Абдулла (Мәсетле районы)

Абдулла (рус. Абдуллино) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Абдулла ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 452555, ОКАТО коды — 80242801001.

Дөйөм мәғлүмәт

Район үҙәгенән төньяҡ‑көнбайышҡа 25 км һәм Красноуфимск тимер юл станцияһына (Свердловск өлкәһе) көньяҡҡа табан 91 км алыҫлыҡта Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1268 кеше; 1920 — 1535; 1939 — 964; 1959 — 884; 1989 — 495; 2002 — 553; 2010 — 510 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Тарихы

Ауылға 17 быуат аҙағында Себер даруғаһы Ҡошсо олоҫы Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылға нигеҙ һалыусы Абдулла исемен йөрөтә. 1690 йылда беренсе тапҡыр телгә алына. 1759, 1776, 1782 йылғы керҙәшлек килешеүҙәр буйынса яһаҡ түләүсе татарҙар килеп төпләнә. Уларҙың бер өлөшө артабан типтәр ҡатламына күсә.

1795 йылда 70 йортта 343 кеше йәшәгән. 1865 й. ике Абдулла ауылы теркәлгән: береһендә 73 йортта 478 кеше йәшәгән (малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 72 йортта — 409 кеше (игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, 4 ат тирмәне булған). 1906 йыл беренсе ауылда 171 йортта 690 кеше йәшәгән, мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; икенсеһендә 106 йортта — 578 кеше, мәсет, мәктәп, тимерлек, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 20 быуаттың 20‑се йылдарында алып был ике ауыл бергә иҫәпләнә. Абдулла янында Абдулла ҡаласығы урынлашҡан. З.Ғ.Әйүпова ошо ауылда тыуған

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 964 [3]
1959 йылдың 826 [4]
1970 йылдың 929 [4]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 667 [5]
1989 йылдың 495 [5]
2002 йылдың 553 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 574 [7]
2010 йылдың 510 [6]
2021 йылдың 628 [2]

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 91 км

Урамдар

Урам исеме [8]:

  • башҡ. Октябрҙең 60 йыллығы (урамы) — рус.  60 лет Октября ( улица )
  • башҡ. Әй (урамы) — рус.  Айская ( улица )
  • башҡ. Әй (тыҡрығы) — рус.  Айский ( переулок )
  • башҡ. Комсомол (урамы) — рус.  Комсомольская ( улица )
  • башҡ. Комсомол (тыҡрығы) — рус.  Комсомольский ( переулок )
  • башҡ. Ленин (урамы) — рус.  Ленина ( улица )
  • башҡ. Туғай (урамы) — рус.  Луговая ( улица )
  • башҡ. Матросов (урамы) — рус.  Матросова ( улица )
  • башҡ. Йәштәр (урамы) — рус.  Молодежная ( улица )
  • башҡ. Мулланур Вахитов (урамы) — рус.  Мулланура Вахитова ( улица )
  • башҡ. Мулланур Вахитов (тыҡрағы) — рус.  Мулланура Вахитова ( переулок )
  • башҡ. Яңы (урам) — рус.  Новая ( улица )

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  4. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  7. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  8. "Налог Белешмәһе" системаһында Абдулла ауылы