Украина

Украи́на (укр. Україна [ukrɑˈjinɑ]) — Көнсығыш һәм өлөшләтә Үҙәк Европалағы дәүләт. Население (по состоянию на 2021 год) — 40 997 699 постоянных жителей и 41 167 336 человек наличного населения (34-е место в мире). 2021 йылдағы Бөтә Украина халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, илдәге даими йәшәүселәр һаны 40 997 699 кеше һәм булған халыҡ 41 167 336 кеше тәшкил иткән. Дөйөм майҙаны 467 764 км²[12], шул уҡ ваҡытта ил биләмәләренең бер өлөшө ғәмәлдә Украина властары контроленда түгел. Халыҡ һаны буйынса донъяла 52-се, урында тора.

Баш ҡалаһы — Киев. Дәүләт теле — украин теле. 2024 йылдың 26 июненән халыҡ-ара аралашыу теле булараҡ инглиз теленең статусы тураһындағы закон ғәмәлдә[13].

Украина — унитар дәүләт һәм парламент-президент республикаһы. Ил президенты һәм Юғары рада 5 йылға бер һайлана. 2019 йылдың 20 майенән Президент — Владимир Александрович Зеленский. Уның вәкәләттәре 2024 йылдың 20 майында сыға. Премьер-министр — 2020 йылдың 4 мартынан Денис Шмыгаль.

Төньяҡтан — Белоруссия, көнбайыштан — Польша, Словакия, Венгрия, көньяҡ-көнбайыштан — Румыния, Молдавия, көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан Рәсәй менән сиктәш

Диндарҙарҙың күпселеге православие динен тота, әссә грек һәм рим католицизмы, иудаизм һәм ислам динен тотоусылар ҙа бар.

Һатып алыу мөмкинлегенә тиңләп иҫәпләгәндә 2021 йылда эске тулайым продукты күләме 588,4 миллиард доллар (кеше иҫәбенә 14 3301 доллар) тәшкил иткән[14]. Шул уҡ йылда номиналь эске тулайым продукт 198,3 миллиард АҠШ доллары (кеше иҫәбенә 4 830 доллар)[14]. Был йән башына эске тулайым продукт һәм һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса Европала иң һуңғы урын[15]. Аҡса берәмеге — украина гривнаһы (UAH).

Рәсәй 1922 йылдан СССР составына ингән Украинаның 1991 йылдың 24 авгусында нейтралитет һаҡлау шарттарында алған бойондороҡһоҙлоғон таный[16].

баштан уҡ Украина Конституцияһынла нығытылған нейтралитетҡа ҡарамаҫтан, 2014 йылдағы түңкәрелештән һуң Украина Рәсәйгә ҡаршы булған НАТО хәрби-сәйәси блогына инеү йүнәлешен ала. Йылдан-йыл үҙә барған рус телле халыҡтарҙың һәм милли аҙсылыҡтың хоҡуҡтарын ҡыҫыу, Киев власы башлаған һәм 8 йыл дауам иткән Донбасстағы һуғыш (2014—2022), дәүләт идеологияһы һәм сәйәсәтенең бер өлөшөнә әүерелгән радикаль милләтселек, Украина территорияһын НАТО илдәренең хәрби үҙләштереүе һҡҙҡмтәһендә Рәсәй именлегенә янаған хәүеф Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2022 йылдың 24 февралендә махсус хәрби операция башлауға килтерә.

2022 йылдың февраленән 2024 йылдың февраленә тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә, төрлө эксперт тикшереүҙәре буйынса Украина 400 меңдән алып 1,1 миллионға тиклем кешеһен юғалта, илдән 10 миллиондан ашыу кеше сығып китә, дәүләт 20 процент самаһы территорияһын, иҡтисадының өстән бер өлөшөн һәм 3,5 миллион эш урынын юғалта[17][18][19][20].

Ғәмәлдәге халыҡ-ара килешеүҙәр һәм конфенцияларға ярашлы, Украина Ҡара диңгеҙ боғаҙын файҙалана[21], Антарктидала ғилми-ғәмәли эшмәкәрлек алып бара ала[22].

