Яубүләк (Салауат районы)

Яубүләк (рус. Яубуляково) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Арҡауыл ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 26 кеше[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810006[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 30 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арҡауыл): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 61 км

Тарихы

1795 йылғы V йәниҫәп уҙғарғанда икенсе Бишәүҙәр ауылы йәғни Яубүләк ауылы билдәле булмаған. Ауылдың ике атамаһы туғандары менән Бишәүҙәр ауылынан күскән Яубүләковтар утары булғанына күрһәтә[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Яңы ауыл бик аҡрын үҫкән.

1816 йылда ул 15 ир-ат һәм 16 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 6 хужалыҡтан торған. Улар араһында Яубүләктең улы - 45 йәшлек поход старшинаһы Яугилде Яубүләков (уның улдары Ишбулды, Уразбай, Уразмәт, Төхвәтулла), уның туғанының улы Ишмөхәмәт Сәғитов һәм һирәк осрай торған исемле башҡа кешеләр - Килдеш Борханов, Шаршан Бултаҡаев, Балтай Туйсин(уның улдары - Рәхмәтулла, Хужиәхмәт), Өмбәкәй Абдуллин (уның улдары- Дауыт, Ғүмәр) булған.

1834 йылдағы VIII рәүиздән алып ауылдың атамаһы Яубүләк булған. Ул Йүрүҙән йылғаһының һул ярында, Арҡауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдың төп ер биләмәһе бер участкала, туғай һәм урман - дөйөм ҡулланышта булған. Һөрөнтө ерҙәре Ҡаратау янында ятҡан. Игенселектең өс баҫыу әйләнеше өҫтөнлөк итмәгән булған. Ерҙе 2-3 ат һабандары менән һөргәндәр.

1842 йылда 59 кеше 17 сирек ужым, 91 сирек яҙғы ашлыҡ сәскән. Бер нисә хужалыҡ 3 сирек картуф сәскән. Йәшелсә баҡсалары ла булған.

1859 йылда Яубүләктең 13 хужалығында 50 кеше иҫәпкә алынған[5].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

1920 йылда Яубүләк ауылындағы 17 хужалыҡта 93 кеше йәшәгән[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 26 13 13 50,0 50,0

Урамдары

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Билдәле шәхестәр

Ҡушаматтар

Яубүләк һәм яубүләктәр тураһында ваҡытлы матбуғат

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 113-114 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә