Ҡалмаҡтар

Ҡалмаҡтар (рус. Калмакларово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Салауат ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 208 кеше[2]. Почта индексы — 452496, ОКАТО коды — 80247853002.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 3 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 29 км

Ҡалмаҡтар (Ҡалмаҡлар) ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 29 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы

Ҡалмаҡтар ауылына 1729 йылда Ҡаратаулы ырыуы башҡорттарынан «мәңгелек биләү хоҡуғы» алған хеҙмәтле ҡалмыҡ типтәрҙәре нигеҙ һалған[4](XX быуаттың 1950 йылдарҙағы картаһында Ҡалмаҡул тип яңылыш аталған, Иҫке Ҡаратаулы һәм Усман ауылдары араһында урынлашҡан булған. — Ә. Ә.). Ауыл әкрен үҫкән.

1795 йылда 8 хужалыҡта 26 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ, 1816 йылда - 74, 1834 йылда - 98 кеше йәшәгән.

1798-1865 йылдарҙағы кантон идаралығы осоронда Ҡалмаҡтар ауылы 8-се йортҡа ла, 9-сы ла йортҡа ла керетелмәгән, ә Типтәр командаһы составында торған. Халҡы оҙаҡ ҡына дәүер типтәр тип йөрөтөлгән. Яйлап типтәрҙәр башҡорттар тарафынан ассимиляцияланған.

Был процесс тураһында 1767-1768 йылдарҙа Иҫәт провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты Мәкәтин улусы старшинаһы,

Е. И. Пугачёвтың фельдмаршы Баҙарғол Юнаев түбәндәге фекерҙе әйткән:

«Тархандар һәм башҡорт халҡы араһында беҙҙең менән бер бөтөн мосолман булған һарттар, ҡалмыҡтар күпмелер өлөш тәшкил итә, һарттар - дала халыҡтары биләгән сиктәрҙән үҙҙәре беҙгә ҡушылған, шулай уҡ ҡалмыҡтар ҙа һуғыш замандарынан бәләкәй саҡтарынан беҙҙең рәткә баҫҡан. Беҙ улар менән уртаҡ ергә һәм башҡа дөйөм файҙаланыу урындарына эйә, һәм дәүләт хеҙмәтендә лә, башҡа урында ла һәммәбеҙ ҙә башҡорт тип танылабыҙ. Шул сәбәпле, һарттарҙы һәм ҡалмыҡтарҙы ла башҡорт тип атауығыҙҙы һорайбыҙ»

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Ҡаратаулы улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт Типтәр командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт Типтәр командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт Типтәр командаһы, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт Типтәр командаһы, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡаратаулы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡаратаулы ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ҡаратаулы ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1978 Салауат ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
1990 Салауат ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылда Ҡалмаҡтарҙа 140 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ер биләү община формаһында тормошҡа ашырылған. 1859 йылдан килгән 72 рәүиз йәне иҫәбенә бирелгән ер биләмәләренән 1889 йылда бар булған йән иҫәбенә - 128 йән - күскәндәр.

Ҡалдаулы сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Тупраҡты тиреҫ менән ашлау бөтә хужалыҡтарҙа ла ҡулланылмаған.

XIX быуат аҙағында ауылда 2 һуҡҡыс, 4 елгәргес булған. Өҫтөнлөклө яҙғы ашлыҡтарһоло менән бойҙай. 1 дисәтинәнән 75 бот арыш, 45 бот бойҙай урып алынған.

Ҡалмаҡтар ауылы эргәһендә 1780 йылғы картала Киҙаяҡ ауылы күрһәтелгән һәм 1740 йылғы ихтилал материалдарында Ҡусаҡ ауылы аталған[6].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

1906 йылда Ҡалмаҡтар ауылында һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Совет йәниҫәбенән күренеүенсә, 1920 йылда Ҡалмаҡтар ауылындағы 76 йортта 388 кеше йәшәгән[5].

Әлеге ваҡытта Ҡалмаҡтар ауылында клуб бар[3].

Халыҡ һаны

Ҡалмаҡтар ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 388
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 380
1959 йыл 15 ғинуар 334
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 177
2002 йыл 9 октябрь 230
2010 йыл 14 октябрь 208 91 117 43,8 56,3

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Тыныслыҡ урам (рус.  Мирная (улица)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Юрий Шәрипов урамы (рус.  Юрия Шарипова (улица)
  • Күпер урамы (рус.  Мостовая (улица)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Ҡаратаулы ырыуы

Ҡушаматтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә