Әй (йылға)
Әй | |
---|---|
![]() Әй аша кисеү | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 549 км |
Бассейн | 15 000 км² |
Һыу сығымы | 84 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Уралтау итәге (Көньяҡ Урал) |
· Координаталар | 54°39′11″ с. ш. 59°06′41″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ҡариҙел |
· Бейеклеге | 160 м |
· Координаталар | 56°07′41″ с. ш. 57°40′40″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | ![]() |
Регион | Силәбе өлкәһе, Башҡортостан |
РДҺР | 10010201012111100021467 |
Әй Викимилектә |
Әй (рус. Ай) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы. Силәбе өлкәһенең Ҡуса һәм Һатҡы, Башҡортостан Республикаһының Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондарынан аға.
Этимологияһы
Башҡорт һәм ҡайһы бер урыҫ ғалимдарының фаразлауы буйынса, гидроним йылға буйын төбәк иткән, тамғаһы ярымай булған Әйле ырыуы атамаһынан килеп сығыуы мөмкин[1],[2].
XVIII быуатта В. Н. Татищев йылғаның исемен Ай менән бәйләй — «ай кеүек яҡты», «ай кеүек матур», «яҡты», «ай»[3].
Географияһы
Инеше Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы сигендә, Көньяҡ Уралдың Уралтау итәгендә, Әүәләк һыртында урынлашҡан Көртмәле һаҙлығында, Көньяҡ кордонынан 2 километр көньяҡ-көнбайышта һәм Златоуст ҡалаһынан 70 километр көньяҡ-көньяҡ-көнбайышта башлана.
Оҙонлоғо — 549 километр, шул иҫәптән: 271 километры Силәбе өлкәһеһенә, 278 километры Башҡортостан Республикаһына тура килә. Бассейн майҙаны — 15 мең км², дөйөм түбәнәйеүе — 714 м. Уртаса һарҡыулығы инештән 4,3 % алып Лаҡлы ауылы янында 2,2 % тиклем, артабан түбәнге өлөшөнә 1,3 % тиклем түбәнәйә. Физик- географик шарттарға ярашлы, йылға бассейны таулы һәм тигеҙлек өлөшөнә бүленә. Таулы өлөшө инешенән алып Салауат районы Лаҡлы ауылына тиклем, артабан тамағына тиклем тигеҙлек өлөшө булып иҫәпләнә. Таулы өлөшө Көньяҡ Уралдың йыйырсыҡлы тауҙары һәм тау итәгендә урынлашһа, тигеҙ өлөшө Йүрүҙән-Әй тигеҙлегендә һәм Өфө яйлаһында ята. Үрге ағымында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа Силәбе өлкәһе территорияһы буйлап аға. Башҡортостан территорияһында көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа Ҡыйғы, Салауат, Дыуан, Мәсетле райондары аша ағып,Свердловск өлкәһе сигендә Ҡариҙелгә һул яҡтан, тамағынан 392 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 161 метр бейеклектә ҡушыла[4].
Йылға ағымы ике һыуһаҡлағыс, быуалар менән көйләнә.
Гидрология
Башлыса ҡар һыуы менән тулылана. Златоуст ҡалаһы янында йыллыҡ ағымдың 67,1 % — яҙғы (апрель—июнь), 25,6 % — йәйге-көҙгө (июль — ноябрь), 7,3 % ҡышҡы (декабрь — март) осорға тура килә. Йылға тамағында яҙғы ағым 62,6 % тиклем түбәнәйә, йәйге-көҙгө — 27,4 %, ҡышҡы 10 % тиклем арта. Уртаса йыллыҡ һыу исрафланыуы Златоуст ҡалаһы янында 8,6 м³/с, Салауат районының Лаҡлы ауылы янында — 48,2 м³/с, тамағында — 84,0 м³/с. Октябрь аҙағы — декабрь башында туңа, апрель — май башында боҙҙан асыла. Һал ағыҙыу мөмкинлеге бар.
Йылғанан ағыу
Маршрут Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан буйлап үтә. Бакал-Чусовая тимер юл линияһының Ҡуҫа заводы станцияһынан — Ҡуһа йылғаһының Әйгә ҡойған урынынан башлана. Ҡаланың тирә-яғы тәбиғәте бик матур, Әй һәм Ҡуһа таулы ерҙән аға. Йылға был урында киң түгел, бормалы, ағымының тиҙлеге сәғәтенә 7-8 километр. Ике яҡ ярҙа урманлы тауҙар, ҡаялы йырындар, һайлыҡтар һәм шаршылар бар. Урыны менән яр буйындағы ҡаяларҙан шишмәләр ағып төшә.
