Йыланыш (Мәсетле районы)

Йыланыш (рус. Еланыш) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Дыуан-Мәсетле ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 452565, ОКАТО коды — 80242820004.

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 265 [2]
1959 йылдың 276 [3]
1970 йылдың 208 [3]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 203 [4]
1989 йылдың 185 [4]
2002 йылдың 221 [5]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 265 [6]
2010 йылдың 195 [5]
2020 йылдың 190 [1]

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Дыуан-Мәсетле): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 96 км

Билдәле шәхестәр

  • Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы (2.12.1952), агроном, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000).
  • Абдуллин Шәфәғәтулла Миңтаһир улы (1.05.1957), ветеренария врачы, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеренария фәндәре кандидаты (1999).
  • Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы (17.01.1958), ғалим-санитар табибы, курортолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010)[7].
  • Ханова Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы (1956 т.) — журналист, публицист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  3. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  4. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  6. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2018)