Сәйетбаба ауылы «Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге»
Сәйетбаба ауылы тарихи-мәҙәни үҙәге — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Сәйетбаба ауылы 2004 йылда рәсми рәүештә ниғеҙ һалыуға арналған, 300 йыллыҡ байрамын билдәләне. Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республика халыҡтарының тарихи-мәҙәни үҙәктәрен булдырыу тураһындағы УП-574 һанлы Указы (29 сентябрь 2003 йыл) нигеҙендә, Сәйетбаба ауылы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тип иғлан ителде. Игелеков Рәхимйән Абрар улы — «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең тәүге етәксеһе.
Мәктәп музейын ойоштороуҙа (…)ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнғәт өлгөләре экспонаттары тәшкил итә. Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа (…) күп көс һала.
Сәйетбаба ауылы тарихи-мәҙәни үҙәгендә бүлектәр
- «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге кабинеты;
- Крайҙы өйрәнеү музейы;
- Ҡаранйылға ауылында урынлашҡан Ж. Кейекбаевтың йорт-музейы менән танышырға мөмкин.
- Сәйетбаба ауылы һәүәҫкәрҙәре һәм балалар коллективтары сығышы;
- «Асанай» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле;
- Сәйетбаба моделле китапханаһы;
- Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе;
- Сәйетбаба ауылы оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе, мастер-класстар;
Һылтанмалар
- Башкортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында музей тураһында
- Башкирский историко-культурный центр "САИТБАБА". Государственное бюджетное учреждение Дом дружбы народов Республики Башкортостан.