Киев өлкәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
өлкә
Киев өлкәһе
укр. Київська область
Флаг[d] Герб[d]
Флаг[d] Герб[d]
50°15′ с. ш. 30°30′ в. д.HGЯO
Ил
Включает 25 район
Адм. центр Киев
Глава Володин, Василий Геннадьевич[d]
Тарихы һәм географияһы
Ойошторолған 27.02.1932
Майҙаны 28 131
Сәғәт бүлкәте UTC+2, летом UTC+3
ре ҡалалары Аҡ Сиркәү, Бровары, Фастив, Борисполь, Васильков
Һанлы идентификаторһар
Код ISO 3166-2 UA-32
Телефон коды +380 45
Автом. номерҙар коды 10, AI

Рәсми сайт
Файл:Kiev (oblast) in Ukraine.svg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Киев өлкәһе (укр. Київська область) — Украинаның төньяғындағы өлкә. Административ үҙәге — Киев ҡалаһы. Уның составына инмәйенсә айырым административ-территориаль берәмек булып торһа ла, Киев өлкәнең административ үҙәге тип һанала.

Физик-географик характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киев өлкәһе – Украина составына инә. Майҙаны – 28 131 квадрат километр. Халҡы – 1 722 875 кеше (2013 йылдың 1 июленә ҡарата), шул иҫәптән ҡала халҡы – 1 066 812 кеше (61,92 процент), ауыл халҡы 656 063 кеше (38,08 процент). Үҙәге – Украинаның баш ҡалаһы (дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Герой-ҡала) Киев.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киев өлкәһе 1932 йылдың 27 февралендә Украина Совет Социалистик Республикаһы составында, республиканың иң беренсе биш өлкәһенең береһе булараҡ ойошторола. Административ үҙәге булып Киев ҡалаһы тора.

1932 йылдың 15 октябрендә өлкәнең көнсығыш райондарынан Чернигов өлкәһе ойошторола. 1937 йылдың 22 сентябрендә өлкәнең көнбайыш райондарынан Житомир өлкәһе ойошторола. 1954 йылдың 7 ғинуарында көньяҡ райондарынан Черкасск өлкәһе ойошторола һәм өлкә хәҙерге сиктәрен булдыра.

Милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (барлығы: 1 814 280), 1 меңдән ашҡан халыҡтар:

Украиндар — 1 684 803

Рустар — 109 322

Белорустар — 8 698

Поляктар — 2 846

Әрмәндәр — 2 341

Молдавандар — 1 515

Милләтен күрһәтмәүселәр — 1 350

Йәһңдтәр — 1 270

Татарҙар — 1 102

Әзербайжандар — 1 033

Административ-территориаль ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киев өлкәһе 25 райондан һәм 11 ҡаланан тора:

Чернигов өлкәһе территорияһы менән уратып алынған эксклавҡа — Славутич ҡалаһына эйә.

Өлкәнең административ берәмектәре, советтары һәм биләмәләре һаны: райондар — 25;

биләмәләр— 1184, шул иҫәптән:

ауыл — 1127;

ҡала — 55, шул иҫәптән:

ҡала тибындағы ҡасабалар — 30;

ҡалалар — 25, шул иҫәптән:

өлкә әһәмиәтендәге ҡалалар — 12;

район әһәмиәтендәге ҡалалар — 13;

ауыл советтары — 606.

Административ ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Kyiv regions.svg

25 район:

  1. Аҡ Сиркәү районы
  2. Барышевка районы
  3. Богуслав районы
  4. Борисполь районы
  5. Бородянка районы
  6. Бровары районы
  7. Васильков районы
  8. Вышгород районы
  9. Володарка районы
  10. Згуровка районы
  11. Иванков районы
  12. Кагарлык районы
  13. Киев-Святошин районы
  14. Макаров районы
  15. Мироновка районы
  16. Обухов районы
  17. Переяслав-Хмельницкий районы
  18. Полесское районы
  19. Ракитное районы
  20. Сквира районы
  21. Ставище районы
  22. Тараща районы
  23. Тетиев районы
  24. Фастив районы
  25. Яготин районы

13 ҡала округы:

  1. Аҡ Сиркәү
  2. Березань
  3. Борисполь
  4. Бровары
  5. Буча
  6. Васильков
  7. Ирпень
  8. Обухов
  9. Переяслав
  10. Припять
  11. Ржищев
  12. Славутич
  13. Фастив

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]