Ҡарағай (Ғафури районы)

Ҡарағай (рус. Карагаево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 297 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 297 155 142 52,2 47,8

Географик урыны

Тарихы

Ҡарағай — Имәндәш ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 50 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 56 саҡрым алыҫлыҡта Мәндем йылғаһы [3] буйында урынлашҡан. Ауылға 1896 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Имәндәш ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Пенза, Ярославль губернаһынан күсеп килеүселәр һәм Богоявленск заводының завод крәҫтиәндәре Богоявленский ауылы исеме менән нигеҙ һала[4]. Легенда буйынса Ҡарағай ауылының нигеҙләнеүе көтөүсе Сәйфетдин исеме менән бәйле. Ул Имәндәш ауылының бай кешеһе Мирсәяф Мәзитовтың хеҙмәтсеһе була. Бай Мирсаяф бик күп мал тотҡан. Уның көтөүҙәре Еҙемдән Мәндемга тиклем йәйләгән. Көтөүселәрҙең етәксеһе Сәйфетдин үҙенең ҡыуышын Мәндем ярында ҡора. Бер яҙ көнө ҡыуышы янында ҡарағай ағасы ултырта. Ағас тамыр йәйеп үҫеп китә. Ҡарағай ауылының көнбайышында ҡарағай ағасы оҙаҡ йылдар үҫеп ултырған. Ҡарағай ауылы 1879 йылда нигеҙләнә башлай. Бында Богоявленск заводынан крәҫтиән ғаиләләре күсеп ултырған: Суздальцевтар, Королевтар, Морозовтар. Һуңыраҡ Украинанан — Черненко, Пелепеев, Вятка губернаһынан — Новокшенов, Сыңвинцев, Архангельскиҙан — Федоров килә[5].

1906 йылда сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 йылдан алып хәҙерге исемен йөрөтә. Халҡы: 1906 йылда — 382 кеше; 1920 йылда — 556 кеше; 1939 йылда — 431 кеше; 1959 йылда — 286 кеше; 1989 йылда — 293 кеше; 2002 йылда — 312 кеше; 2010 йылда — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[4].

Урамдары

Исемдәре:[6]

Клуб урамы (рус. Клубная (улица))

Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))

Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))

Уҡытыусылар урамы (рус. Учителей (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Билдәле шәхестәре

Архитектура ҡомартҡылары

1904 йылда төҙөлгән Покров сиркәүе бинаһы — архитектура ҡомартҡыһы.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә