А-J — Европа һәм Азия араһындағы сиккә төрлө ҡараш
Европа Трансконтиненталь дәүләттәр, азия территорияһы
Европа һәм Азия донъя ҡитғалары араһындағы сик күпселеген Урал тауының көнсығыш итәгенән һәм Ҡаҙағстандағы Муғалжар тау теҙмәләре, Эмба йылғаһы, Каспий диңгеҙенең төньяҡ яры, Кума-Маныч уйпаты буйлап һәм Керчь ҡултығынан үтә[1][2][3]. Рәсәй территорияһы буйлап сиктең дөйөм оҙонлоғо 5524 км (шуның эсенән Урал һырттары буйлап 2000 км, Каспий диңгеҙе буйлап 990 км).
Ҡайһы бер сығанаҡтар Европа сиген билдәләүҙең башҡа вариантын ҡуллана — Урал һырттары һыу айырғысы, Урал йылғаһы һәм Ҡаф тауы һырттары һыу айырғысы буйлап[4][5][6].
Дәүерендә проведении границы южного участка по водоразделу Главного Кавказского хребта, Европала оказывается вести Северный Кавказ (иҫәпкә алмағанда причерноморские полосы), ә также небольшие территории Азербайджана һәм Грузии.
Европа һәм Азияның сиктәре б.э.т. XIX—VII быуаттарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем көнбайыштан көнсығышҡа шыуған, байтаҡҡа күскән. Боронғо гректар ул сикте яҡынса Урта диңгеҙ үҙәгенән үткәргән. Һуңғараҡ, б.э.т. 524—457 йылдарҙа Керчь боғаҙын һәм Танаис (Дон) йылғаһын сик тип иҫәпләгәндәр. Клавдий Птолемейҙың ҙур ғилми абруйы был ҡараштың нығыныуына һәм XVIII быуатҡа саҡлы үҙгәрмәүенә сәбәбсе булған.
1730 йылда швед ғалимы Филипп Иоһанн фон Страленберг донъя ғилми әҙәбиәтендә тәү тапҡыр Европа һәм Азия араһында сик үткәреү идеяһын нигеҙләгән[8]. Һуңғараҡ 1736 йылда Василий Никитич Татищев[9], Страленбергҡа был тәҡдимде тап үҙе әйткәнен раҫлаған. Татищев үҙенең хеҙмәтендә сикте Югор Шары боғаҙынан Урал һырттары, Урал (Яйыҡ) йылғаһы буйлап, Үр (Орск) һәм Ырымбур (уларҙың хәҙерге сиктәрендә) ҡалаларын айырып, шунан Каспий диңгеҙенән Кума йылғаһына, Ҡаф тауы, Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр аша Босфор боғаҙына саҡлы үткәреүҙе нигеҙләгән.
Был идея замандаштар һәм тарафдарҙар тарафынан шунда уҡ хупланмаған. Шулай, мәҫәлән, Михаил Васильевич Ломоносов «Ер ҡатламдары тураһында» (1757—1759) трактатында Европа һәм Азия араһындағы сикте Дон, Иҙел (Волга) һәм Печора йылғаларынан үткәргән. Әммә тиҙҙән Татищевҡа эйәргән авторҙар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә Урал һырттарын Европа һәм Азия араһындағы тәбиғи сик сифатында таныған.
↑National Geographic Atlas of the World. — 7th. — Washington, DC: National Geographic, 1999. — ISBN 0-7922-7528-4. «Europe» (pp. 68-9); «Asia» (pp. 90-1): «A commonly accepted division between Asia and Europe … is formed by the Ural Mountains, Ural River, Caspian Sea, Caucasus Mountains, and the Black Sea with its outlets, the Bosporus and Dardanelles.»
↑Клейн Л. С.Неолит Европы как целое // Этногенез и археология. — СПб.: Евразия, 2013. — Т. 1.
↑«Северная и восточная часть Европы и Азии» (Stralenberg Ph. I. « Das Nord- und Ostliche Teil von Europa und Asia», — Stockholm, 1730)
↑В. Н. Татищев «Общее географическое описание всея Сибири», 1736