Мораҙ

Мораҙ (рус. Мураз) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 124 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819003.

undefined

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 124 60 64 48,4 51,6

Географик урыны

Ауыл тарихы

Мораҙ Имәндәш ауыл Советы биләмәһендә. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 52 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 59 саҡрым алыҫлыҡта Мәндем йылғаһы буйында урынлашҡан[3]. Ауылға XVIII быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Кәлсер-Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә Мораҙ исеме менән нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мораҙ Сөләймәновтың исеме менән аталған. Уның Юлдаш (1736—1818) исемле улы булыуы билдәле. Ейәне Сәйет, ейәнсәренең улы Ғүмәр, бүләһе Фәхретдин исемле булған. Хөсәйен Абушахманов һәм Алившә Үтәгәнов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ауыл Мәндем‑Мораҙ булараҡ билдәле булған. 1795 йыылда Мораҙ исеме менән 2 ауыл теркәлгән: береһендә 3 йортта 22 кеше йәшәгән, икенсеһендә 6 йортта — 35 кеше, 1865 йылда улар бергә иҫәпләнгән, 20 йортта — 88 кеше. 1839 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 19 йортта (100 кеше) 70 йылҡы малы, 58 һыйыр, 22 һарыҡ һәм 23 кәзә аҫырағандар. Һәр кешегә 2,6 бот иген сәскәндәр. 30 дәдән һәм 15 солоҡ умарталары булған. 1896 йылда 21 йортта 132 кеше булыуы күрһәтелә. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда һыу тирмәне теркәлгән. Совет осорондағы 1920 йылғы иҫәп алыуҙа 38 өйҙә 167 кеше йәшәгән[4]. Халҡы: 1906 йылда — 129 кеше; 1920 йылда—167 кеше; 1939 йылда—195 кеше; 1959 йылда—189 кеше; 1989 йылда—145 кеше; 2002 йылда—118 кеше; 2010 йылда—124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[3].

Урамдары

Исемдәре:[5]

1 Май урамы (рус. 1 Мая (улица))

Мәндем урамы (рус. Мендимская (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Тарихи ваҡиғалар

  • «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә (11 июль 2016 йыл)[6].

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә