Атаутамаҡ

Атаутамаҡ (рус. Устьатавка) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 136 кеше[2]. Почта индексы — 452494, ОКАТО коды — 80247855006[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 60 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Таймый): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 89 км

Атаутамаҡ ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Атау йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙҙан төньяҡ-көнбайышҡа 60 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 89 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы

Атаутамаҡ ауылына 1880-1881 йылдарҙа Златоуст өйәҙе территоряһында Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр, Мырҙалар ырыуы ерен Иҙелбай башҡорттарынан 12 йылға ҡуртымға алып, нигеҙ һалған[5].

Һөрөнтө ер 1881-1882 йылдарҙа ҡайын урманынан таҙартылған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан була. Тупраҡ - кәүшәк ҡара тупраҡ. Сәсеү әйләнешендә сыбар баҫыулыҡ өҫтөнлөк итә. Арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр. Төп игенселек ҡоралы — тимер һабан. Ауылда берәр елгәргес менән һуҡҡыс булған. Атау йылғаһы буйында тирмән булған. Баҡсаларында үҙҙәренә етерлек ябай йәшелсә үҫтергәндәр. Урындағы башҡорт тоҡомло мал үрсеткәндәр. Малдар баҫыуҙа, утлаулыҡ һәм урманда көтөлгән. Тауҙа йәш ағастарҙан торған урман урынлашҡан. Өйҙәрҙе урманда йыйылған ҡоро-яры, лапы менән йылытҡандар. XX быуат башынан алып ауылда берәр ағас эше, балта оҫтаһы һәм тимерсе эшләгән[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Таймый ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Урмантау ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Урмантау ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

XIX — XX быуаттарҙа Атаутамаҡ ауылы

1896 йылда Атаутамаҡ ҡасабаһындағы 9 йортта 60 кеше йәшәгән. Игенселек, кәсепселек менән шөғөлләнгәндәр.

1906 йылда тимерлек иҫәпкә алынған. XX быуаттың 20-се йылдарынан ауыл хәҙерге статусына эйә.

1920 йылда Мәсәғүт кантоны Мырҙалар улусы үҙәге Арҡауылдан 16 саҡрымда ятҡан Атаутамаҡ (Усть-Атавка) ауылындағы 19 йортта 109 кеше (49 ир-ат һәм 60 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән[5].

Халыҡ һаны

Атаутамаҡ ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 109
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 15
1959 йыл 15 ғинуар 163
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 126
2002 йыл 9 октябрь 155
2010 йыл 14 октябрь 136 73 63 53,7 46,3

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Памир Ямалиев урамы (рус.  Памира Ямалеева (улица)[6]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Ҡушаматтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 304 с. (рус.) ISBN 5—295—02843—7

Тема буйынса өҫтәмә