Районда рельефтың карст формаһы киң таралған. Әй ағымында аҙ өйрәнелгән, барып етеүе ауыр булған Әй мәмерйәләре (Әйлин ауылы эргәһендә, Һилейәнән төньяҡта) һәм Лаҡлы ауылы эргәһендә лаҡлы мәмерйәһе бар. Йылғаның һул ярында, Лаҡлынан ике километр өҫтәрәк тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡапҡаташ урынлашҡан.
Лаҡлынан һуң рельеф үҙгәрә. Йылға Мәсәғүт урман-ялан убалы ерлегенә сыға. Был участкала халыҡ күберәк йәшәй. Урман аҙ, йылға ярында талдар үҫә, ҡомло пляждар, балыҡ тотоу өсөн яҡшы урындар бар. Лағыр ауылынан башлап йылға ярҙары тәпәшәйә. Һаҙамыҡ үҙәндәрҙә иҫке үҙәндәрҙән күлдәр барлыҡҡа килгән. Йылға ағышы әкеренәйә, ташлы шаршылар юҡҡа сыға, һайлыҡтар арта бара. Аҙанғол ауылы эргәһендә генә ҙур булмаған һикәлтә осрай.
Маршрут башынан 330 километр самаһы үткәс, Әләгәҙ ауылы янында йылға Өфө яйлаһына яҡынлаша — ярҙары бейегәйә, урмандар осрай башлай. Әммә бындағы тауҙар маршрут башындағы кеүек түгел — тәпәшерәк һәм ҡырыҫ түгел. Ауылдар һирәк. Әләгәҙ эргәһендә ярҙың һул яғында тирмән быуаһы ҡалдыҡтары һаҡланған. Унан 1 километр алыҫлыҡта мәсғүт совхозының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан.
Абдулла ауылынан Әй ҡойған урынға тиклем 53 километр. Мәтәле пристаненән Ҡариҙелгә тиклем буксир катерҙары йөрөй. Ҡойған урында Әйтамаҡ (Усть-Айск) ауылы урынлашҡан.
Ауылдар
Әй йылғаһы буйында Силәбе өлкәһенең Златоуст, Ҡуҫа, Межевой ҡалалары, Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт һәм Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылдары урынлашҡан.
Күперҙәр
Әй йылғаһы аша күперҙәр Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары янында, Дыуан районы Мәсәғүт ауылында һәм янында, Салауат районы Лаҡлы ауылында, Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Яңы Пристань ауылында, Ҡуҫа ҡалаһында тимер юлы һәм автомобиль, Златоуст ҡалаһы янында М5 федераль трассала, тағы ике күпер Веселовка ауылы янында, Тундуш станцияһы эргәһендә тимер юл күпере, Златоуст ҡалаһында бер нисә күпер төҙөлгән.
Ҡушылдыҡтар
Төп ҡушылдыҡтары, уңдан: Ҡуса, Оло Арша, Ҡыйғы, Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, һулдан: Оло Һатҡы, Ләмәҙ, Мәләкәҫ.
- Әй ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә тиклем).
Йылғалар Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе[5] биләмәләренә тура килә.
- Исемлек Әй йылғаһының тамағы башланған еренә табан ҡаратып төҙөлгән.
- Исемлек Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре[6] буйынса төҙөлдө.
- Шулай уҡ 1:100000 масштаблы картала тикшереп сығылды. Ҡайһы бер ҡушылдыҡтар һәм ҡушылдыҡтар ҡушылдыҡтары федераль дәүләт һыу реестрына инмәгәнлеге асыҡланды.
- Карталар теҙмәһен Һылтанмалар бүлегендә ҡарарға була.
