Смоленск өлкәһе

Смоле́нск өлкәһе рус. Смоленская область — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округы составына инә[1].

Административ үҙәге — Смоленск ҡалаһы. Смоленскиҙан Мәскәүгә тиклем — 365 км, Минскиға — 331 км.

Смоленск өлкәһе көнсығышта — Рәсәй Федерацияһының Мәскәү, көньяҡ-көнсығышта — Калуга, Брянск, төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре һәм көнбайышта Белоруссияның Могилёв һәм Витебск өлкәләре менән сиктәш.

Майҙаны — 49 779 км².

1937 йылдың 27 сентябрендә Көнбайыш өлкә территорияһында барлыҡҡа килә.

Ленин ордены менән бүләкләнә (1958).

Географияһы

Географик урынлашыуы

Смоленск өлкәһе Көнсығыш Европа (рус) тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төбәктең ҙур өлөшөн Смоленск—Мәскәү ҡалҡыулығы биләй, төньяҡ-көнбайышта Балтик уйһыулығы, көньяҡта — Днепр уйһыулығы урынлашҡан. Көнбайышта өлкә Белоруссия (Витебск һәм Могилев өлкәләре), төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре, көнсығышта — Мәскәү өлкәһе, көньяҡ-көнсығышта Калуга өлкәһе, көньяҡта — Брянск өлкәһе менән сиктәш. Төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — 300 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа — 290 км. Смоленск өлкәһенең Белоруссия сигендәге территорияһының бер өлөшө формаль рәүештә сикләнгән сик зонаһына инә.

Рельефы

Файҙалы ҡаҙылмалар

Тарихы

1708 йылда Смоленск губернаһы барлыҡҡа килә. 1929 йылда РСФСР составында Көнбайыш өлкә ойошторола, уның үҙәге Смоленск ҡалаһында була. Смоленск өлкәһе 1937 йылдың 27 сентябрендә ойошторолған.

Билдәле шәхестәре

Халҡы

500 000
1 000 000
1 500 000
2 000 000
2 500 000
3 000 000
1944
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 863 987 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 17.36 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 80.37 % (2015).

Милли состав
Халыҡ 2002 йыл, кеше (* 2012 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.) 2010 йыл, кеше[3]
Урыҫтар 980 073 (93,4 %) 893 675 (94,6 %)
Украиндар 17 362 (1,7 %) 12 223 (1,3 %)
Белорустар 16 231 (1,55 %) 12 012 (1,3 %)
Әрмәндәр 3 893 4 776 (0,5 %)
Сиғандар 3 011 -
Татарҙар 2 424 -
Әзербайжандар 2 416 -
Йәһүдтәр 1 434 -
Немецтар 1 133 -
Башҡалар м.ю. 21 394
Милләтен күрһәтмәгәндәр 11 002 (1,1 %) 41 457
Һаны 1000 ашыу булған халыҡтар күрһәтелгән

Смоленск өлкәһендә 2002 йылда — 303 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].

Административ-территориаль бүленеш

undefined
undefined

2006 йылдан алып өлкә территорияһында 350 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:

  • 2 ҡала округы
  • 25 муниципаль район
  • 23 ҡала биләмәһе
  • 300 ауыл биләмәһе

Картаның легендаһы (билдә өҫтөнә баҫҡанда халыҡ һаны күренә):

Green pog.svg 1-ҙән 4 999-гә тиклем кеше (тик район үҙәктәре)
Red pog.svg 5 000-дән 9 999-гә тиклем кеше
Purple pog.svg 10 000-дән 19 999-гә тиклем кеше
Orange pog.svg 20 000-дән 49 999-гә тиклем кеше.
Blue pog.svg 50 000-дән 299 999-гә тиклем кеше
Bluedot.svg 300 000 ашыу кеше

Иҡтисады

Тулайым төбәк продукты ағымдағы хаҡтар буйынса: 2014 йылда — 234,7 млрд һум; 2006 йылда — 79,2 млрд һум; 2005 йылда — 68,4 млрд һум.

Тулайым төбәк продукты йән башына: 2014 йылда 242,9 мең һум (85 төбәк араһында 53-сө урын); 2013 йылда 232,5 мең һум. 2015 йылдың декабрендә халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 34347 һум тәшкил итә[5]:14.

Төбәктең тупланма бюджеты (2022):

килемдәре — 59 млрд һум[5]:18;

сығымдар — 57,9 млрд һум[6];

профицит — 1,1 млрд һум[5]:21

Сәнәғәт комплексы тулайым төбәк продукты яҡынса 38 процентын тәшкил итә (2006 йыл), шуларҙың 23,1 проценты — етештереү (тәү сиратта химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте), 8,3 % — энергетика, 6,5 % — төҙөлөш комплексы, агросәнәғәт комплексында 10 процент (2006).

Иҫкәрмәләр

  1. Калуцкова Н. Н., Нефёдов В. С. и др. Смоле́нская о́бласть / председ. Ю. С. Осипов и др., отв. ред. С. Л. Кравец. — Большая Российская Энциклопедия (в 35 т.). — Москва: Научное издательство «Большая российская энциклопедия», 2015. — Т. 30. Сен-Жерменский мир - 1679 - Социальное обеспечение. — С. 494—502. — 766 с. — 35 000 экз. — ISBN 978-5-85270-367-5. Архивная копия от 26 май 2019 на Wayback Machine
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Дементьев Евгений Павлович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2019)
  3. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
  4. Перепись населения 2002. Том 4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 3. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2007 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 Рейтинг социально-экономического положения субъектов РФ. Итоги 2015 года. РИА Новости (2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2016. Архивировано 5 июль 2016 года.
  6. Расходы равны сумме доходов и дефицита.

Тема буйынса өҫтәмә