеев Памир Камалетдинович // Башкирская энциклопедия
- ↑ Всероссийские соревнования по биатлону заслуженного тренера России Памира Ямалеева 2017 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
- Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
- Илишев И.Г и др. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004
- Мухаметдинов Р. К. Яровая пшеница на северо-востоке Башкортостана". Уфа, 1973
Һылтанмалар
- Р.З.Ширгазин. Салауат районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с.
- Официальный сайт района
- Салауат районы тораҡ пунктары йылъяҙмаһы