Берҙәм иҡтисади киңлек
Берҙәм иҡтисади киңлек — 2012 йылдың 1 ғинуарында булдырылған дөйөм баҙар. Дөйөм баҙарға Белоруссия,Ҡаҙағстан һәм Рәсәй инә, бынан элегерәк, 2010 йылдың 1 июлендә, улар таможня берлеген төҙөй.
Берҙәм иҡтисади киңлек дәүләт-ара интеграция формаларының береһе булып тора, уның маҡсаты — берекмә эсендә тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе либералләштереү һәм унан ситтә күмәк протекционизм булдырыу. Берҙәм иҡтисади киңлек унда ҡатнашҡан илдәр араһында «дүрт иреклелек» — тауарҙар, капиталдар, хеҙмәттәр һәм эшсе көсө хәрәкәте иркен — тәьмин итергә, шулай уҡ ҡатнашыусы илдәрҙең макроиҡтисад һәм финанс секторына, транспорт һәм энергетикаһына, сәнәғәт һәм агросәнәғәт комплексына һәм башҡаларға ҡағылышлы иҡтисади сәйәсәтте координацияларға саҡырылған[1][2].
Ағза дәүләттәр
Ҡатнашыусылар
Белоруссия (2012 йылдың 29 майынан)
Ҡаҙағстан (2012 йылдың 29 майынан)
Рәсәй (2012 йылдың 29 майынан)
Әрмәнстан (2014 йылдың 10 октябренән)
Ҡырғыҙстан (2015 йылдың 23 майынан)
Ихтимал кандидаттар
Тажикистан
Абхазия Республикаһы
Үзбәкстан