Тайыш (Мәсетле районы)
Тайыш (рус. Таишево, икенсе атамаһы Этҡол) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Йонос ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 452563, ОКАТО коды — 80242850004.
Халыҡ һаны
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 34 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Йонос): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 160 км
Урамдары
Урам исеме[7]:
- башҡ. Тау (урамы) — рус. Горная (улица)
- башҡ. Зәки Вәлиди (урамы) — рус. Заки Валиди (улица)
- башҡ. Урман (урамы) — рус. Лесная (улица)
- башҡ. Урал (урамы) — рус. Уральская (улица)
- башҡ. Мәктәп (урамы) — рус. Школьная (улица)
рәсми булмаған урам исемдәре[8]
- Урман (урамы) — Тирмән ауыл
- Урал (урамы) — Түбән ос
- Мәктәп (урамы) — Ҡуянсуҡ
- Зәки Вәлиди һәм Тау яны урамдары, уларҙың рәсми булмаған исеме юҡ.
Билдәле шәхестәре
- Абдуллина Сәниә Әхәт ҡыҙы (12.10.1928), уҡытыусы, сәсән. 1989 йылда СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ СССР) һәм Татар АССР-ында Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре фестивалендә ҡатнашыусы. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995).
- Вәлиев Ильяс Иштуған улы (25.01.1949), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2000).
- Ғәниев Мидхәт Рәфҡәт улы (04.01.1952), төҙөүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 1.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type) — Китап, 2018. — т. 2.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type) — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Тайыш ауылы
- ↑ Мәғлүмәт Тайыш ауылында 1955 йылда тыуған Әхйәмова Альбина Илһам ҡыҙынан 2012 йылда һорап алынды
Һылтанмалар
- Тайыш (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2019)