Сәйетбаба

Сәйетбаба, икенсе исеме Мырҙаҡай — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында урынлашҡан ауыл. Сәйетбаба ауыл Советы үҙәге. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2452 кеше[2]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828001.

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
200220092010[3]2021[4]
1543167714522464

Географик урыны

Тарихы

Өйә йылғаһы буйында урынлашҡан Сәйетбаба ауылы кесе-табын ырыуының төп ауылдарының береһе булған. Ауылдың исеме ошо ерҙең милексесе Сәйетбаба Күбәков исеме менән бәйле. Табындарҙың шәжәрәләрендә уның исеме, шулай уҡ ата-бабалары һәм вариҫтары ла телгә алына.

Сәйетбабаның шәжәрәһе түбәндәгесә: Майҡы-бей, уның улы Солтан-бей, унан һуң Ихсан-бей, Арслан-бей, Дәүләткилде-бей, Бәйтерәк, Аҡбирҙе, Аҡһабай-бей, Ҡылсан-бей, Байшәкүр, Джиәнбирҙе, Кубәк, шунан Сәйетбаба һәм уның улдары Мырҙаҡай менән Ямантай.

Сәйетбаба Күбәковтың йәшәгән йылдары һәм социаль хәле билдәһеҙ. Тик ревизия иҫәптәрендә вариҫтары тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған: уның улдары Мырҙаҡай Сәйетбабин (1735—1815) йорт старшинаһы вазифаһын башҡара. Ошо дата һәм вазифа буйынса Сәйетбабаның XVII быуат аҙағында һәм XVIII быуат башында йәшәүе ихтимал тип фараз итергә була

Мырҙаҡай Сәйетбабиндың вариҫтары:

  • Ҡотломбәт (1756 йылғы) һәм уның улдары: Әхтәм, Рәсүл (Сиразетдиндың атаһы), Ильяс (1762—1814).
  • Ильястың улдары: Байназар, Абдулфаиз, Кәлимулла.
  • Әхмәт (1784 йылғы) — старшина ярҙамсыһы, зауряд-есаул, уның улы Хоббутдин.
  • Ибниәмин (1789 йылғы).
  • Мансур (1792 йылғы).
  • Хөснөтдин (1800 йылғы).
  • Сәйетбабаның икенсе улы Ямантайҙың вариҫтарынан уның ейәне Ҡаһарман Ямантаев (1799 йылғы) булыуы билдәле.[5]


1795 йылда Сәйетбаба ауылында 33 ихата һәм 300 кеше иҫәпкә кергән. 1865 йылғы мәғлүмәткә ярашлы, халыҡ һаны 148 ихатала 864 кешегә еткән. Төп шөғөлдәр малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ булған. Ауылда мәсет эшләгән.[6]

1906 йылғы мәғлүмәттәр Сәйетбабала ике мәсет, ике мәҙрәсә, ике тимерлек, ике мануфактура кибете һәм дүрт бакалея лавкаһы булған күһәтә. Өҫтәмә шөғөлдәр араһында урман кәсебе һәм тирмән таштары эшләү билдәләнгән.

XIX быуат башында ауылға XVIII быуат аҙағында нигеҙ һалынған Яңы Сәйетбаба ауылы ҡушылған.

Билдәле шәхестәре

undefined

Иҫтәлекле урындары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
  4. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
  5. Саитбаба. Генеология и архивы. Уфаген.
  6. Саитбаба // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2019)
  8. В Уфе скончалась молодой ученый, эпосовед Гульнар Юлдыбаева. ИА «Башинформ», 27 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
  9. Башҡорт энциклопедияһы.Шәйәхмәтов Ғиндулла Шириаздан улы

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә