Силәбе өлкәһе

Силәбе өлкәһе (рус. Челябинская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Административ үҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны 87 900 км².

Урал федераль округына инә. Свердловск, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан республикалары менән сиктәш.

Халҡы — 3,6 млн кеше, ш. иҫ. 166,4 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 41 кеше/км². Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 23,9 мең кеше. Урбанизация — 81,8 %; ҙур ҡалалары — Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Озёрск, Мейәс, Троицк, Копейск, Снежинск. Иҡт. әүҙем кешеләр иҫәбе — 1,7 млн кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 82,3, татарҙар — 5,7, башҡорттар — 4,6, украиндар — 2,1 һ.б.

Дәүләт ҡоролошо

Силәбе өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

Ҡарағыҙ: Силәбе өлкәһе Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Силәбе өлкәһе Губернаторы
Силәбе өлкәһе Губернаторы — өлкә башлығы һәм өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Силәбе өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.

Суд власы

Силәбе өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Силәбе өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Силәбе өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Тарихы

Өлкә Тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Cиләбе өлкәһенең территорияһы 1744 −1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы составында (1737—1781 йылдарҙа күпселек территорияһы губернаһының Иҫәт провинцияһы составында). 1919 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур һәм Силәбе губерналарына бүленә. 1923 йылдың 3 ноябрендә Силәбе губернаһы бөтөрөлә һәм уның территорияһы үҙәге Свердловск ҡалаһында булған Урал өлкәһенә индерелә. 1934 йылдың 17 ғинуарында Силәбе өлкәһе ойошторола, уның территорияһы ғәмәлдәге Урал өлкәһенән бүленеп алына. Силәбе өлкәһе составында шул уҡ көндә башлыса башҡорттар йәшәгән райондарҙы үҙ эсенә алған Арғаяш милли округы ойошторола, 1934 йылдың 17 ноябренән был милли округ бөтөрөлә.

1943 йылда[1] Силәбе өлкәһе составынан Ҡурған өлкәһе айырылып сыға.

Иҡтисады

Өлкә иҡтисадында метталлургия (эске тулайым продукттың 60 проценты) һәм машиналар төҙөү (эске тулайым продукттың 15 проценты) сәнәғәт өлөшө ҙур. Эре предприятилар: Магниторск металлургия комбинаты, Мечел, Силәбе трактор заводы, Урал автомобиль заводы һәм башҡалар. Өлкә илдең металлургия һәм тау сәнәғәте үҙәктәренең береһе. Силәбе сәнәғәтенең тарихы XVII быуаттан башлана. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, Силәбе өлкәһе — Рәсәйҙен сәнәғәт йөрәге.[2]

« Проблем, я сказал, много, но регион очень важный для нас, это промышленное сердце России, можно сказать.
Тәғәйенләнғән губернатор Борис Дубровский менән осрашыу ваҡытында. 15.01.14
»

Административ бүленеше

Муниципаль райондар Ҡала округтар Административ картаһы

1. Агаповка районы
2. Арғаяш районы
3. Әшә районы
4. Бреды районы
5. Варна районы
6. Үрге Урал районы
7. Яманйылға районы
8. Этҡол районы
9. Кәртәле районы
10. Кәҫле районы
11. Ҡытау-Ивановск районы
12. Ҡыҙыл районы
13. Коркино районы
14. Красноармейск районы

15. Ҡоншаҡ районы
16. Ҡүҫа районы
17. Нуғайбәк районы
18. Наҙы-Петровск районы
19. Октябрьский районы
20. Пласт районы
21. Һатҡы районы
22. Сосновка районы
23. Троицк районы
24. Уйылға районы
25. Уй районы
26. Сыбаркүл районы
27. Чесма район

I. Үрге Өпәле
II. Златоуст
III. Ҡарабаш
IV. Копейск
V. Ҡыштым
VI. Локомотив
VII. Магнитогорск
VIII. Мейәс
IX. Озёрск
X. Снежинск
XI. Трёхгорный
XII. Троицк
XIII. Ҡытаутамаҡ
XIV. Сыбаркүл
XV. Силәбе
XVI. Южноуральск

Административно-территориаль ҡоролошо, Силәбе өлкәһе

Силәбе өлкәһе башҡорттары

Силәбе өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай, Оло Иркәбай, Оло Усман, Кесе Ҡаҙаҡбай, Кесе Ултыраҡ, Ялтыр (бөтәһе — 99), Кесе Ҡаҙакбай, Ләүәш, Нөркә (ауылсоставныда башҡорттар— 100 %) һәм башҡа торама пункттарҙа тупланып йәшәй.

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы (1991 й. алып), «Башҡорт йәштәре иттифағы» төбәк ойошмаһы (2006 й. алып; икеһе лә Силәбелә) эшләй. Силәбе өлкәһе Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡурсаҡ театры, Салауат драма театры, Сибай драма театры, «Сулпан» театры һ.б. гастролдәре үтә; рәссамдар Б. Ф. Домашников, С. Б. Краснов, Ә. Ф. Лотфуллин, А. Н. Романов, Й. Ә. Сөләймәновтарҙың «Һары бейә» һынлы сәнғәт төркөмө ағзаларының эштәре күрһәтелә һ.б.

Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары мәктәптәрендә башҡорт теле мотлаҡ предмет булараҡ өйрәнелә; Силәбе университетында һәм 1-се Силәбе педагогия колледжының Арғаяш филиалында башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнә, башҡорттар тупланып йәшәгән райондарҙа «Башҡорт юлдаш телевидениеһы» тапшырыуҙары күрһәтелә, Силәбе өлкәһе торама пункттары китапханалары башҡорт телендәге дәреслектәр, уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителә.

Силәбе өлкәһе башҡорт ауылдары — Силәбе өлкәһендә милләт буйынса башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдар. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 174 ауылда башҡорттар күпләп йәшәй.

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек

Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһында тиҫтәнән ашыу докуменнтарға ҡул ҡуйылған:

  1. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә (1997),
  2. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү (1998),
  3. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһында Сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү (2003),
  4. БР Хөкүмәте һәм «Магнитогорск металлургия комбинаты» ПАЙ араһында килешеү (2006)
  5. БР Архив эштәре буйыса дәүләт комитеты һәм Силәбе өлкәһе хакимиәтенең Архив эштәре буйынса комитеты араһында килешеү, 1997
  6. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Силәбе өлкәһе Һаулыҡ һаҡлау бүлеге араһында хеҙмәттәшлек килешеү (1997),
  7. Өфө һәм Силәбе хакимиәттәре араһында Хеҙмәттәшлек килешеү (1999)
  8. 1991 й. алып БР һәм Силәбе өлкәһе РФ субъекттарының «Оло Урал» иҡтисади хеҙмәттәшлек төбәк-ара ассоциацияһына инә.

1997 й. башлап Силәбелә БР-ҙың Даими вәкиллеге эшләй, 2004—2008 йылдарҙа Магнитогорскиҙа Даими вәкиллек бурыстарын «Башҡорт Сауҙа Йорто» атҡара.

БР һәм Силәбе өлкәһе сауҙа әйләнеше 2009 й. 25,2 млрд һум тәшкил итә.

Силәбе өлкәһе делегаттары 1—3 сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары эшендә ҡатнаша. Силәбе органик быяла заводында буялған органик быяла алыу өсөн Органик химия институтында эшләнгән технологиялар индерелгән; Силәбе цинк заводында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары эшкәртелә.

БР һәм Силәбе өлкәһе иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре (Магнитогорск, 2001), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, «Силәбе өлкәһендә Өлкә Һабантуйы» халыҡ байрамы уҙғарыла (Арғаяш районы, 2007); башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре, ҡоролтайҙары (1993 й. алып), йыл һайын өлкә һәм ҡала һабантуйҙары үткәрелә.

2000 йылдан алып Арғаяш районының Арғаяш ауылында БДУ вәкиллеге эшләй.

«Арғужа» (Арғаяш, 1998 й. алып), «Мираҫ», гәзите нәшер ителә.

Билдәле шәхестәр

Бикбулатов Наил Вәли улы, Д. Ж. Вәлиев, Х. Ш. Заимов, З. Ә. Ихсанов, К. К. Кинйәбулатова, Р. Ф. Көсөков, Х. Ҡ. Ҡушаев, Д. Н. Лазарева, В. М. Перчаткин, О. А. Пономарёв, Х. Ш. Самохужин, Ҡ. Р. Тимерғәзин һ. б. эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле.

Галерея

Мәҙәниәте

2015 йылдың ғинуарынан өлкә губернаторы Борис Дубровский һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысы менән Силәбе өлкәһендә рус һәм башҡорт телдәрендә «Уралым» исемендә ижтимағи-сәйәси гәзит сыға башланы. Баҫманың тиражы — һигеҙ мең дана, ул ай һайын нәшер ителә. Гәзит Силәбе башҡорттары йәшәгән биләмәләрҙә бушлай таратыла.

Халҡы

Халыҡ һаны
192619371939[5]1950[6]1951[7]1959[8]
2 564 0122 768 5651 729 0002 236 0002 313 0002 976 625
1961[9]1970[10]1979[11]1987[12]1989[13]1990
3 090 0003 288 8013 438 8663 583 0003 623 7323 701 694
199119921993199419951996
3 706 3783 703 5163 700 0523 682 6733 690 9403 679 343
199719981999200020012002[14]
3 668 2363 670 1743 671 9853 660 1123 643 9493 603 339
200320042005200620072008
3 597 6593 573 5143 551 4243 531 2723 516 3553 510 990
20092010[15]20112012[16]2013[17]2014[18]
3 508 7333 476 2173 475 6343 480 1423 485 2723 490 053
2015[19]20162017[20]2018[21]2019[22]2020[23]
3 497 2743 500 3613 502 3233 493 0363 475 7533 466 369
2021[24]2022[25]2023[26]2024[27]
3 431 2243 421 5563 407 1453 395 798
1 000 000
2 000 000
3 000 000
4 000 000
1926
1959
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024

Демография

undefined

Рәсәй Дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡының һаны 3 395 798[28] кеше тәшкил итә. Халыҡтың тығыҙлығы — 38,36 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 85,01[29] % (2015).

Өлкә — Урал төбәктәре араһында иң тығыҙ урынлашҡан һәм урбанизация кимәле буйынса Свердловск өлкәһенән һуң икенсе урында тора. Халыҡ тығыҙлығы буйынса Силәбе өлкәһе — Рәсәй Федерацияһының 24-се төбәге (Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда), ә урбанизация буйынса — 9-сы (автономиялы округтарһыҙ).

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡының милли составы түбәндәгесә:

Силәбе өлкәһе йылғалары, күлдәре

Иҫкәрмәләр

  1. [1](недоступная ссылка)
  2. Тәғәйенләнғән губернатор Борис Дубровский менән осрашыу. 15.01.14
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланов Исмәғил Ғәни улы 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2019)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Ядренников Василий Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
  5. Народная энциклопедия «Мой город». Челябинская область.
  6. Народная энциклопедия «Мой город». Челябинская область.
  7. Народная энциклопедия «Мой город». Челябинская область.
  8. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность наличного населения городов и других поселений, районов, районных центров и крупных сельских населенных мест на 15 января 1959 года по республикам, краям и областям РСФСР.
  9. Народная энциклопедия «Мой город». Челябинская область.
  10. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность наличного населения городов, поселков городского типа, районов и районных центров СССР по данным переписи на 15 января 1970 года по республикам, краям и областям.
  11. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность наличного населения РСФСР, автономных республик, автономных областей и округов, краев, областей, районов, городских поселений, сел-райцентров и сельских поселений с населением свыше 5000 человек.
  12. Народное хозяйство СССР за 70 лет.
  13. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу.
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
  15. Перепись населения 2010. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года.
  18. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года.
  24. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более.
  25. Численность населения по полу по субъектам Российской Федерации на 1 января 2022 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.).
  26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.).
  27. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2024 г. и в среднем за 2023 г. и компоненты её изменения.
  28. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2024 г. и в среднем за 2023 г. и компоненты её изменения. Федеральная служба государственной статистики (22 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2024.
  29. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2015 года и в среднем за 2014 год (опубликовано 17 марта 2015 год)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар