Кобзарь, милли мәҙәни үҙәк
Кобзарь — Башҡортостан украиндарының республика милли-мəҙəни үҙəге. Республикала украиндарҙың телен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, украин телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, Украинаның тарихын һəм мəҙəниəтен өйрəнеү маҡсатында булдырылған йəмəғəт ойошмаһы. 1990 йылдан — «Кобзарь» Республика милли-мәҙәни үҙәге, 1996 йылдан — «Берегиня» Украин ҡатын-ҡыҙҙары берлеге, 1998 йылдан «Беркут» Украин йәштәре берлеге ойошторолған. Йәмәғәт ойошмаһы Өфөлә урынлашҡан. Украин бөтə донъя координацияһы радаһы, Рəсəй украиндары берекмəһе, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы булып тора.
«Кобзарь» булышлығында украин телен өйрəнгəн 4 дөйөм белем биреү һəм 3 йəкшəмбе мəктəбе эшлəп килә, балалар өсөн «Кобзарик» республика йəйге лингвистик лагеры булдырылған. Башҡортостанда 20-гə яҡын украин художестволы үҙешмəкəрлек коллективы ойошторолған[1].
1739 йылда императрица Анна Иоанновнаның украин казактарына Ырымбур губернаһына күсергə рөхсəт иткән Указ сығара. Ошо указға ярашлы украиндар, бынан 270 йыл элек күберәк хәҙерге Башҡортостан территорияһы ҡараған Ырымбур губернаһы күсеп килә. Күскенселәр сығыштары менән башлыса Полтава, Чернигов, Киев, Харьков, Екатеринослав, Херсон өлкәләренән була. Казактар күберəк Ырымбур сик һыҙығы буйында ҡарауыл хеҙмəте үтəргә, ҡəлғəлəр төҙөү һәм башҡалар менән шөғөлләнергә тейеш булған. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Башҡортостанды 55249 украин йәшәй.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В.Б. Дорошенко, тәржемәсе Ә.Н. Аҡбутина. Кобзарь, милли мәҙәни үҙәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Республиканский национально-культурный центр украинцев Республики Башкортостан 2017 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Украина—Башкортостан: годы испытаний и сотрудничества. Уфа, 1992; Украина—Башкортостан: связь времён. Уфа, 2001. В. Б. Дорошенко.