Физик-географик характеристика

Географик урыны

undefined
undefined

Украина Европаның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Көнсығыш Европа тигеҙлеге эсендә урынлашҡан[23]. Дәүләттең бөгөнгө конституцион ҡоролошона ярашлы, уның территорияһы 603 628 км², был Европа биләмәләренең 5,7 процентын һәм Ер шары майҙанының 0,44 процентын тәшкил итә. Тотошлайы менән Европала урынлашҡан илдәр араһында ҙурлығы яғынан беренсе урында тора.

Ҡырым ярымутрауы һәм Донецк менән Луганск өлкәләренең айырым райондары өҫтөнән фактик контролде Украина 2014 йылдан юғалта. Ҡырымдың бөтә территорияһын тиерлек ғәмәлдә Рәсәй, ә Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарын үҙаллылыҡ иғлан иткән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары контролдә тота.

Иҫкәрмәләр

  1. 1992: останній президент УНР передає Кравчуку клейноди (укр.)
  2. См. ст. 22 Закона «Об основах государственной языковой политики»
  3. Русский, румынский (молдавский), венгерский, крымско-татарский, болгарский и гагаузский имеют статус региональных языков на территории некоторых административных единиц; также некоторые функции закреплены за английским языком[2]
  4. Конституция Украины — статья 10.
  5. До 10 августа 2012 года согласно Закону Украины «О языках в Украинской ССР» языком межнационального общения на всей территории страны являлся русский язык (ст.4), знание которого требовалось от должностных лиц наряду со знанием украинского (ст.6)
  6. Державний комітет статистики України: Демографічна ситуація в Україні у січні 2013 року(недоступная ссылка)
  7. 1 2 3 4 Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2021. Архивировано 16 октябрь 2021 года.
  8. Human Development Indices and Indicators 2020 (ингл.). Программа развития ООН. — Доклад о человеческом развитии на сайте Программы развития ООН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2021. Архивировано 15 декабрь 2020 года.
  9. 1 2 https://finance.ua/saving/30-rokiv-nezalezhnosti-ukrainy
  10. Country Calling Codes — Telephone Area Codes For Ukraine
  11. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  12. Статистичний збірник «Регіони України» 2012. Частина І (укр.) с. 21.
  13. На Украине подписали закон об английском как языке международного общения. ТАСС (26 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.
  14. 1 2 Gross domestic product based on purchasing-power-parity (PPP) valuation of country GDP (ингл.). Всемирный банк (The World Bank) (1 июль 2015). — ВВП по ППС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015.
  15. GDP based on purchasing-power-parity (PPP) per capita (ингл.). МВФ (12 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2021. Архивировано 27 октябрь 2021 года.
  16. ТАСС, 29 июля 2023. Урегулирование и нейтралитет Киева. Путин изложил африканской миссии позицию по Украине
  17. РБК, 20 февраля 2024. Премьер Украины заявил о потере почти трети экономики страны за два года
  18. Российская газета, 5 августа 2023. Полковник Макгрегор: ВСУ потеряли 400 тысяч солдат
  19. Известия, 1 сентября 2023. В США заявили о случайном раскрытии Киевом реальных потерь ВСУ. Полковник Макгрегор: Киев случайно озвучил данные о гибели 400 тыс. солдат ВСУ
  20. Российская газета, 26 ноября 2023. Украинский телеканал: Более 1,1 миллиона военных ВСУ погибли и пропали без вести
  21. Конвенция Монтрё о статусе проливов
  22. Договор об Антарктике
  23. Національний атлас України. Географічний нарис.

Әҙәбиәт

  • Украина // Большая советская энциклопедия. — М., 1972. — Т. 10. — С. 539—556.
  • Грушевский Михаил. Иллюстрированная история Украины. — К., 1995.

Һылтанмалар

География
Экономика
Экология
Политика
Медицина
История
Достопримечательности
Культура
Туризм
Связь

Тема буйынса өҫтәмә