Иҫәнбай (Мәсетле районы)
Иҫәнбай (рус. Исянбаево) — элекке ауыл, Яңы Мишәр ауылының бер өлөшө. Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мишәр ауыл Советы биләмәһәнә тура килә. ХIX быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән[1], 1968 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 6-2/180-се Указы менән Яңы Мишәр ауылына ҡушылған һәм рәсми исемлектән алынған[1].
Географик урыны
Тарихы
XIX быуаттың беренсе яртыһында дыуан ырыуы башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә Иҫәнбай ауылына нигеҙ һала. Ауылға нигеҙ һалыусы — Иҫәнбай Яҡупов, йәшәгән йылдары — 1762—1825 йылдар. Уның улдары — Иҫлебай, Иленбай, Иҫәнаман, Ғибәҙулла[3].
1906 йылда Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле улусы составында теркәлгән. Был ваҡытта ауылда бакалея һәм ике мануфактура лавкаһы була[1], әлеге факт үҙе үк ауылдың ни тиклем үҫешкәнен дәлилләй. 1920 йылда Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле улусы составында күрһәтелгән. 1939 йылдан — Мишәр ауыл Советы составында (артабан Яңы Мишәр)[1]. Яңы Мишәр ауылы менән тоташҡандан һуң, ауыл рәсми рәүештә бөтөрөлә һәм Яңы Мишәр ауылының бер өлөшө булып ҡала. Халыҡ араһында әлеге микрорайон элеккесә Иҫәнбай тип йөрөтөлә. Илдә үҙгәртеп ҡороу реформалары башланғас, элекке Башҡорт АССР-ының 50 йыллығы исемендәге колхоз «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фермер хужалығына (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрис Латипов) әүерелә. Элекке Иҫәнбай халҡы ла таҡта ярыу цехы, иген келәте, иген киптергесе, ашханаһы, заманса йыһазландырылған фермалары булған фермер хужалығында, Яңы Мишәр, Аҙанғол, Көршәле, Ясин ауылдары менән бер рәттән, эш тапҡан[4].
Халҡы
1865 йылда 13 йортта — 62 кеше, 1906 йылда — 86, 1920 йылда — 169, 1939 йылда — 159, 1959 йылда — 156 кеше иҫәптә торған[2].
Хужалығы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Мечетлинский район РБ, из истории села Исянбаево
- ↑ 1 2 3 4 Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- ↑ 1 2 Ясеново (Муртазино, Исянбаево)
- ↑ Ергә эйелһәң, уңышҡа һөйөнөрһөң(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.179