Һарғамыш

Һарғамыш (рус. Саргамыш) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Миәшәгәр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 256 кеше[2]. Почта индексы — 452495, ОКАТО коды — 80247845003[3].

Географик урыны

Һарғамыш ауылы Һарғамыш йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 59 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы

Һарғамыш ауылына Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы Мырҙалар-Мәсетле (хәҙер — Мәсетле ауылы) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка губернаһынан, Пермь губернаһынан күсеп килеүсе урыҫ крәҫтиәндәре ҡасаба булараҡ 1884 йылда нигеҙ һалған[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Бындағы ерҙәрҙе 12 йылға ҡортомға алыусылар, 3 йорт хужаһы, Емаши ауылынан күсеп килгән. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Өс баҫыу әйләнешен ҡулланғандар. 1 һуҡҡыс һәм 1 елгәргес булған.

1896 йыла 12 йортта 82 кеше йәшәгән[5].

Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше

2005 йылдан хәҙерге статусында.

1920 йылда Һарғамыш ауылындағы 15 йортта 103 кеше йәшәгән[5][6].

1960 йылда «Һарғамыш» совхозы ойошторола, Һарғамыш ауылы совхоздың бүлексәһе булған.

Ауылда Миәшәгәр урта мәктәбе филиалы — Һарғамыш башланғыс мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[4].

Халыҡ һаны

Һарғамыш ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 112
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 247
1959 йыл 15 ғинуар 785
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 359
2002 йыл 9 октябрь 303
2010 йыл 14 октябрь 256 108 148 42,2 57,8

Билдәле кешеләре

  • Яруллин Р. Р.

Урамдары

  • Һаҙ урамы (рус.  Болотная (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Йәшел урамы (рус.  Зелёная (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә