Түбәнге Туҡбай

Түбәнге Туҡбай (рус. Нижнее Тукбаево) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Дыуан-Мәсетле ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 452560, ОКАТО коды — 80242820006.

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 154 [2]
1959 йылдың 134 [3]
1970 йылдың 330 [3]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 249 [4]
1989 йылдың 215 [4]
2002 йылдың 229 [5]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 255 [6]
2010 йылдың 227 [5]
2020 йылдың 158 [1]

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 39 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Дыуан-Мәсетле): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 101 км

Билдәле кешеләре

  • Шаһиморатов Ғәлимйән Моратша улы (24.08.1933), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
  • Хәйретдинова Нәилә Миңлеғәли ҡыҙы (1960), мал ҡараусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен (1976), Иваново туҡыма училищеһын (1977) тамамлаған. 1977-1979 йылдарҙа «Комсомолец» колхозында һауынсы, 1980—2006 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхозда (хәҙер «Йондоҙ» йәмғиәте) сусҡа ҡараусы булып эшләгән.

Иҫкәрмәләр