Һыу сығанағы коды 100102010121111000 + түбәндәге 5 һан | Ҡойған урыны, Әй тамағынан алыҫлыҡ (км) | Ҡушылған яры | Ҡушылдыҡ исеме | Төрө | Оҙонлоғо (км) | Һыу йыйыу майҙаны (км²) | 1:100000 масштаблы картала | Ҡушылдыҡ ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә табан) | Иҫкәрмә | |
уң яҡтан | Кесе Мәтәулла | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Оло Мәтәулла | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Кесе Кәрзә | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Оло Кәрзә | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22747 | 16 | һул яҡтан | Йүгеҙ | Йылға | 16 | 0 | Тамағы, Инеше | Бәләкәй генә 9 ҡушылдығы бар, өсәүһенең исеме картала теркәлгән: уңдан — Шишмә ҡул, Уҫаҡ йылға (рус. Осиновая речка), һулдан — Ыҙан ҡул (рус. Межевой лог) | ||
уң яҡтан | Ҡайынлы ҡул | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
Һул яҡтан | Цивильский ҡул | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Вәрғәт ҡул | Тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22730 | 43 | һул яҡтан | Мәләкәҫ | Йылға | 53 | 499 | Тамағы, Инеше | Уң яҡтан — Ҡара шишмә, Яраҫтау, Черношарка, Суханка, һул яҡтан — Балантыҡ, Саладья, Ҡайбаш, Оло ҡул, Кушея, Ҡамышлы. | ||
22723 | 52 | уң яҡтан | Тәүрә | Йылға | 18 | 0 | Тамағы, Инеше | Уңдан — Леснушка, һулдан — Изенер. | ||
уң яҡтан | Сухояз | Тамағы һәм Инеше | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Төңгөлдә | Тамағы һәм Инеше | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22556 | 92 | уң яҡтан | Ыйыҡ | Йылға | 102 | 2390 | Тамағы, Инеше | Федераль һыу сығанаҡтары реестрында йылғаның исемен хаталы, Ыҡтың Аҡа ҡушылдығын Әйгә ҡоя тип, яҙғандар. | ||
һул яҡтан | Буртаҡ | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
Һул яҡтан | Һабанаҡ ҡул | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Калмия | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22549 | 113 | һул яҡтан | Ләмәҙ | Йылға | 22 | 0 | тамағы | һул яҡтан — Таштыҡул, Отмечаль (Дуло), Ләмәҙсыҡ | ||
уң яҡтан | Урман ҡул | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
һул яҡтан | Сейәле ҡул | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
һул яҡтан | Оло ҡул | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Таҡта | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22396 | 138 | уң яҡтан | Оло Ыҡ | Йылға | 108 | 1460 | тамағы | |||
уң яҡтан | Көршәле | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22389 | 159 | һул яҡтан | Йыланыш | Йылға | 12 | 0 | ||||
22365 | 168 | һул яҡтан | Ҡушҡаяҡ | Йылға | 17 | 0 | ||||
22273 | 170 | уң яҡтан | Ҡыйғы | Йылға | 87 | 1370 | ||||
уң яҡтан | Шығал | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22266 | 182 | уң яҡтан | Тәндәк | Йылға | 10 | 0 | ||||
һул яҡтан | Ташлы ҡул | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22259 | 200 | һул яҡтан | Һикияҙ | Йылға | 10 | 0 | Һикияҙ (шишмә) һәм Һикияҙ (йылға) мәғлүмәттәре буталған булыуы мөмкин | |||
22242 | 211 | уң яҡтан | Әнйәк | Йылға | 13 | 0 | Әнйәк (Ҡушҡаяҡ ҡушылдығы) менән бутамағыҙ | |||
һул яҡтан | Торналы | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22235 | 217 | уң яҡтан | Ишмән | Йылға | 12 | 0 | тамағы | |||
22228 | 239 | уң яҡтан | Сунға | Йылға | 12 | 0 | [1] | |||
22218 | 251 | һул яҡтан | Шәрәк | Шишмә | 10 | 0 | [2] | |||
уң яҡтан | Вәкиәр | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Йыланлы | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22204 | 265 | һул яҡтан | Лаҡлы | Йылға | 16 | 0 | тамағы | |||
22195 | 276 | һул яҡтан | Һикияҙ | Йылға | 28 | 89 | тамағы | |||
22184 | 281 | һул яҡтан | Исемһеҙ ҡаран | Ҡаран | 0 | 0 | [3] | |||
22129 | 282 | һул яҡтан | Олоер | Йылға | 38 | 327 | [4] | |||
22115 | 283 | һул яҡтан | Әлексәй ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [5] | |||
22092 | 288 | уң яҡтан | Беренсе Күлмәт ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [6] | |||
22108 | 288 | уң яҡтан | Икенсе Күлмәт ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [7] | |||
22054 | 295 | уң яҡтан | Кесе Ҡурғаҙаҡ ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [8] | |||
22044 | 295 | һул яҡтан | Каменка | Йылға | 18 | 63,2 | тамағы һәм инеше | |||
уң яҡтан | Ыҙан | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
22023 | 296 | уң яҡтан | Ыҙан ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [9] | |||
21979 | 302 | һул яҡтан | Оло Ҡутырҡа | Ҡаран | 13 | 90,9 | [10] | |||
22009 | 302 | һул яҡтан | Беренсе Шумиха ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [11] | |||
22016 | 302 | һул яҡтан | Икенсе Шумиха ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [12] | |||
21958 | 307 | уң яҡтан | Ҡаратай ҡараны | Ҡаран | 0 | 0 | [13] | |||
уң яҡтан | Бия | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Шулемка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21948 | 321 | һул яҡтан | Иструть | Йылға | 11 | тамағы һәм инеше | ||||
21849 | 339 | һул яҡтан | Оло Һатҡы | Йылға | 88 | 1340 | тамағы | |||
21818 | 341 | уң яҡтан | Алйылға | Йылға | 48 | 330 | тамағы | |||
һул яҡтан | Теректа | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21801 | 354 | уң яҡтан | Бәйҙе | Йылға | 29 | тамағы | ||||
21696 | 370 | уң яҡтан | Оло Арша | Йылға | 56 | 910 | тамағы | |||
21672 | 376 | һул яҡтан | Оло Бағраш | Йылға | 14 | 0 | тамағы | |||
21597 | 388 | уң яҡтан | Ҡуҫа | Йылға | 59 | тамағы | ||||
уң яҡтан | Коноплянка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21580 | 397 | һул яҡтан | Кисеганка | Йылға | 11 | 0 | тамағы | |||
21573 | 414 | һул яҡтан | Тундушка | Йылға | 15 | 0 | тамағы | |||
21559 | 419 | һул яҡтан | Ҡуваш | Йылға | 41 | 312 | тамағы | |||
уң яҡтан | Оло Артяш | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
һул яҡтан | Передовка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21542 | 433 | уң яҡтан | Губёнка | Йылға | 12 | 0 | ||||
21535 | 434 | һул яҡтан | Березовая | Йылға | 13 | 0 | ||||
һул яҡтан | Солтанка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21511 | 451 | уң яҡтан | Тесьма | Йылға | 18 | 147 | тамағы | |||
21504 | 455 | уң яҡтан | Черная | Йылға | 12 | 37 | тамағы | |||
уң яҡтан | Балашиха | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Известковая | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Маршаловка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Божегитка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21498 | 490 | уң яҡтан | Веселка | Йылға | 14 | 0 | ||||
уң яҡтан | Семибратка | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Исток | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
21481 | 522 | һул яҡтан | Йөрәк | Йылға | 15 | 0 | ||||
21474 | 530 | уң яҡтан | Хуторка | Йылға | 10 | 0 | ||||
уң яҡтан | Банный Ключ | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Безимяный Ключ | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
уң яҡтан | Черная | тамағы | Федераль реестрға инмәгән | |||||||
һул яҡтан | Щап | тамағы | Федераль реестрға инмәгән |
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан.. — Уфа: Китап, 2002. — С. 230. — 256 с. — ISBN 5-295-30192-6.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь.. — Москва: АСТ, 2001.
- ↑ Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь.. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — С. 11—12. — 352 с.
- ↑ Лист карты O-40-140 80-87 V. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ Река АЙ
Әҙәбиәт
- Ай // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Ай // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- В. А. Балков. Ай, река // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
- Башҡортостан һәм Урал карталары сайтында Әй йылғаһы төшөрөлгән айырым биттәр теҙмәһе (тамағынан инешенә табан): [14], [15], [16], [17], [18], [19], [20], [21], [22], [23], [24], [25], [26]. Инеше Көтмәле һаҙлығы, Уралтау, Әүәләк һәм Еләкле һырттары араһындағы яҫы таулыҡта.
- Әй, Йүрүҙән тураһында легенда