Луганск Халыҡ Республикаһы
Был мәҡәлә Рәсәй Федерацияһына шул уҡ исемле дәүләт ҡабул ителгәндән һуң барлыҡҡа килгән Рәсәй федерацияһы субъекты тураһында. Луганск өлкәһе Украина составынан сыҡҡандан һуң барлыҡҡа килгән дәүләт тураһында Луганск Халыҡ Республикаһы (дәүләт) мәҡәләһен ҡарағыҙ.
Луган Халыҡ Республикаһы (һөйләшкәндә — Луганщина) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, уның составындағы республика. 2022 йылдың 30 сентябрендә Рәсәйгә ҡабул итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Тарихы
2014 йылдың 27 апрелендә Луганск өлкәһе халҡы вәкилдәре тарафынан Луганск Халыҡ Республикаһының суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 2022 йылдың 23—27 сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһында референдум үткәрелә, унда республикаға Рәсәй субъекты статусы менән Рәсәй составына инеү өсөн тауыш бирелә[3].
2022 йылдың 4 октябрендә ҡабул ителгән № 6-ФКЗ «Луганск Халыҡ Республикаһын Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъект — Луган Халыҡ Республикаһын ойоштороу тураһында» Федераль конституцион законы һәм № 373-ФЗ «Рәсәй Федерацияһы менән Луган Халыҡ Республикаһы араһында Луган Халыҡ Республикаһын Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъект булдырыу тураһында Килешеүҙе ратификациялау тураһында» Федераль законына ярашлы, Луган Халыҡ Республикаһы Рәсәй составына индерелә.
Физик-географик характеристикаһы
Луган Халыҡ Республикаһы төньяҡта, көнсығышта һәм көньяҡта Белгород, Воронеж һәм Ростов өлкәләре менән сиктәш. Көнбайышта ул Донецк Халыҡ Республикаһы менән, төньяҡ-көнбайышта — Украинаның Харьков өлкәһе менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыуы юҡ.
ЛХР Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан. Уның өҫкө йөҙө — йылғалар үҙәндәре менән киҫелгән тулҡынлы тигеҙлек. Республика биләмәһенең бер өлөшө Донецк ҡалҡыулығында ята. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклек 200—300 м тәшкил итә. ЛХР биләмәһендәге (һәм бөтә Донбасс төбәгендәге) иң юғары нөктә — Мәсет ҡәбере[ru] ҡалҡыулығы (диңгеҙ кимәленән 367,1 м), ул Петровское ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан.
Климаты — уртаса континенталь[4]. Ҡыш сағыштырмаса һыуыҡ, көслө көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш елдәре, һыуыҡ төшөүе менән. Йәй эҫе, уның икенсе яртыһы айырыуса ҡоро. Көҙ — ҡояшлы, йылы, ҡоро. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме 400—500 мм тәшкил итә.
Административ-территориаль бүленеш
Административ-территориаль ҡоролош сиктәрендә, 2023 йылдың 14 мартындағы законға ярашлы, ЛХР составына 31 административ-территориаль берәмек инә: 14 республика әһәмиәтендәге ҡала (уларға буйһонған тораҡ пункттар менән) һәм 17 район[5].
Муниципаль ҡоролош сиктәрендә, административ-территориаль берәмектәр сигендә 28 муниципаль берәмек ойошторолған, уларҙың 11-е — ҡала округы, 17-е — муниципаль округ[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Луганской Народной Республики на 1 января 2022 года (постоянное население в подконтрольной на тот момент части ЛНР) Госкомстат ЛНР
- ↑ Яңы төбәктәрҙең Рәсәй составына инеү тарихы. TACC (30 сентябрь 2023).
- ↑ Барановский А. В., Курдюкова О. Н. Анализ динамики погодных условий Луганской области за последние 100 лет // Вестник КрасГАУ.. — 2021. — № 8 (173).
- ↑ Луган Халыҡ Республикаһының 2023 йылдың 14 марты № 427-III «Луган Халыҡ Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында» Законы. (pdf). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2023.
- ↑ Луган Халыҡ Республикаһының 2023 йылдың 14 марты № 428-III «Луган Халыҡ Республикаһы биләмәһендә ҡала округтары һәм муниципаль округтар булдырыу, уларҙың сиктәрен билдәләү тураһында» Законы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2023. Архивировано 29 апрель 2023 года.
