Малсылыҡ
Малсылыҡ | |
Продукция | Эре мөгөҙлө мал и Ауыл хужалығы хайуандары |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | игенселек |
Малсылыҡ — һөт, ит, күн сеймалын алыу һәм шулай уҡ екке мал булараҡ файҙаланыу өсөн мөгөҙлө эре малды үрсетеү өсөн махсуслашҡан мал аҫрау эшенең бер тармағы.
Төп эшмәкәрлек йүнәлештәренән сығып, малсылыҡ хужалыҡтары һөт, һөт-ит һәм ит төркөмдәренә бүленә. Хужалыҡ төрҙәренә ҡарап күсмә малсылыҡ (иң боронғо), ярым күсмә (йәки ҡыуыу) һәм хәҙерге ваҡытта өҫтөнлөк алған аҙбарҙарҙа аҫыралған малға бүленә.
Малсылыҡ менән бөтә донъя күләмендә шөғөлләнәләр һәм ул күп кенә илдәр иҡтисадында мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта мөгөҙлө эре мал башы буйынса —Һиндостан, Бразилия, АҠШ, Ҡытай, Аргентина, ә һөт етештереү буйынса Һиндостан, АҠШ, Ҡытай, Германия һәм Бразилия алдынғылар рәтендә[1].
Рәсәйҙә һөт һәм һөт-ит тоҡомон үрсетеү райондары —урман һәм урман-ялан зонаһы. Бынан тыш, әлеге тармаҡтар ҡулланыусылар янында урынлашҡан райондарҙа үҫеш ала. Ит һәм ит-һөт малсылығы дала зонаһы ярымсүлдәрҙең ҡоролоҡҡа тартым көтөүлектәрҙә лә үҫешә.
Үҫеш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөгөҙлө эре малды үрсетеү неолит эраһына ҡарай, ул ваҡытта һунарсылыҡ һәм еләк-емеш йыйыу яйлап малсылыҡ һәм игенселек менән алыштырыла. Боронғо малсылыҡ эҙҙәре хәҙерге ваҡытта Бәрәкәтле ярым ай төбәгендә, шулай уҡ Иранда (Гәнжә-Дарҙа) табылған.
Оҙайлы ваҡыт малсылыҡ көтөүлектә мал көтөүҙе аңлатҡан. Көн дауамында, ҡағиҙә булараҡ, мал бер тапҡыр ялға, һыу ятҡылығы эргәһендә, туҡтай. Айырым осраҡтарҙа көтөүселәр мал көтөүҙә эттәрҙе ҡулланған.
Хәҙерге ваҡытта алдынғы илдәрҙә малды мөгөҙлө эре мал фермаларында аҫырау киң ҡуллана.
Башҡорттарҙа малсылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Костомахин, Н. М. Скотоводство: Учебник, 2-е изд., стер. — Спб.: Издательство «Лань», 2009. — 432 с. — ISBN 978-5-8114-0712-5
- Костомахин, Н. М. Породы крупного рогатого скота. — М.: КолосС, 2011. — 119 с. — ISBN 978-5-9532-0749-2
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малсылыҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Малсылыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Породы крупного рогатого скота 2020 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.