Тыва Республикаһы
| Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
| Тыва Республикаһы | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| тыв. Тыва Республика | |||||
| | |||||
|
|||||
| Тыва Республикаһы гимны һәм Тыва Республикаһы гимны | |||||
| 51°47′00″ с. ш. 94°45′00″ в. д.HGЯO | |||||
| Ил | |||||
| Входит в | Себер федераль округы | ||||
| Адм. үҙәк | Ҡыҙыл | ||||
| Губернатор | Шолбан Валерьевич Кара-оол[d] | ||||
| Тарихы һәм географияһы | |||||
| Майҙаны |
|
||||
| Сәғәт бүлкәте | KRAT һәм Азия/Красноярск[d][1] | ||||
| Һанлы идентификаторһар | |||||
| Код ISO 3166-2 | RU-TY | ||||
| Код ОКАТО | 93 | ||||
|
|
|||||
| Рәсми сайт (рус.) | |||||
|
|
|||||
| Тыва Республикаһы гимны (тыва телендә) | |
Тыва Республикаһы (Тыва́, Тува́, тыв. Тыва Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы Себер федераль округына ҡараған республика. РСФСР составында 1944 йылдың 11 октябрендә ойошторола.
Себер федераль округына инә, Көнсығыш-Себер иҡтисад районы бер өлөшө булып тора.
РСФСР составына Тыва автономиялы өлкә булараҡ 1944 йылдың 11 октябрендә инә (1961 йылдан — Тыва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы), һуңынан 1991 йылдың 24 майында республика булараҡ үҙгәртелде.
Дəүлəт телҙере — урыҫ теле, тыва теле. Тожу кожуунында тыва теленең тожу диалекты таралған.
Дәүләт ҡоролошо
Тыва Республикаһы Конституцияға ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Башлығы
Тыва Республикаһы Башлығы — Тыва Республикаһы иң юғары вазифалы кешеһе. Тыва Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе.
Тыва Республикаһы Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Тыва Республикаһы Конституцияғы менән билдәләнгән.
Суд власы
Тыва Республикаһы суд системаһы составында:
- Тыва Республикаһы юғары суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
- Тыва Республикаһы арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Юғары Хуралы
Тыва Республикаһы Парламенты — Юғары Хуралы.
Гимн
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы гимны
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы гимны (1993—2011)
1993 йылдан 2011 йылғаса ғәмәлдә булған гимндын исеме — «Тооруктуг „Долгай“ таңдым» (башҡ. Урман эрбет сәтләүекләр менән тулы (Эрбетле минен тайгам «Долгай»)). Халыҡ йыры. Эшкәртеү авторы — Аяна Самияй ҡыҙы Монгуш.
| 1993—2011 йылғы гимндың тыва телендә һүҙҙәре |
|---|
| Тооруктуг долгай таңдым Долганзымза тодар-ла мен |
2011 йылдың 11 Август (Урағай) көнөндә Тыва Республикаһы Дәүләт гимны тураһында закон үҙгәртелде. Яңы гимны исеме — Мен тыва мен (башҡ. Мин тывамын).
География
Көньяҡтан һәм көнсығыштан Монголия, төньяҡтан Красноярск крайы, төньяҡ-көнбайыштан Хакас Республикаһы, төньяҡ-көнсығыштан Бүрәт Республикаһы һәм Иркутск өлкәһе, көнбайыштан Алтай Республикаһы менән сиктәш.
Халҡы
Халыҡ һаны — 313 940 кеше (2009), халыҡ тығыҙлығы — 1,86 кеше/ км² (2009). Ҡала халҡы 51,22 % (2009) тәшкил итә.
1959—2002 йылдарҙа Тыва Республикаһының милли составы:
| Халыҡ | 1959 йыл[2] | 1970 йыл[3] | 1979 йыл[4] | 1989 йыл[5] | 2002 йыл[6] |
|---|---|---|---|---|---|
| Тыва | 57,0 % | 58,6 % | 60,5 % | 64,3 % | 77,0 % |
| Урыҫ | 40,1 % | 38,3 % | 36,2 % | 32,0 % | 20,1 % |
| Хакас | 1,0 % | … | … | … | … |
Административ бүленеше
- Бай-тайга кожуун
- Барыын-Хемчик кожуун
- Чөөн-Хемчик кожуун
- Каа-Хем кожуун
- Кызыл кожуун
- Монгун-Тайга кожуун
- Өвүр кожуун
- Бий-Хем кожуун
- Сүт-Хөл кожуун
- Таңды кожуун
- Тере-Хөл кожуун
- Тес-Хем кожуун
- Тожу кожуун
- Улуг-Хем кожуун
- Чаа-Хөл кожуун
- Чеди-Хөл кожуун
- Эрзин кожуун
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_59.php?reg=66
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_70.php?reg=78
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_79.php?reg=78
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_89.php?reg=67
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_02.php?reg=66
