Башҡортостан ауылдары
Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән торамалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала.
«Ауыл» һүҙенең аныҡламаһы һәм аңлатмаһы
Ауыл һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре аңлатмаһында: Ауыл — ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе йәшәгән урын, боронғо төрки һүҙе Ағыл менән бәйле[1].
Ауылдарҙың төрҙәре
Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала.
Ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе
Әлбиттә, һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары X—XV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар һәм башҡа халыҡтар нигеҙләгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр нигеҙләгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгән. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған.
Ауылдарҙың топонимикаһы
Ауылдарҙың исемдәре башлыса ауылға нигеҙ һалыусының исеменән йәки ер-урындың, йылғаның атамаһынан алынған. Ауылдарҙың берәү генә түгел, бер нисә исемлеләре лә булған. Ауыл исеменә «Яңы», «Иҫке», «Оло», «Кесе», «Үрге», «Түбәнге», «Баш», «Тамаҡ» һымаҡ өҫтәмәләр бындай исемле ауыл булған осраҡта ҡулланыла. Әгәр бөгөн өҫтәмәле исемле ауыл булып, шундай уҡ исемле (әммә өҫтәмәһеҙ) ауыл булмаһа, бындай ауылдың элек булыуы бик ихтимал. Башҡорт ихтилалдарынан һуң, башҡорттарҙы ауылдары менән икенсе урынға ҡыуып, был урынға күскенселәрҙе ултыртыу осраҡтары бик күп булған. Күсеп килеүсе башҡа халыҡтар, башҡорттар йәшәгән урында ауыл төпләһәләр, башҡорт ауылының исемен үҙгәртмәгәндәр. Әлбиттә бындай осраҡ һәр ваҡыт булған тип иҫәпләргә ярамай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарға шул ваҡыттағы тәртип буйынса колхоз, совхоз исемдәре бирелгән. Ҡолаҡҡа ятмаған ауыл исемдәре шунан килә. Ауыл топонимикаһына бәйле иң борсоулы мәсәлә булып, башҡорт ауылдарының исемдәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндәге боҙоуҙар тора. Үткән быуаттарҙағы исемлектәрҙе төҙөгәндә теркәүселәр (башлыса урыҫтар) ауыл исемен нисек ишетһәләр, шулай яҙғандар. Өҫтәүенә урыҫсалаштырып «-ово», «-ево», «-ое», «-но» ялғауҙарын ҡушҡандар.
Ауылдарҙың һаны
Башҡортостандағы ауылдарҙың һан нисбәте төрлө йылда төрлөсә. Был үҙгәреүсән күренеште аңлатыусы сәбәптәре бар. Әйтәйек, 41 ҡала тибындағы ҡасабаның 38-е 2004 йылда, 1-әүһе 2005 йылда ауыл статусына күсерелде. Йәки кеше йәшәмәгән ауылдар махсус ҡарар менән рәсми иҫәптән алына.
| Йыл | Һан нисбәте | Аңлатма |
|---|---|---|
| а | б | в |
| 01.01.2013 | 4534 | Ағымдығы иҫәп буйынса |
| 01.01.2010 | 4532 | Ағымдығы иҫәп буйынса |
| 01.01.2009 | 4532 | Ағымдығы иҫәп буйынса |
| 01.01.2007 | 4513 | Административ-территориаль ҡоролош тураһандығы рәсми баҫма сығыу ваҡытына ҡарата |
| 09.10.2002 | 4586 | Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата |
| 01.01.1999 | 4542 | Административ-территориаль ҡоролош тураһандығы рәсми баҫма сығыу ваҡытына ҡарата |
| 12.01.1989 | 4749 | Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата |
| 17.01.1979 | 5098 | Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата |
| 15.01.1970 | 5769 | Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата |
| 15.01.1959 | 7299 | Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата |
| 01.06.1940 | 8887 | Административ-территориаль ҡоролош тураһандығы рәсми баҫма сығыу ваҡытына ҡарата |
| 17.12.1926 | 10271 | Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата |
Ауылдар исемлеген төҙөү
Башҡортостан ауылдарының тулы исемлеген төҙөү тәү ҡарауҙа ғына ябай эш. Ауылдарҙың күплеге исемлекте төҙөгәндә ниндәйҙер тәртипкә һалыуҙы талап итә. Район, ауыл советы сиктәре үҙгәреп тороусан булғанлыҡтан, бындай тәртип бик уңай түгел. Бөгөнгө Башҡортостан сиктәре тарихи Башҡортостан сиктәре менән тура килмәүен дә оноторға ярамай. Алфавит тәртибе буйынса төҙөһәң, ауыл исемдәрен үҙгәрткән осраҡтар ҙа йыш була. Төрлө райондарҙа ғына түгел, бер үк район эсендә лә исемдәре бер төрлө булған ауылдар бар.
Ауылдар тураһында яҙма сығанаҡтар
I. Башҡорт АССР-ының һәм Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһындағы рәсми баҫмалар
- Есть издание (первое) 1926 года, обнаружить еще не удалось.
- БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года — Уфа: Государственное издательство, 1941. — 387 с.
- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — 495 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 января 1961 года./Изд. 4-е . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление 1 января 1969 года./Изд. 5-е. — Уфа: Башкнигоиздат, 1969. — 432 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года./Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 384 стр.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 1999 года. -Уфа: «Башбланкиздат», 1999. — 416с., 55 картосхем.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.: илл.
II. Рәсми статистик мәғлүмәт йыйынтыҡтары
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том I. Уфимский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1895 и 1897 гг. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого.- Уфа: Типо-литография А. П. Зайкова, 1898. — 773 с., 1картосхема.
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том II. Стерлитамакский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1895 и 1897 гг. / Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого. -Самара: Типография Н. К. Раутовского, 1899. — 1267 с., 1 картосхема.
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том III. Мензелинский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого. — Уфа: Паровая типо-литография А. П. Зайкова, 1899. — 790с. + 140с.
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том IV. Белебеевский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого. — Уфа: Паровая типо-литография А. П. Зайкова, 1898. — 1048с., 2 картосхемы.
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том V. Бирский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1897 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией (уточнить). — Уфа, 1899. — 455 с.
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том VI. Златоустовский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1897 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого — Самара, 1899. — 901 с., 1 картасхема
- Список населенных мест. Ч.II. Оренбаргская губерния. 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с.
- Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа: Китап, 2002. — 432 с.
- Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа: Китап, 2002. — 400 с.
- Населенные пункты Республики Башкортостан. (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года)./Статистический сборник. — Уфа: Башкортостанстат, 2004. — 145 с.
III. Башҡа баҫма сығанаҡтар
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. В ?? кн. — Уфа, 1990—1999 и др.
- Книга 1. Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы.
- Книги 2 и 3. Баймакский, Белорецкий, Архангельский, Ишимбайский, Стерлибашевский, Федоровский, Кугарчинский, Гафурийский, *Кармаскалинский, Уфимский, Балтачевский, Краснокамский, Ермакеевский районы.
- Книга 4. Шаранский, Туймазинский, Илишевский, Аскинский районы.
- Книга 5. Татышлинский, Янсульский, Бураевский районы.
- Книга 6. Кушнаренковский, Чекмагушевский, Дюртюлинский районы.
- Книга 7. Альшеевский, Миякинский, Нуримановский, Иглинский, Бижбулякский, Давлекановский районы.
- Книга 8. Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей.
- Книга 9. Караидельский, Дуванский, Салаватский, Кигинский, Мечетлинский, Белокатайский районы.
- Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Асфандияров А. З., Абсалямов Ю. М., Роднов А. М. — Уфа: Китап, 2001. — 712 с.
- История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. Уфа: Китап, 2003. — 536 с.
III. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр
- Шәкүр Р.Һәр ауыл — үҙе бер донъя : [Башҡортостан ауылдары тарихы] / Рәшит Шәкүр // Ватандаш. — 2008. — № 6. — 31-38 б.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т.I: (А хәрефе) / Ф.Ғ.Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө:Китап. 2011. — 432 б.
Тема буйынса өҫтәмә
Башҡортостан Республикаһы Архангел районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Архангел ауылы Бөткән ауылдар: Воздвиженка (1981 йылда рәсми бөтөрөлгән) | | |||
Район үҙәге: Яңы Балаҡатай | |||
Башҡортостан Республикаһы Балтас районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Иҫке Балтас | |||
Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Иҫке Собханғол ауылы Бөткән ауылдар: Алдар | Аралбай | Бикташ | Иҫәнҡазы | Йәрмөхәмәт | Әсебар | Яҡшығол | |||
Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Районы үҙәге: Бөрө ҡалаһы | |||
Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Мәсәғүт ауылы Бөткән ауылдар: Староверовка | | |||
Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Йылайыр ауылы Бөткән ауылдар: Авашла (утар) | | |||
Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Йәрмәкәй ауылы | |||
Район үҙәге: Николо-Берёзовка ауылы | |||
Район үҙәге: Кушнаренко ауылы | |||
Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Үрге Ҡыйғы ауылы | |||
Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Мишкә ауылы Бөткән ауылдар: Алексеевка | Унур | | |||
Район үҙәге: Оло Ыҡтамаҡ ауылы Бөткән ауылдар: Аҡҡын | Асҡар |Исмәғил | Иҫке Яуыш | Иҫәнбай | Төңгөлдө | Төплөкүл | Төрөпкилде | Үрге Туҡбай | Һалҡын Шишмә | Яңы Бурансы | |||
Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Ҡыҙылъяр ауылы | |||
Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Саҡмағош ауылы | |||
Район үҙәге: Стәрлебаш ауылы | |||
Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Үрге Тәтешле ауылы | |||
Административ үҙәк: Фёдоровка | |||
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы ауылдары | |||
|---|---|---|---|
Район үҙәге: Аҡъяр ауылы Бөткән ауылдар: Айыулы | Аҡҡужа | Бикбау | Ғәлекәй | Ибраһим | Иҫке Юлбарыҫ | Ишмөхәмәт | Йомағужа | Ҡыпсаҡ | Нурмөхәмәт | Солтанғужа | Сәлихйән | Тамаковка | Түбәнге Сәлим | Ултыраҡ | Утарбай | Яңауыл (Ҡара Көсөк) | |||